Эстәлеккә күсергә

Барановский Аркадий Игоревич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аркадий Игоревич Барановский
Тыуған көнө

12 август 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (47 йәш)

Тыуған урыны

Мурманск, Мурманск өлкәһе, РСФСР

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар

Сайт

http://freedebut.weebly.com/

Барановский Аркадий Игоревич (12 август 1977 йыл) — юрист, йәмғиәт эшмәкәре, тотҡондарҙы социаль-психологик адаптацилау уникаль методикаһының авторы, Рәсәй социаль эшҡыуары, элекке тотҡондар өсөн социаль һәм коммерциялы «Ирекле дебют» һәм «Ҡайтыу» проекттарының нигеҙләүсеһе һәм генераль директоры, «Йәһүд мәрхәмәтлелек комитеты» фондының «Тотҡондарға ярҙам» проектының етәксеһе.

Арка́дий И́горевич Барано́вский 1977 йылдың 12 авгусында Мурманск өлкәһенең Мурманск ҡалаһында тыуған[1]. 1990—1993 йылдарҙа Израильда йәшәй, аҙаҡтан Рәсәйгә ҡайта, 1995 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй. Бында Маймонид исемендәге дәүләт классик академияһының юридик һәм философия факультеттарында юғары белем ала. 1996—1998 йылдарҙа «Ор Самеах» һәм «Эш а-Тора» халыҡ-ара уҡыу үҙәктәрендә йәһүд тарихы, фәлсәфәһе һәм этикаһы буйынса семинарҙарҙа тыңлаусы була. 1999 һәм 2000 йылдар араһында Йәһүд кантор сәнғәте мәктәбендәге курстарҙы тамамлай. 2000 йылда Маймонид исемендәге дәүләт классик академияһының аспирантураһына уҡырға инә. Шулай уҡ өс йыл дауамында Иудаика юғары академияһында уҡый. Социаль проекттар менеджеры (Юғары иҡтисад мәктәбенең дипломы) һәм Тораны каллиграф-күсереп яҙыусы («Мишмерет СТаМ» дипломы) булып тора[1].

2008 йылда элекке тотҡондарҙы социаль-психологик реабилитациялау менән шөғөлләнеүсе «Ҡайтыу» (рус. «Возвращение») проектын ойошторған[2]. Уның базаһында 2010 йылда Аркадий Барановский «Ирекле дебют» театрына нигеҙ һала[3]. "Халыҡ-ара йәһүд гәзите"ндә (рус. «Международная еврейская газета») баш мөхәррир вазифаһын башҡара[4].

Аркадий Барановский бер нисә китаптар, шул иҫәптән 2005 йылда баҫылып сыҡҡан «Моше Бен Маймон (презентация)» брошюраһы[1] һәм 2011 йылда нәшер ителгән «Маймонид. Учитель и целитель» китабының авторы[5].

  1. 1,0 1,1 1,2 Об авторе. www.evrey.com. Дата обращения: 12 июнь 2015.
  2. «Вольный дебют»: бывшие заключенные выходят на сцену. Мой район (4 март 2013). Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  3. Наталья Маркова. Из тюрьмы — в театр. philantrophy.ru (17 ноябрь 2010). Дата обращения: 28 апрель 2015.
  4. О нас. Международная еврейская газета (МЕГ). Дата обращения: 12 июнь 2015. 2015 йыл 26 июнь архивланған.
  5. Aleks Megen. Барановский А. И. — Маймонид. Учитель и целитель (2011). Еврейский медиа портал (24 июль 2014). Дата обращения: 12 июнь 2015. 2015 йыл 26 июнь архивланған.