Эстәлеккә күсергә

Батулла Нурбәк Роберт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Батулла Нурбәк Роберт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 6 март 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (36 йәш)
Тыуған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө балет артисы
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт сәхнә сәнғәте институты[d]
 Батулла Нурбәк Роберт улы Викимилектә
Нурбәк Батулла

Нурбәк Батулла, Нурбәк Роберт улы Батуллин (1988 йылдың 6 марты, СССР, РСФСР, ТАССР, Ҡазан) — бейеүсе, хореограф, балетмейстер, 2007-2010 йылдарға Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театрының балет бейеүсе. 2016 йылдан Ғабдулла Кәриев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театрының балетмейстеры. «Алтын битлек» (2018), Муса Йәлил исемендәге (2019), «Байрам» (2021) һәм Дамир Сиражиев исемендәге (2024) премиялар лауреаты.

Тышҡы медиафайлдар

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1988 йылдың 6 мартында Ҡазанда яҙыусы Роберт Мөхлисулла улы Батуллин (Рабит Батулла) ғаиләһендә тыуған. Әсәйе Рузия. Энеһе Байбулат (16.03.1993, режиссер). Ҡазандың 155-се мәктәбен (1999), «балет бейеүсе» буйынса белгеслеге Ҡазан хореография уҡыуханаһын (ҺӘР халыҡ артисы В. Н. Бортяков классы, 2007) тамамлаған. Ике йыл Ҡазан консерваторияһының балетмейстерҙык факультетында уҡый. 2012 йылға тиклем Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһында «балетмейстер-хореограф» белгеслеге буйынса уҡыуын дауам итә (А. Положенцев курсы). «Драма һәм кино актерыы» белгеслеге буйынса Санкт-Петербург театр сәнғәте академияһын (Россия дәүләт сәхнә сәнгате институты (рус.)баш., рус. РГИСИ) тамамлаған (Л. Грачева, В. Илюшкинский курсы, 2016)[1].

2007-2010 йылдарға Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театрының балет бейеүсе. Театрҙың «Мадам Баттерфляй» һ. б. спектаклдәрендә ҡатнаша.

2016 йылдан Ғабдулла Кариев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театры балетмейстеры, сәхнәгә кусы[2].

2016 йылдан Ҡазан хореография укуханаһында уҡыта[3].

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ-ара театр проекттарында ҡатнаша. «Сөйөмбикә» биюе, «Бейе-бейе Хәйбулла», «MY NURIEV» моноспектакле , хореографик номерҙар («Шамаил» спектакле) авторҙарының береһе. Композитор Ислам Вәлиев менән «ДНК күсеше» (DNA Shift) ижад итә биюе[4].

«Ижади мөхит» мәҙәни башланғыстар фонды ҡуйған «Әлиф» спектаклендә баш ролде башҡарыусы. Спектаклдең идея авторы һәм режиссеры — Туфан Имаметдинов. Сәхнәлә татар халҡы мең йылдан артыҡ ҡулланған ғәрәп әлифбаһы бейеү аша күрһәтелде[5].

«Театрҙа импровизация» актерлыҡ лабораторияһы тигән проектта ҡатнаша.

2019 йылдың 4 ноябрендә «Ҡалеб» клубы проекты булған «Өтүкән» перформансын (Йондоҙ Миңнуллиндың «Өтүкән» поэмаһына нигеҙләнеп) сәхнәгә һала[6].

Екатеринбург дәүләт опера һәм балет академия театрында (рус.)баш. Пётр Чайковскийның «Черевички» кәмит-фантастик операсын куюда катнаша. Тамашаны Екатеринбургта күрсәтәчәкләр. Н. Батулла беренсе мәртәбә опера спектакле өсөн бейеүләр ижат итә, уға быны «Черевички»ны кыйусы режиссёр Борис Павлович (рус.)баш. тәҡдим иткән[7].

Фильмография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2014 — «Рудник» (режиссер Фәрит Дәүләтшин, сценарий авторы Рабит Батулла) — йәш Нуриев[8].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәләше Алена, керәшен татар ҡыҙы. Улдары Туран менән Ирхан.

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Алтын битлек» премияһы
  • 2018 йыл - "Алтын битлек" премияһы - "Әлиф" спектаклендәге роле өсөн ("Балет-заманса бейеү / ир-ат роле" номинацияһында еңеүсе) [9][10].
  • 2019 йыл - Муса Йәлил премияһы - "Алтын битлек" премияһына лайыҡ булған "Әлиф" спектаклендә роле өсөн[11].
  • 2021 - "Тантана" премияһы - "Иң яҡшы актерҙар ансамбле" номинацияһында Татарстан Милли китапханаһының MOÑ театр майҙанында ҡуйылған "Моң" лирик комедияһындағы роле өсөн (Лилия Мәсгутова, Анастасия Радвогина менән өсөһөнә) [12]
  • 2024 ― Дамир Сиражиев премияһы[13]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Курс профессора Л.В. Грачевой (Выпуск 2016 года). Сайт РГИСИ (рус.)
  2. ТНВ йолдызы булган Нүрбәккә яңа эш урыны бирелгән. tatar-today.ru
  3. nurbak.batulla. facebook.com (рус.)
  4. Нурбәк Батулла: «ДНК күчеше» – геннардан чыккан әсәр. Азатлык радиосы, 27.11.2016
  5. Нурбәк Батулла: «Әлиф» – гайре табигый тамаша. Азатлык радиосы, 22.09.2017
  6. Казанда «Өтүкән» перформансы күрсәтелде. Азатлык радиосы, 5.11.2019
  7. Нурбәк Батулла Екатеринбур театры операсын куюда катнаша. Azatlıq Radiosı – Telegram, 09.08.2022
  8. Рудольф Нуреев. Рудик. film.ru
  9. Зов начала (Әлиф) 2024 йыл 29 май архивланған.. «Алтын битлек» фестиваленың рәсми сәхифәсе (рус.)
  10. «Алтын битлек» алган Нурбәк Батулла: «Бу җиңүне бөек татар халкына багышлыйм». Азатлык радиосы, 15.04.2018
  11. Нурбәк Батулла: Безнең буынның премияләргә исе китми. Азатлык радиосы, 12.02.2019
  12. «Тантана - 2021» театр премияләрен тапшыру. «Татар-информ» онлайн, 27.03.2021
  13. Министерство культуры Республики Татарстан

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләләр
  1. Герой номера. Нурбек Батулла. «Идель», 2017 йыл, декабрь.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]