Эстәлеккә күсергә

Басов Василий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Басов Василий Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 18 (30) апрель 1812
Тыуған урыны Орёл, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 30 декабрь 1879 (11 ғинуар 1880) (67 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө табип, хирург, физиолог, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө медицина[1], хирургия[d][1] һәм физиология[1]
Эш урыны Мәскәү император университеты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының медицина факультеты[d]
Мәскәү император университеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d]
Аспиранттар Синицын, Фёдор Иванович[d]
Гражданский чин йәшерен кәңәшсе[d] һәм действительный статский советник[d]

Басов Васи́лий Алекса́ндрович (18 апрель (30 апрель) 1812 йыл, Орёл — 30 декабрь 1879 йыл (11 ғинуар 1880 йыл), Мәскәү)[2] — Мәскәү университетының ординар профессоры, физиолог һәм хирург, йәшерен советник[3][4].

Василий Александрович Басов мещан ғаиләһенән, иртә ата-әсәһеҙ ҡала, уның тәрбиәһе менән һуҡыр олатаһы шөғөлләнә. Орел өйәҙ училищеһында уҡый, аҙаҡ Орел гимназиһына уҡырға инә. Уны 1827 йылда тамамлау менән шәхси дәрестәр биреп аҡса эшләй һәм тик ике йылдан һуң ғына, 1829 йылда, мещандар йәмғиәтенән бушатыу таныҡлығы алғас (йәғни һалым түләүсе ҡатламдан сыҡҡас), Мәскәү университетына уҡырға инә [2][5]. Мәскәү университетының медицина факультетын 1833 йылда лекарь исеме менән тамамлай, 1834 йылда ветеринар табип, 1835 йылда медик-хирург исемен ала. Мәскәү университетында «О каменной болезни мочевого пузыря вообще и в частности об удалении камней через разрез в промежности» (1841) темаһына диссертация яҡлап, медицина һәм хирургия докторы дәрәжәһе ала, ул 1842 йылдың 28 ғинуарында раҫлана[6][3].

В.А.Басовтың университетта хеҙмәте 1834 йылда башлана, тәүҙә ветеринария фәндәре кафедраһы буйынса прозектор, коллегия асессоры Александр Шмидтың ярҙамсыһы вазифаһын башҡара; һуңынан үҙе прозектор (1837—1843) була[2] ә 1843 йылда өс йылға сит илгә ебәрелә.

1846 йылда ҡайтҡас, В. А. Басов хирургия клиникаһында адъюнкт һәм теоретик хирургия һәм офтальмиатрия уҡытыусыһы итеп билдәләнә. 1848 йылдың мартынан — экстраординар профессор, ә 1852 йылдың авгусынан — ике фән буйынса ординар профессор. 1859 йылдан башлап вафатына тиклем тиерлек Басов — Мәскәү университетының оператив хирургия кафедраһы буйынса ординар профессор һәм хирургия клиникаһы директоры булып эшләй[2]. 1863 йылдың июнендә Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры була[2][5].

Бынан тыш, Мәскәү медицина-хирургия академияһында (1837—1840) физиология кафедра буйынса репетитор була. Мәскәү хәрби госпиталендә ординатор (1848—1858) һәм Мәскәү ҡала дауаханаһының өлкән табибы (1850—1859) була.

Басов иң яҡшы хирург-практик булараҡ билдәле була; Л.Ф.Змеев раҫлауы буйынса, ул «инжил идеалына яҡын» табип була.

Күп кенә сит ил һәм ватан фәнни йәмғиәттәр ағзаһы булып тора.

Шереметев тыҡрығында, Мещерская йортонда йәшәй[7]. Пневмониянан вафат була[2][5]. Ваганьково зыяратында ерләнә (6-сы участка)[8].

Фәнни тикшеренеүҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеүҙәренең төп өлкәһе аш һеңдереү физиологияһы булған фәнни эшмәкәр булараҡ Басовҡа Рәсәйҙә көнбайыш фәненең күп кенә камиллаштырылған алымдарын һәм принциптарын беренсе тапҡыр ҡулланыу хоҡуғы бирелә. Мәҫәлән, тап Басов донъяла беренсе тапҡыр эттең ашҡаҙанына фистула һалыу операцияһын үткәрә. Прозектор булараҡ та, ул Мәскәү табиптарынан беренсе булып вивисекциялар яһай башлай, һәм 1850 йылдар башында Мәскәүҙә табип Ивановтың тамаҡ чахоткаһына трахеотомия үткәрә. Шулай уҡ, 1843 йылда, терһәк быуынының һынған урынын дауалау өсөн тәүге тапҡыр алебастр (гипс) ҡуллана. Эшмәкәрлегенең төп өлкәләре булып муйын һәм яңаҡ шештәрен алып ташлау, биткә пластик операция, ампутациялар, ҡабырға таштары тора. Шулай уҡ хайуандар өҫтөнән тәжрибәләр ҡуя, атап әйткәндә, кролик шекәрәһенә мөгөҙсәне уңышлы ултырта. Медицина уҡытыу методикаһында новатор була: уның тарафынан ауырыуҙарҙың ҙурайтылған һүрәттәре менән таблицалар төҙөлә, лекцияларҙа муляждар, препараттар һәм хайуандарҙа тәжрибәләр күрһәтә[2].

  • «De anate tetropode commentatio» (в «Bull. natural. de Mos.» и отд., M. 1840 г.);
  • «De lithiasi vesicae urinariae in genere et in specie; de extractione calculi per sectionem perinei» (M., 1841 г., докторская диссертация);
  • «Voie artificielle dans l’estomac des animaux» (в «Bull. d. natur. Mos.», 1843 год, и то же на русском языке в «Записках по части врачебных наук», 1843 г., кн. 2, и отд. отт.);
  • «Новый прибор для лечения перелома заднего отростка локтевой кости» (в «Записках по части врачеб. наук», 1843 г., кн. 2);
  • «О значении хирургии в кругу врачебных наук» (в «Военно-медицинском журнале», 1848 г., ч. LI и отд.);
  • «Отрывки из воспоминаний путешественника: а) о Парижском ботаническом саде, б) об анатомических собраниях и искусственных препаратах, и в) о медицинском преподавании» (в «Москвитянине», 1851 г., № 4);
  • «О могуществе природы и спасительном соединении её с хирургией при лечении болезней». Речь актовая 12 января 1851 г. (в «Московском врачебном журнале», 1851 г., отд. IV, стр. 76 и отд.; то же на латинском языке в речах университета);
  • «О подвздошной жировой грыже» (в «Московском врачебном журнале», 1851 г., отд. III, стр. 5, и отд.);
  • «Бродячая внутренняя рожа. Смертельная отечная жаба» (ib., отд. III, стр. 13, и отд.);
  • «Необыкновенной величины слюнной нащечный камень и о слюнных камнях вообще» (ib., отд. III, стр. 103);
  • «Успешная трахеотомия вследствие язв гортани» (ib., 1852 г.);
  • «Американский шов при зашивании пузыре-влагалищного свища, при кровоизлиянии в грудную клетку и т. п.» (в «Трудах II съезда естествоиспытателей и врачей», т. II).
  1. 1,0 1,1 1,2 Basov, Vasilij Aleksandrovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Московские профессора, 2003
  3. 3,0 3,1 Словарь врачей, 1885
  4. Императорский университет / Адрес-календарь Москвы, изданный по официальным сведениям… / Под ред. А. В. Крестовоздвиженского. — М.: тип. Иогансона, 1873—1874. — Отд. I. — С. 106.
  5. 5,0 5,1 5,2 Российская профессура, 2003
  6. Императорский Московский университет, 2010
  7. Императорский университет / Адрес-календарь Москвы, изданный по официальным сведениям… / Под ред. А. В. Крестовоздвиженского. — М.: тип. Иогансона, 1873—1874. — Отд. I. — С. 106.
  8. Артамонов В. Д. Ваганьково. — Москва: Московский рабочий, 1991. — 192 с. — ISBN 5-239-01167-2.
  • Басов Василий Александрович (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения: 21 марта 2017.