Башкиров Алексей Филиппович
Башкиров Алексей Филиппович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 21 март 1909 или 21 март (3 апрель) 1909[1] |
Тыуған урыны | Батыревский район[d], Сыуаш АССР-ы[d], РСФСР |
Вафат булған көнө | 9 сентябрь 1979[1] (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Чебоксар, РСФСР, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, прозаик, публицист |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Жанр | повесть[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Башкиров Алексей Филиппович (төп фамилияһы Башкиров; 21 март 1909 йыл, Буинск өйәҙе, Большое Батырево, — 9 сентябрь 1979 йыл, Сыуашстан, Чебоксар) — сыуаш яҙыусыһы. 1941 йылдан — КПСС ағзаһы[2][3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Филиппович Талвир 1909 йылда Сембер губернаһы Буинск өйәҙенең Большое Батырево ауылында (хәҙерге Сыуашстандың Батырев районы Батырево ауылы) тыуған. Икенсе дәрәжә Первомайский мәктәбен, артабан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. СССР халыҡтары Үҙәк нәшриәтенең сыуаш секцияһында, СССР-ҙың Яҙыусылар союзының комсомол ойошмаһының секретары, ВЛКСМ Үҙәк Комитетының пропаганда һәм агитация бүлегендә матбуғат буйынса инструктор булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында взвод командиры, рота политругы, «Комсомольская правда» гәзитенең корреспонденты була. Көнбайыш, Брянск, Сталинград һәм 2-се Балтика буйы фронттарындағы яуҙарҙа ҡатнаша. Һуғыш ваҡытында ҡаты яралана.
Демобилизациянан һуң бер нисә йыл дауамында «Коммунизм ялавӗ» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе була. 1954—1958 йылдарҙа — Сыуашстан яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе.
1960 йылда Ҡазанға күсә. Бында уның инициативаһы буйынса «Хусан» (Ҡазан) альманахы ойошторола. п йылдарҙан һуң яҙыусы тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Пьесалар, хәтирәләр яҙа, 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы темаһына ҙур тарихи роман башлай.
1979 йылда яҙыусы вафат була. Чебоксарҙа ерләнгән.
Алексей Талвир исемен Чебоксарҙың төньяҡ-көнбайыш районында бер урам йөрөтә.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң билдәле китаптары:
- «Ҡышҡы һыуыҡта» — 1929 йылда сыға. Автор кулактың ауыр эшенән ҡалаға ҡасып киткән ике етем малайҙың еңел булмаған яҙмышы тураһында бәйән итә. Әҫәрҙә властарҙың балаларҙың ҡарауһыҙлығына ҡаршы көрәше тасуирлана.
- «Хата» — 1931 йылда сыға. Был әҫәрҙә егерменсе йылдарҙағы комсомолецтар тураһында яҙыла. Китаптың геройҙарының береһе ул үҙе була.
- «Буинск тракы» — 1953 йылдан сыға. Повест. сыуаш халҡының революция алдындағы тормошо тураһында һөйләй. Был китап бик күп телдәргә тәржемә ителгән.
- «Һуғышҡа тиклем, һуғышта, һуғыштан һуң» — дүрт повесттән тора: «Ҡанат ҡағыу», «Фронт юлдарында», «Аҡса өсөн түгел», «Волга аға».
- «Фундамент» (1965) — Сыуашстанда эшсе синыфтың һәм техник интеллигенцияһының формалашыу темаһын күтәргән роман.
Яҙыусы тураһында әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексей Талвир (Башкиров Алексей Филиппович) / Юрьев М. Писатели Советской Чувашии / М. Юрьев, З. Романова. — Чебоксары,1988. — С. 294—296.
- Алексей Талвир — улып чувашской литературы // Юхма М. Имена улиц твоих, Чебоксары! / М. Юхма. — Чебоксары, 2000.- С. 121—125.
- Вспомним о Талвире // Чебоксарские новости. — 1999. — 20 марта.
- Решетина Л. В память о Талвире / Л. Решетина // Чебоксарские новости. — 1999. — 24 марта. — С.1.
- Юхма М. Талвир неизвестный — опальный / М. Юхма // Советская Чувашия.- 1999.- 13 марта и др
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 21 мартта тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- 3 апрелдә тыуғандар
- 9 сентябрҙә вафат булғандар
- 1979 йылда вафат булғандар
- Чебоксарҙа вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы сәйәси эшмәкәрҙәре
- СССР публицистары
- Алфавит буйынса публицистар
- Сыуаш яҙыусылары