Батталов Абдул-Басир Вагидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Батталов Абдул-Басир
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Тулы исеме

Батталов Абдул-Басир Вагидович

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Тыуған датаһы

21 май 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған ере

СССР, РСФСР, Дағстан АССР-ы, Буйнакск районы, Түбәнге Дженгутай ауылы

Спорт карьераһы

1979-1987

Тренеры

Ғайдаров Әхмәт Нагиевич, Борман Владимир Алексеевич, Севрюков Валерий Иванович

Батталов Абдул-Басир Вагидович (21 май 1958 йыл, Түбәнге Дженгутай, Буйнакск районы, Дағстан АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй һәм совет классик (грек-рим) стиле көрәшсеһе. Рәсәй спорт көрәше федерацияһының вице-президенты (2011 йылдың 29 декабренән алып)[1].

Бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Буйнакск ҡалаһында 9-сы һанлы мәктәпте тамамлай. Буйнакск һәм Өфө спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.

Спортсы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европа чемпионы (1985), СССР чемпионы, донъя чемпионатының көмөш призеры (1985), Донъя кубогын яулаусы (1981, 1984), ике тапҡыр СССР чемпионы (1983, 1985).

СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988)[2].

Спорт эшмәкәрлеге тамамланғандан һуңғы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1994 йылда Өфө технология сервис институтын тамамлай.

2011 йылдың 29 декабрендә Рәсәй спорт көрәше федерацияһы бюроһының ултырышында федерация вице-президенты итеп һайлана. Был тәғәйенләү төбәктәр менән үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеү өсөн эшләнә (Батталов Волга буйы федераль округы өсөн яуаплы).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]