Банных Александр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалып:ФИО

Банных Александр Михайлович
200 px
Тыуған көнө:

8 ноябрь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны:

Никольское ауылы,
Липецк өйәҙе,
Тамбов губернаһы,
Рәсәй империяһы

Вафат булыу көнө:

1964({{padleft:1964|4|0}})

Вафат булған урыны:

СССР, Силәбе өлкәһе, Магнитогорск ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми өлкәһе:

металлургия

Эшләгән урыны:

Енакиев металлургия заводы, Магнитогорск металлургия комбинаты, Магнитогорск дәүләт техник университеты

Ғилми дәрәжәһе:

техник фәндәр докторы[d]

Уҡыу йорто:

Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты

Награда һәм премиялары


Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Банных Александр Михайлович (18991964) — совет сәнәғәт эшмәкәре, ғалим, техник фәндәр докторы, профессор.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1899 йылдың 8 ноябрендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 24 ноябрҙә[1]) Тамбов губернаһы Липецк өйәҙе Никольское ауылында тыуған.

1926 йылда Ленинград политехник институтын тамамлаған (хәҙерге Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты) . Һөнәре буйынса домна производствоһының «инженер-металлург» ы.

Хеҙмәт йылдарын 1926-1939 йыдарҙа Енакиев металлургия заводында башлай, инженерҙан алып домна цехы начальнигына тиклем күтәрелә.

1939-1944 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй: кокс һәм домна производствоһында баш инженер урынбаҫары, техник бүлек начальнигы вазифаларын башҡара. Эшләү дәүерендә А. М. Банных домна мейесенең етештереү ҡеүәтен арттырыу өсөн күп һанлы рационализатор тәҡдимдәре индерә. Уның тәҡдиме буйынса комбинатта марганец мәғдәнен агломерациялау махсус ысулы тәҡдим ителә.

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Общественная деятельность

Александр Банных 1944-1962 йылдарҙа Магнитогорск тау-металлургия институтында (хәҙерге Магнитогорск дәүләт техник университетында) — суйын һәм металлургия кафедраһы мөдире, уҡыу-фәнни эштәр буйынса ректор урынбаҫары булып эшләй.

Шул үк ваҡытта белемен камиллаштыра һәм фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1945 йылда уға профессор исеме бирелә. Уның уҡыусылары араһында — техник фәндәр докторы, профессор М. А. Стефанович һәм Н. Н. Бабарыкин; техник фәндәр кандидаты, доцент В. К. Кропот, А Г. Неясов. А. М. Банных күп һанлы фәнни хеҙмәттәр авторы. Йәмәғәт эшенен дә ситтә ҡалмай.

Банных Александр Михайлович Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары, шулай уҡ «1941-1945 йылдарҙа фиҙаҡәр хеҙмәт» миҙалдары менә наградланған.

Ғалим 1964 йылда вафат була. Магнитогорск зыяратында ерләнә[2], 1981 йылда уның янында ҡатыны Ангелина Васильевна ерләнә.[1]

Уның улы — Олег Александрович Банных та билдәле ғалим.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]