Эстәлеккә күсергә

Байназаров Ағзам Мәхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байназаров Ағзам Мәхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Байназар, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 29 декабрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (87 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы, партия эшмәкәре, етәксе
Хәрби звание кесе лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Почёт Билдәһе» ордены

Байназаров Ағзам Мәхәмәт улы (1 декабрь 1920 йыл29 декабрь 2007 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Ағзам Мәхәмәт улы Байназаров 1920 йылдың 1 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуа. Сос, белемгә ынтылған эшһөйәр ауыл малайы үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Сәрмән педагогия училищеһына уҡырға инә. Финляндия менән һуғыш башланғас, ирекмән булып һуғышта ҡатнаша. Һуғыштан һуң уҡыуын дауам итә, педучилищены тамамлағас, тыуған ауылында уҡытыусы булып эш башлай. Оҙаҡламай район комсомол комитетының сәркәтибе итеп һайлана. Ләкин бында ла оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм ул ил һаҡларға китә. 2-се гвардия армияһының ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Суворов дивизияһы 690 уҡсылар полкы 76 миллиметрлы батареяның ут взводы командиры булып хеҙмәт итә.

1944 йылдың 5 октябрендә Дубисс йылғаһы янында дошман оборонаһын өҙөү ваҡытында иптәш Байназаров взвод уты менән идара итеп, бер көндә дошмандың 2 күҙәтеү пунктын, 4 пулемет нөктәһен, 2 дзотын, 40-тан ашыу фашисын юҡ итә[1].

Сигенеүсе дошманды эҙәрлекләп, һөжүм итеүсе подразделениеларҙың хәрби тәртиптәге пушкалары менән эш итеп, дошманға ҙур юғалтыуҙар килтерә, уға рубежда нығынырға мөмкинлек бирмәй.

1944 йылдың 12 декабрендә Гитлер илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыштарҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (2 гвардия армияһы командующийының 146/н һанлы приказы) менән бүләкләнә[2].

1945 йылдың 24 ғинуарында Парайкен торама пункты тирәһендә дошмандың оборонаһын өҙгәндә А.М. Байназаров, дошмандың көслө утлы булыуына ҡарамаҫтан, туптарҙы асыҡ позицияға сығара һәм артиллерия әҙерлеге осоронда ғына үҙенең орудие уты менән идара итеп, артиллерия әҙерлеге осоронда ғына дошмандың 6-нан ашыу ут нөктәһен һәм 30 фашисын юҡ итә.

1945 йылдың 2 февралендә Шупенен тораҡ пункты эргәһендә Байназаров А.М. дошмандың 1 автомобилен һәм 10-дан ашыу фашисын юҡ итә.

1945 йылдың 3 февралендә дошмандың контрһөжүмен кире ҡағып, Байназаров А.М. 2 пулемет нөктәһен һәм 20-нән ашыу фашисты юҡ итә, шул рәүешле контрһөжүмде уңышлы кире ҡағыуға булышлыҡ итә[3]. Ошо алышта ул ҡаты яралана һәм 1946 йылдың апреленә тиклем госпиталдә дауалана.

1945 йылдың 19 мартында ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы Суворов дивизияһының 126-сы уҡсылар гвардияһы командирының 020/н бойороғо менән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[4].

Һуғыштан ҡайтҡас, уҡытыусылыҡ эшенә тотона. Тиҙҙән Ағзам Мөхәмәт улын партия район комитетына эшкә саҡыралар. Бер аҙ эшләгәс, партия өлкә комитеты янындағы ике йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Уны эшкә Хәйбулла районына ебәрәләр. ЬТәүҙә партия эшендә, һуңынан «Таналыҡ» совхозы директоры булып эшләй. Уның намыҫлы хеҙмәте «Почёт Билдәһе» ордены менән баһалана.

1974 йылдан башлап Учалы районында эшләй. «Горняк» совхозы директоры, «Лесмаш» заводының яуаплы хеҙмәткәре, «Өргөн күле» ял йорто директоры — уның һуңғы эш урыны вазифалары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены