Эстәлеккә күсергә

Мөсәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөсәл
Рәсем
 Мөсәл Викимилектә

Мөсәл — ғәрәпсә, иҫкесә — ун ике йыллыҡ циклдан торған һәм һәр береһе айырым йәнлек исеме менән йөрөтөлгән йыл иҫәбе[1] Уны, башҡа төрки халыҡтар кеүек, башҡорттар ҙа ҡулланған[2].

Был йыл иҫәбен Ҡытайҙан тыш Кореяла, Японияла һәм Монголияла, шулай уҡ Вьетнам, Бирма, Непал, Бутан, Шри-Ланка, Камбоджа, Таиланд һәм Лаос кеүек Көнсығыш Азияла файҙаланалар, шулай уҡ төрки халыҡтарҙа һәм монголдарҙа ла мөсәл һаман әле йылдар атамаһы булараҡ һаҡланып ҡалған[3]

Ҡытай мөсәлендә иҫәп:

Ҡытайса/
Хайуан
тамғаһы
Мөсәл
йылдары (башҡортса)
Ҡырғыз
телендә
Үзбәк
телендә
Урыҫ
телендә
1 (zǐ)Сысҡан йылыЧычкан жылыkalamushГод мыши
2 (chǒu)Һыйыр йылыУй жылыsigirГод коровы
3 (yín)Барыҫ йылы[4]Барс жылыyoʻlbarsГод тигра
4 (mǎo)Ҡуян йылыКоен жылыquyonГод зайца
5 (chén)Лыу (аждаһа) йылыУулу жылыajdahoГод дракона
6 (sì)Йылан йылыЖылан жылыilonГод змеи
7 (wǔ)Йылҡы йылыЖылкы жылыotГод лошади
8 (wèi)Ҡуй йылыКой жылыqoʻyГод овцы
9 (shēn)Маймыл йылыМаймыл (мечин) жылыmaymunГод обезьяны
10 (yǒu)Тауыҡ йылыКороз жылыtovuqГод петуха
11 (xū)Эт йылыИт жылыitГод собаки
12 (hài)Ҡабан йылыДонуз жылыchoʻchqaГод свиньи

Мөсәл ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөсәлдең — йылдарҙың төрлө хайуандар исеме менән аталыуының — килеп сығышы «Урал батыр» эпосында ла әйтелгән:

Ай, көн һайын Уралға

Төрлө йәнлек тулған, ти,

Шул йәнлектәр, ҡош-ҡорттар

Килеү көнө кешегә

Ай, йыл һанап белеүгә

Исем булып киткән, ти.

Башҡорттар, мосолман булараҡ, Ислам календары менән файҙаланған, әммә ун ике йыллыҡ циклды ла онотмаған. Был, көнсығыш илдәренән айырмалы, күрәҙәлек итеү өсөн түгел, ә күп быуаттар дауамында йылдың нисек килеүен күҙәтеү нигеҙендә бары тик уңыш алыу менән бәйле һынамыштар булып ауыҙ-тел ижадына инеп ҡалған. Был бөтә йылдар буйынса ла булғандыр, әммә «Башҡорт халыҡ ижады» китабының «Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» томына ҡайһы бер һынамыштар инмәгән[5]

  • Барыҫ йы­лы барын сәс, һис булмаһа тары сәс.
  • Барыҫ йылы — байлыҡ.
  • Йылан йылы — баллыҡ, Ҡабан йылы — байлыҡ, Лыу (Ажда­һа) йылы- һыулыҡ.
  • Ҡуй йылы — ҡытлыҡ, Ҡу­ян йы­лы — йотлоҡ.
  • Сыс­ҡан йылы — игенлек.
  • Тауыҡ йылы тары сәс, Барыҫ йы­лы барын сәс.
  • Тауыҡ йылы — ҡоро­лоҡ.
  • Һыйыр йылы — туҡлыҡ.[6]
  • Ҡуян йылы менән Маймыл йылы — ҡытлыҡ.
  • Йылҡы йылы — яу йылы, һыуыҡлыҡ, ҡытлыҡ.
  • Эт йылы — һыуыҡ, оҙон ҡыш.[7]
« Егерме мөсәл йәшәһәң (йәғни 240 йыл), ырыуҙаштарыңды ла таный алмаҫ инең

("Алдар менән Зөһрә") [8]

»
« Сал тарих - олатай ғүмере тиҫтә-тиҫтә мөсәлдәр, быуаттар, осорҙар менән үлсәнә. Рәми Ғарипов »
« Кеше ғүмере бер нисә мөсәл, имәндеке - бер нисә быуат. Ғ. Хөсәйенов »
  • Китайский зодиак
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 831-се бит.
  2. Народный календарь 2016 йыл 5 апрель архивланған.
  3. 12 животных восточного календаря (недоступная ссылка)
  4. ҡытайҙа Юлбарыҫ йылы.
  5. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −420-се бит
  6. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −420-се бит
  7. Народный календарь 2016 йыл 5 апрель архивланған.
  8. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 831-се бит.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том — 860 бит
  • Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −467 бит
  • Мәһәҙиев Д. Мөсәл йыл хисабы // Ватандаш. — 2000. — № 1. — Б. 189—192.
  • Надршина Ф. А. Пространство и время в башкирском эпосе «Урал-батыр» // Урал-Алтай: через века в будущее. — Уфа, 2005. — С. 405—407.
  • Хөсәйенов Ғ. Башҡорттарҙа боронғо календарҙар // Ватандаш. −1999. -№ 4. — Б. 194—196.
  • Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.