Барабанов Александр Трифонович
Барабанов Александр Трифонович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 апрель 1928 |
Тыуған урыны | Севастополь, Крымская АССР[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 19 сентябрь 2018 (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Севастополь |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Әүҙемлек урыны | Севастополь дәүләт университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Барабанов Александр Трифонович (1928—2018) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәре докторы, профессор, Америка математика йәмғиәте ағзаһы (1990).[1]
Юғары аныҡлыҡтағы перспективалы ракета ҡоралдарын эшләүҙә ҡулланылған идара ителеүсе объекттар һәм кинематика мәсьәләләр сиселеше өлкәһендә билдәле ғалим. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 7 монографияһы[2], шулай уҡ 10-дан ашыу уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы бар[3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1928 йылдың 9 апрелендә Севастополь ҡалаһында тыуған.
1952 йылда Ленинград хәрби-механик институтын (хәҙер Балтик «Военмех» дәүләт техник университеты ) һәм 1958 йылда Ленинград университетын (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт университеты) тамамлай.
«Военмехты» тамамлау менән ошо уҡ уҡыу йортонда асситент, доцент булып эшләй. 1955 йылда аспирантураны тамамлай һәм кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Университетты тамамлағас, 1959 йылдан алып 1967 йылға тиклем өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория, Ғилми-тикшеренеү институтының теоретик тикшеренеүҙәр һәм моделләштереү бүлегендә начальник булып эшләй, карапҡа ҡаршы ҡанатлы П-6 ракетаһының идара итеү системаһы буйынса борт аппаратураһының баш конструктор урынбаҫары була. 1963 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.[4]
1968 йылда Александр Трифонович Севастополь приборҙар төҙөү институтына эшкә күсә (хәҙер Севастополь дәүләт университеты), унда техник кибернетика кафедраһы ойоштора һәм утыҙ йыл дауамында уны алыштырғыһыҙ етәкләй. Уның етәкселегендә кафедра инженер кадрҙары әҙерләү өлкәһендә, фәнни-тикшеренеү һәм белем биреү-педагогик эшмәкәрлектә алдынғы урындарҙы биләй. 2015 йылдан кафедра менән «Информатика һәм техник системаларҙа идара итеү» тип атала. Ғалим университетта 50 йылдан ашыу эшләй.
Барабанов Александр Трифонович «Стационар булмаған һәм функциональ ҡатмарлы системалар һәм процестар» фәнни мәктәбен ойоштора һәм уны етәкләй, 36 техник фәндәр кандидаты әҙерләй, уларҙың күбеһе университетта эшләүен дауам итә.[1] Ҡырым федераль университетының «Динамические системы» журналы мөхәрририәте коллегияһы ағзаһы була[5].
2018 йылдың 19 сентябрендә Севастополь ҡалаһында вафат була[6]
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены (1963), «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары (1981) һәм III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» украин ордены менән бүләкләнә.
- Украинаның Мәғариф һәм фән министрлығының «Фәнни ҡаҙаныштары өсөн» билдәһенә лайыҡ була[7]
- 2018 йылдың апрелендә уға «Севастополь дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры» тигән исем бирелә.[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ушел из жизни доктор технических наук, профессор Александр Трифонович Барабанов 2019 йыл 16 ноябрь архивланған.
- ↑ БАРАБАНОВ АЛЕКСАНДР ТРИФОНОВИЧ
- ↑ Изобретатель ЗАРЕЦКИЙ АЛЕКСАНДР ТРИФОНОВИЧ
- ↑ «Военмех». История кафедры А5 2020 йыл 24 февраль архивланған.
- ↑ Редакционная коллегия 2021 йыл 8 февраль архивланған.
- ↑ 19 сентября 2018 года, на 91-м году ушел из жизни доктор технических наук, профессор Александр Трифонович Барабанов 2019 йыл 16 ноябрь архивланған.
- ↑ Александру Трифоновичу Барабанову, основателю кафедры Технической кибернетики, 90 лет!
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 9 апрелдә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Севастополдә тыуғандар
- 19 сентябрҙә вафат булғандар
- 2018 йылда вафат булғандар
- Севастополдә вафат булғандар
- Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- ІІІ дәрәжә "Ҡаҙаныштар өсөн" ордены кавалерҙары
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар