Ҡабан йылы
Ҡабан йылы |
Ҡабан йылы - мөсәлдең Эт йылынан һуң килгән,мөсәлде тамамлап ҡуйған ун икенсе йыл[1]
Мөсәл - бик күп Азия илдәрендә,мәҫәлән, Ҡытайҙа, Кореяла, Японияла һәм Монголияла, шулай уҡ Вьетнам, Бирма, Непал, Бутан, Камбоджа, Шри-Ланка,Таиланд һәм Лаос кеүек илдәрҙә, төрки халыҡтарҙың байтағында, монголдарҙа файҙаланылған 12 йыллыҡ цикллы календарь. Мифик зат Аждаһанан башҡа Һәр йылға бер хайуан исеме бирелгән , һәм ул 12 йылға бер ҡабатланып та тора. Григориан календары буйынса Ҡабан йылы 1935, 1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007 йылдарға тура килгән. 2019 йыл - 12 йыллыҡ циклды тамамланған Ҡабан йылы.
Ҡайһы бер халыҡтарҙа Сусҡа йылы тип тә атала.
Ауыҙ-тел ижадында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттар мосолман булараҡ Ай календарын файҙалана, әммә мөсәл дә ҡулланышта ҡалыуын дауам иткән. Быуаттар дауамындағы һауа торошон, уңыш алыуҙы күҙәтеп, башҡорттар йылдың нисек килерен алдан самалаған, шуға ярашлы сәсеү эштәрен, малсылыҡ хәстәрҙәрен башҡарған. Мәгәр, Азия илдәренән айырмалы, йыл сифаттарын кешегә күсереп, күрәҙәлек итмәгән., сөнки күрәҙәлек Ислам динендә гонаһ һанала.
- Һынамыш
- Ҡабан йылы — байлыҡ. [2]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том — 860 бит
- Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −467 бит
- Мәһәҙиев Д. Мөсәл йыл хисабы // Ватандаш. — 2000. — № 1. — Б. 189—192.
- Надршина Ф. А. Пространство и время в башкирском эпосе «Урал-батыр» // Урал-Алтай: через века в будущее. — Уфа, 2005. — С. 405—407.
- Хөсәйенов Ғ. Башҡорттарҙа боронғо календарҙар // Ватандаш. −1999. -№ 4. — Б. 194—196.
- Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 780-се бит.
- ↑ Народный календарь [1] 2016 йыл 5 апрель архивланған.