Байдәүләт (исем)
Байдәүләт — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байдәүләт исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм бай+ дәүләт тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (16.8.1943, БАССР‑ҙың Белорет районы Береш ауылыда тыуған.) — энергетик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер‑министры, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). Почёт (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы.
Байдәүләтов Марсель Вали улы — Телерадиожурналист. Өфө ҡала хакимиәте мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе.
Байдәүләт Иманали Оспан улы — Медицина фәндәре докторы. профессор . Рәсәй академияһының тәбиғәт буйынса ағза-корреспонденты. Рәсәйҙең атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре.
Байдәүләтова (Хасанова) Гөлшат Рим ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2011).
Байдәүләтова Вероника Рафаэль ҡыҙы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре .
Байдәүләтова Земфира. «Һылыуҡай-2017» республика телевизион гүзәллек бәйгеһендә Гран-при яуланы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байдәүләт (рус. Байдавлетово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Байдәүләт ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль районының муниципаль берәмеге.
Кесе Байдәүләт (рус. Малое Байдавлетово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |