Ҡуй йылы

Ҡуй йылы (Һарыҡ йылы)- 12 йыллыҡ мөсәлдә Йылан йылы менән Маймыл йылы араһындағы һигеҙенсе йыл [1]
Ҡуй йылын Ҡытайҙа Кәзә йылы тип атайҙар.
Мөсәл Ҡытайҙан тыш Кореяла, Японияла һәм Монголияла, шулай уҡ Вьетнам, Бирма, Непал, Бутан, Шри-Ланка,Камбоджа,Таиланд һәм Лаос кеүек илдәрҙә ҡулланыла, бынан тыш төрки халыҡтарҙың күпселегендә, шул иҫәптән башҡорттарҙа һәм монголдарҙа файҙаланыла. Ун ике йылда бер йылдар ҡабатланып тора. Григориан календары буйынса Ҡуй йылы 1991, 2003, 2015 йылдарҙа булды. Киләһе Ҡуй йылы 2027 йылда ҡабатланасаҡ.
Ауыҙ-тел ижадында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көнсығыш илдәренән айырмалы, башҡорттар мөсәлде быуаттар тәжрибәһенән сығып йыллыҡ һауа торошо, уңыш алыу менән бәйле һынамыштар булараҡ ҡулланған.Башҡорттар, мосолман булараҡ, мөсәл буйынса кеше сифаттарына күрәҙәлек итмәй.
Һынамыш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡуй йылы — ҡытлыҡ [2]
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Китайский зодиак
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 448-се бит..
- ↑ Народный календарь [1] 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том — 860 бит
- Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −467 бит
- Мәһәҙиев Д. Мөсәл йыл хисабы // Ватандаш. — 2000. — № 1. — Б. 189—192.
- Надршина Ф. А. Пространство и время в башкирском эпосе «Урал-батыр» // Урал-Алтай: через века в будущее. — Уфа, 2005. — С. 405—407.
- Хөсәйенов Ғ. Башҡорттарҙа боронғо календарҙар // Ватандаш. −1999. -№ 4. — Б. 194—196.
- Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.