Башкиров Матвей Емельянович
Башкиров Матвей Емельянович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1843 |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1924 |
Вафат булған урыны | Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | промышленник |
Матвей Емельянович Башкиров (1843—1924) — рәсәй эшҡыуары, икмәк сәнәғәтсеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Емельян Григорьевичтың уртансы улы Яковтың көтөлмәгән вафатынан һуң уландарҙың кесеһе — Матвей Түбәнге Новгородтағы Башкировтар нәҫеленең башлығы булып китә. Мөлкәтте бүлгән саҡта уға иң бәләкәй өлөш тәғәйен була, әммә ул үпкә һаҡламай. Эш шунда — өлкән ағаларына эләккән тирмәндәрҙе нәҡ Матвей төҙөгән булған. Шуға күрә ул төҙөлөшкә тотона һәм ун йыл үтеүгә Матвей Башкировтың мөлкәте ағалары Николай менән Яковтың мөлкәтенән кәмерәк булмай.
Матвей Башкиров йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, бының өсөн уның тотҡан урыны ла, байлығы ла етерлек була. 1880 йылда Матвей Емельяновичты йәмәғәт ҡарт-ҡоролар (ғәриптәр) йортоноң бағыусыһы итеп һайлайҙар, өс йылдан ул ҡала Думаһыны. гласный креслоһын биләй, ә 1885 йылда уға реаль училищеһының бағыусы ағзаһы булырға тәҡдим яһала.
Үҙенең мәрхәмәтлелеге менән Матвей Башкиров эшсе халыҡтың һөйөүен һәм хөрмәтен яулай, шул уҡ ваҡытта ул тәбиғәттән бик баҫалҡы була һәм артыҡ күҙгә ташланмаҫҡа тырыша. Бөтә ғүмере буйы Матвей Башкиров халыҡ мәғарифы эшенә бик ҙур күләмдәрҙә аҡса иғәнә итә.
Беренсе донъя һуғышы йылдарында Варшаванан 1898 йылда булдырылған император Николай II исемендәге политехник институтты күсерергә кәрәк була. Институтты үҙ ҡалаһына алыу хоҡуғы өсөн Тифлис, Һарытау, Одесса, Ырымбур, Омск, Екатеринослав, Екатеринбург һәм Түбәнге Новгород ҡалалары көрәшә. Юғары уҡыу йортто ҡабул итеүсе ҡала ике миллион һумдан кәм булмаған аҡса йыйырға тейеш була. Сауҙагәрҙәр һәм дворяндарҙың индергән иғәнәләре арҡаһында конкурста Түбәнге Новгород еңә. Матвей Емельянович институт өсөн иң тос өлөштө индерә — ярты миллион һум.
Һәр йәй һайын Матвей Башкиров Зименкаларҙа үҙенең дачаһында ял итә һәм унда халыҡ араһында Изгелек күрһәтеүсе (Благотворитель) хөрмәтле ҡушаматын ала. Бер ваҡыт күрше ауылдан рәхмәт әйтергә киләләр, Матвей емельнович уларға водокачка төҙөй. башкиров уларға яуап итеп әйткән: «һеҙҙең өсөн, мужиктар, тырышманым, йөклө ҡатындарығыҙ өсөн тырыштым». Ысынында, был ауыл йылғаныңбейек ярында урынлашҡан һәм ҡатын-ҡыҙҙарға тулы биҙрәләр менән көн һайын үргә менергә тура килгән.
Уның тырышлығы менән Зименкаларҙа пристангә төшөү урынын булдырылған, күрше ауылда сиркәү ремонтланған.
Түбәнге Новгородтағы беренсе дауахана кассаһы шулай уҡ Матвей Башкировтың тирмәне эргәһендә ойошторола. Вафат булып ҡалған эшселәрҙең улдарына 30 һум аҡса бирелгән. Үлгәндәрҙе ерләү өсөн һәр ғаиләгә — 6 һум, ә бала тапҡан ҡатындарға дүрт һумлыҡ пособие бүленгән. Бай тирмәнсе йомарт кеше генә булараҡ билдәлеллек алмаған, ул шулай уҡ яҡшы идарасы ла булған, 1891 йылда Лукоянов өйәҙен аслыҡ баҫҡас, үләтте бөтөрөү комиссияһына тап Матвей Емельяновичты һайлайҙар.
90-сы йылдарҙа уға Дәүләт банкы Түбәнге Новгород бүлексәһенең иҫәп һәм иҫәп-ссуда комитетары ағзаһы булырға тәҡдим яһайҙар. Тиҙҙән бай тирмәнсе банк донъяһында үҙенең хәлен нығытып ҡуя: ҡыҙын дәүләт банкы Түбәнге Новгород контораһы директоры, абруйлы чиновник Полянский әфәнденең улына кейәүгә бирә.
Матвей Башкиров Түбәнге Новгородтың рәсми рәүештә һайланмаған хужаһы була. Әммә ғаиләне яҡшы белгән бер кеше лә даланлы эшҡыуарҙы бәхетле тип әйтергә теле әйләнмәҫ ине. Тәүге ҡатыны эсеүгә һалыша һәм ошо сирҙән вафат була. Икенсе ҡатыны улының үҙ-үҙенә ҡул һалыунынан һуң ныҡ ауырый һәм тиҙҙән үлеп китә. 1917 йылдағы Октябрь түңкәрелешенән һуң Башкировтар ғаиләһенең бөтә мөлкәтен тартып алалар. 1918 йыл башына бай сауҙагәр ярлы булып аяҡ баҫа. 1924 йылда вафат була. Уны һуңғы юлға оҙатыу өсөн сауҙәгәр-тирмәнсенең элекке яҡшылыҡтарын иҫләгән бик күп кеше килә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Макаров, И. А. Башкировы / И. А. Макаров // Карман России. — Н. Новгород : Книги, 2006. — С. 48-98.
- Макаров, И. А. Башкировы / И. А. Макаров // Купеческий Нижний. — Н. Новгород : Книги, 2006. — С. 6-32.
- Башкиров с сыновьями // Наш край. — Н. Новгород : Книги, 2006. — С. 184—186.
- Шамшурин, В. А. Карман России / В. А. Шамшурин // Возвращение в Нижний Новгород. — Н. Новгород : Литера, 2009. — С. 91-114.
Сайт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Купцы Башкировы [Электронный ресурс] // Электронная энциклопедия Нижнего Новгорода. — Режим доступа