Эстәлеккә күсергә

Балтас үҙәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Балтас ыҙаны(күл) битенән йүнәлтелде)
Балтас үҙәне
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Дүртөйлө районы
Майҙан 2,76 км²

Балтас үҙәне күле (русса Балтачевская старица) — Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районында. Иҫке Балтас ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Дүртөйлөнән Дүртөйлө - Андреевка трассаһы буйынса 9 саҡрым юл.

Һыуҙың асыҡлығы, таҙалыҡ: Таҙа һәм үтә күренмәле

Һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтары: Кеүәш, Ағиҙел һәм Исмаил ыҙаны (күле)

Майҙаны: 2,76км2

Һыу ятҡылығының килеп сығышы: Ағиҙел йылғаһының элекке үҙәне

Төбө: Ҡомло, ләмле

Географик координаталары: төньяҡ киңлегенең 55°36'06" , көнсығыш оҙонлоғо 54°43'24"; төньяҡ киңлегенең 55°35'17", көнсығыш оҙонлоғо 54°43'13"; төньяҡ киңлегенең 55°32'42", көнсығыш оҙонлоғо 54°43'13"

Яр буйында торама пункттар: Иҫке Балтас ауылы

Балтас үҙәне Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан оҙонсай формалағы һыу ятҡылығы . Күл Ағиҙел йылғаһының төньяҡ һәм көнсығыш ярҙары ҡырындағы ҡушылдыҡтары, шулай уҡ көнбайыш яғында ятҡан үҙәне менән бәйле.

Күлдең туҡланыуы, тулыланыуы атмосфера яуым-төшөм, грунт һәм ер өҫтө һыуҙары иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Күл ярының һөҙәк ярҙары ағастарҙан ҡулса (ерек>лек, таллыҡ, имән һәм уҫаҡ) менән уратып алынған. Улар артында һыубаҫар туғайҙар китә.Унда күпселеген кесетркән, әрем , меңьяпраҡ һәм башҡа туғай үҫемлектәре урын алған.Көньяҡ яр тирәһендә Иҫке Балтас ауылы урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығыштан Яушылды күле (Явшильды) һәм бер нисә кескәй күл, ә бер саҡрым алыҫлыҡта уның Исмаил күле (Старица) ята.

Йәйге осорҙа һыубаҫар ярҙарын күрән, ҡырҡбыуын һәм ҡамыш баҫып ала.

Балыҡтар:алабуға, сабаҡ, ҡарабалыҡ, суртан, шыртбалыҡ, һыла, ҡорман, густера ҡорман, аҡ сабаҡ, тюлька, ротан, ҡыҙылғанат