Балтас үҙәне
Балтас үҙәне | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Дүртөйлө районы |
Майҙан | 2,76 км² |
Балтас үҙәне күле (русса Балтачевская старица) — Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районында. Иҫке Балтас ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Дүртөйлөнән Дүртөйлө - Андреевка трассаһы буйынса 9 саҡрым юл.
Һүрәтләмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыуҙың асыҡлығы, таҙалыҡ: Таҙа һәм үтә күренмәле
Һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтары: Кеүәш, Ағиҙел һәм Исмаил ыҙаны (күле)
Майҙаны: 2,76км2
Һыу ятҡылығының килеп сығышы: Ағиҙел йылғаһының элекке үҙәне
Төбө: Ҡомло, ләмле
Географик координаталары: төньяҡ киңлегенең 55°36'06" , көнсығыш оҙонлоғо 54°43'24"; төньяҡ киңлегенең 55°35'17", көнсығыш оҙонлоғо 54°43'13"; төньяҡ киңлегенең 55°32'42", көнсығыш оҙонлоғо 54°43'13"
Яр буйында торама пункттар: Иҫке Балтас ауылы
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балтас үҙәне Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан оҙонсай формалағы һыу ятҡылығы . Күл Ағиҙел йылғаһының төньяҡ һәм көнсығыш ярҙары ҡырындағы ҡушылдыҡтары, шулай уҡ көнбайыш яғында ятҡан үҙәне менән бәйле.
Күлдең туҡланыуы, тулыланыуы атмосфера яуым-төшөм, грунт һәм ер өҫтө һыуҙары иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Күл ярының һөҙәк ярҙары ағастарҙан ҡулса (ерек>лек, таллыҡ, имән һәм уҫаҡ) менән уратып алынған. Улар артында һыубаҫар туғайҙар китә.Унда күпселеген кесетркән, әрем , меңьяпраҡ һәм башҡа туғай үҫемлектәре урын алған.Көньяҡ яр тирәһендә Иҫке Балтас ауылы урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығыштан Яушылды күле (Явшильды) һәм бер нисә кескәй күл, ә бер саҡрым алыҫлыҡта уның Исмаил күле (Старица) ята.
Йәйге осорҙа һыубаҫар ярҙарын күрән, ҡырҡбыуын һәм ҡамыш баҫып ала.
Фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балыҡтар:алабуға, сабаҡ, ҡарабалыҡ, суртан, шыртбалыҡ, һыла, ҡорман, густера ҡорман, аҡ сабаҡ, тюлька, ротан, ҡыҙылғанат