Барыҫ йылы
Уҡыу көйләүҙәре
Барыҫ йылы | |
Урын | Башҡортостан Республикаhы |
---|
Барыҫ йылы — мөсәлдең Һыйыр йылынан һуң, Ҡуян йылынан алда килә торған өсөнсө йылы[1]
Мөсәл — бик күп Азия илдәрендә, төрки халыҡтарҙың байтағында файҙаланылған 12 йыллыҡ цикллы йыл иҫәбе. Йылдарға 12 хайуан исеме бирелгән (Аждаһанан башҡа) һәм 12 йылға бер ҡабатланып та тора. Григориан календары буйынса Барыҫ йылы 1998, 2010 йылдарға тура килгән. Киләсәктә 2022, 2034 йылдарҙа Барыҫ йылы буласаҡ.
Ҡайһы бер халыҡтарҙа Юлбарыҫ йылы тип тә атала.
Ауыҙ-тел ижадында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттар Ислам ҡабул иткәс, Ай календарын файҙаланыуға күскән, әммә мөсәл менән файҙаланыуҙы ла дауам иткән. Башҡорттар быуаттар дауамындағы тәжрибәнән сығып, йылдың нисек килерен билдәләгән, әммә йыл сифаттарын кешегә күсереп, күрәҙәлек итмәгән.
Һынамышта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Барыҫ йылы барын сәс, һис булмаһа тары сәс.
- Барыҫ йылы — байлыҡ[2]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том — 860 бит
- Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −467 бит
- Мәһәҙиев Д. Мөсәл йыл хисабы // Ватандаш. — 2000. — № 1. — Б. 189—192.
- Надршина Ф. А. Пространство и время в башкирском эпосе «Урал-батыр» // Урал-Алтай: через века в будущее. — Уфа, 2005. — С. 405—407.
- Хөсәйенов Ғ. Башҡорттарҙа боронғо календарҙар // Ватандаш. −1999. -№ 4. — Б. 194—196.
- Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.