Эстәлеккә күсергә

Байышев Булат Таһир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байышев Булат Таһир улы
Файл:Булат Баишев.jpg
Тыуған көнө

1 апрель 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө

Вафат булған көнө

14 июль 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (85 йәш)

Эшмәкәрлеге

ғалим, мәғариф эшмәкәре

Наградалары һәм премиялары

«Почёт Билдәһе» ордены

Байышев Булат Таһир улы (1 апрель 1927 йыл14 июль 2012 йыл) — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған эшмәкәре (1997), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1973) һәм почётлы нефтсеһе (1987). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966).

  • 1952 — Мәскәү нефть институтын тамамлай;
  • 1944 й. — Өфө электротехник заводында мастер булып эшләй;
  • 1952—1956 — өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтында лаборатория етәксеһе;
  • 1959 й. — фәнни хеҙмәткәр, фән лабораторияһы етәксеһе,
  • 1974 й. — нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү бүлегенең мөдире,
  • 2001 й. — Рәсәй ғилми нефеть һәм газ тикшеренеү иниститутының төп ғилми хеҙмәткәре;
  • 1965 й. — нефть ятҡылыҡтары буйынса үҙәк эксперт комиссияһының алыштырғыһыҙ ағзаһы(Центральной комиссии по разработке нефтяных месторождений — ЦКР Миннефтепрома, Минтопэнерго, хәҙер Роснедра МПР)
  • СССР-ҙың нефть һәм газ ятҡылыҡтарын геологик төҙөлөшө буйынса ҙур проект авторы һәм етәксеһе. Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса проекттарҙы төҙөй (Туймазы, Ромашкинский, Самотлорский, Узеньский, Жетыбайский, Лянторский, Харьягинский, Приобский, Приразломный (шельф), Төньяҡ һәм көньяҡ Румейл (Ираҡ), Көнбайыш Курный (Ираҡ), Гелек (Һиндостан) һәм башҡалар).
  • Нефть һәм газ яҡтылыҡтарында яңы ысул менән төрлө коллектр ярҙамында нефть һәм газды һыуҙан һәм төрлө ҡатнашмаларҙан таҙартыуҙы уйлап таба.
  • Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү ҙә 11 уйлап табыу ,13 китап авторы ,130-ҙан ашыу монографиялар, мәҡәләләр авторы.
  • Нефть һәм газ ятҡылыҡтары буйынса үҙәк комиссия ағзалары минтопэнерго эшләй (1963 й.)[1]
  • Ссср фәндәр академияһының нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү проблемалары буйынса ғилми советы ағзаһы (1972—1990)
  • Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағзаһы (1997).

Фәнни дәрәжәләре һәм исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • техник фәндәр кандидаты (1962)
  • техник фәндәр докторы (1989)
  • профессор (1991)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993)
  • Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1966)
  • Почётлы нефтсеһе (1987)
Миҙалдары
  • «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» (1977)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» (1946)
  • "Фиҙакәр хеҙмәт өсөн. (В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы) (1970).