А. С. Пушкин һәйкәле (Пушкин, Октябрь бульвары)
А. С. Пушкин һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Пушкин[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Архитектор | Всеволод Иванович Яковлев[d] |
Мираҫ статусы | выявленный объект культурного наследия России[d] |
Октябрь бульвары) А. С. Пушкин һәйкәле (Пушкин, Октябрь бульвары) Викимилектә |
Александр Сергеевич Пушкин һәйкәле — скульптуралы монумент. Был монумент Рәсәйҙең Пушкин ҡалаһында, Санкт-Петербург яғынан килгәндәге юлдың Мысыр ҡапҡаһы ҡаршыһында, Октябрь бульвары һәм Һарай урамы киҫелешендә урынлашҡан. Һәйкәлде скульптор Л. А. Бернштам 1912 йылда эшләгән, һәйкәл хәҙерге урынына 1938 йылда күсереп ҡуйылған. Һәйкәл мәҙәни мираҫ объекты[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XХ быуат башында скульптор Л. А. Бернштам үҙенең Париждағы оҫтаханаһында Санкт-Петербургта Александр Сергеевич Пушкинға һәйкәл ҡуйыу өсөн модель эшләй. Был моделде император Николай II бик ныҡ оҡшата һәм ошондай һәйкәлде Царское Село лицейының йөҙ йыллығына бағышлап Царское Селола һәйкәл ҡуйыу өсөн тәҡдим итә. Модель Француз рәссамдары салонында һәм Елисей яланында үткәрелгән күргәҙмәләрҙә күрһәтелә һәм тәнҡитселәр тарафынан бик йылы ҡабул ителә. 1912 йылда скульптура бронзанан ҡойола һәм тиҙҙән Рәсәйгә ебәрелә. Әммә һәйкәл ҡуйыуҙың тәүге планы тормошҡа ашырылмай ҡала[2].
Документтарҙан билдәле булыуынса, был скульптура 1924 йылда әле Детский ауылында (элекке Царский ауылында) батша павильонында торған була. Шул ваҡытта һәйкәлде Царское Село лицейының элекке бинаһының (хәҙер ул торлаҡ йорт итеп файҙаланылған була) вестибюленә күсерергә булалар[2].
1937 йылдағы А. С. Пушкин юбилейына әҙерлек сиктәрендә һарай-музейҙарҙың һаҡсыһы, архитектор В. И. Яковлев, скульптураны, лицей бинаһынан тышҡа сығарып, Мысыр ҡапҡаһы ҡаршыһына ҡуйырға тәҡдим итә. Ул үҙе Мысыр ҡапҡаһы янындағы майҙанды реконструкциялау проектын булдыра һәм һәйкәлдең архитектура өлөшөн башҡарып сыға. 1938 йылдың июлендә һәйкәл ҡуйыласаҡ майҙанды реконструкциялау буйынса эштәр тамамлана[2].
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәйкәл етди зыян күрә. Немец һалдаттары һәйкәлде пистолеттан атыу өсөн уны сәп сифатында ҡулланған булғандар. Һәйкәл 1949 йылда яңынан тергеҙелә, 142 пуля тишектәре бөтөрөлә[3].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скульптор А. С. Пушкинды илһамланып торған мәлдә һүрәтләгән. Шағир Нева йылғаһы яр буйының парапетына терһәге менән терәлеп тора, шағирҙың аяҡтары бик матур итеп ҡаушарылған. Уның моңһоу ҡарашы бик алыҫҡа төбәлгән[2].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Список вновь выявленных объектов, представляющих историческую, научную, художественную или иную культурную ценность (утверждён приказом КГИОП № 15 от 20 февраля 2001 года с изменениями на 17 июня 2020 года)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Гдалин А. Л. Город Пушкин. Площадь у Египетских ворот // Памятники А. С. Пушкину: Россия. ч. 1. Санкт-Петербург, Ленинградская область. 2001
- ↑ Энциклопедия Санкт-Петербурга. Пушкину А. С., памятник (г. Пушкин, Октябрьский бульвар) 2019 йыл 30 декабрь архивланған.