Барвенко Владимир Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владимир Владимирович Барвенко
Тыуған көнө:

13 июль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (80 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Ростов өлкәһе, Раздорская станицаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, шағир, журналист, телетапшырыуҙар алып барыусы

Жанр:

хикәйә, повесть, роман, шиғыр

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Барвенко Владимир Владимирович (13 июль 1943 йыл) — Дон яҙыусыһы, телевизион публицист. Шахты ҡалаһында йәшәй.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Владимирович Барвенко 1943 йылдың 13 июлендә Ростов өлкәһенең Раздорская станицаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, етештереү өлкәһендә эшләй, армияла хеҙмәт итә. Юғары белемде Шахты ҡалаһы педагогия институтының тарих-филология факультетында ала. Хеҙмәт юлын эшсенән башлай (1961—1965), профессиональ-техник училищела йәмәғәт фәндәре уҡытыусыһы була (1965—1978), журналист, махсус хәбәрсе, Ростов өлкә телевидениеһында «Кадр» тапшырыуын алып бара (1978—1993), «Орбита-Шахты» телекомпанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм баш мөхәррире була (1993—1999). Телевизион публицистика менән шөғөлләнә.

1993 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе әҫәрҙәрен йәштәр һәм замандаштары тураһында яҙа. ХХ быуаттың 70-се йылдарында йәштәр гәзиттәрендә һәм журналдарҙа баҫыла башлай.

«Крестьянка» совет журналында уңышлы баҫыла, әҫәрҙәре башҡа телдәргә тәржемә ителә («Советский Союз» журналы). Проза китаптар авторы: «Трамвайное соло» (Ростов нәшриәте, 1987), «Утро чудес» (М., «Йәш гвардия», 1989), «Золотой дождь» (Ростов нәшриәте, 1991), «Гон» (Ростов нәшриәте, 1992). «Дон», «Йәшлек», «Октябрь» әҙәби журналдарында баҫыла. Шиғырҙар йыйынтығын сығара.

2008 йылда «Временно не доступен» һәм «Проснуться и забыть» хикәйәләрен, «Блистательный жираф» романын яңынан баҫтыра.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыусының түбәндәге әҫәрҙәре баҫтырылған:

  • Трамвайное соло. Повесть. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1987.
  • Утро чудес. Повесть. — М.: изд-во «Молодая гвардия», 1989.
  • Повести и рассказы. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1991.
  • Гон. Повести, рассказы. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1992.
  • Блистательный жираф. Роман, рассказы. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2000.
  • Мёд земного искушения. Стихи. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2002.
  • Проснуться и забыть. Повести и роман. — Ростов-н/Д: изд-во «Акра», 2008.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Недогонов исемендәге әҙәби премия лауреаты..

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Справочник. Ростовское отделение Союза писателей России 1991—2012. Ростов-на-Дону. 2011 г.
  • Барвенко Владимир Владимирович // Культура Дона в лицах: эксклюзивное досье. — Ростов н/Д: АООТ «Ростов. кн. изд.-во», 1997. — С. 61.
  • Барвенко В. В. // Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв. — Ростов-на-Дону, 2006. — С. 131—133.
  • Чупринин, С. Новая Россия: мир литературы: энцикл. слов.-справ. в 2 т. — М.: Варгиус, 2003. — Т. 1. — С. 115.
  • Барвенко, В. Временно недоступен. Рассказ. Краткая биография автора / В. Барвенко // Грушевский мост. — 2008. — № 3(22). — С. 40-41.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]