Башҡортостан Республикаһы Архитекторҙар союзы
Башҡортостан Республикаһы Архитекторҙар союзы |
Башҡортостан Республикаһының архитекторҙар союзы — Башҡортостан Республикаһының архитекторҙарын берләштереүсе, үҙенең ағзаларын профессиональ һәм социаль яҡлауҙы үҙенең маҡсаты итеп ҡуйған, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларында уларҙың мәнфәғәттәрен сағылдырған һөнәри ижади йәмәғәт ойошмаһы.
Башҡортостан Республикаһының архитекторҙар союзы ҡалалар төҙөлөшө, архитектура проблемаларын хәл итеүҙә, фекер алышыуҙа һәм ҡарар ҡабул итеүҙә ҡатнаша, закон сығарыу инициативаһына эйә, закондар проектын эшләүҙә ҡатнаша.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР-ҙың совет архитекторҙар Союзы Идараһы Президиумы ҡарарына ярашлы, 1938 йылдың 23 ғинуарында СССР архитекторҙар Союзының Башҡортостан бүлексәһе ойошторола.
1930-сы йылдарҙа Башҡортостанда архитектурала конструктивизмдан неоклассикаға күсеү бара. Постконструктивизм Башҡортостандың хәҙерге архитектура тарихында әһәмиәтле мөһим этап булып тора. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Өфөлә был стилдә «Башсоюз» бинаһы (1936-1937 йылдарҙа, архитекторы Д. А. Коршунов), Элемтә йорто (1934-1935 йылдарҙа, хәҙер Главпочтамт), Республика Хөкүмәте йорто (1935-1938 йылдарҙа, архитекторы Н. Зарубин), Наркомлегпром (1936-1937 йылдарҙа, архитекторҙары Г. Д. Вагин[1], Б. Ғ. Кәлимуллин), Мединституттың төп корпусы (1932-1937 йылдарҙа, архитекторҙары А. И. Филонов, Тардисян) проектлана һәм төҙөлә.
Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа союз ағзалары, башҡорт архитекторҙары, Башҡорт АССР-ы ҡалаларының генераль пландарын төҙөү һәм үҙгәрештәр индереү буйынса ҙур эш башҡаралар:
- Өфө - 1934-1937 йылдар, архитекторҙар Шибаев етәкселеге аҫтында эшләйҙәр («Гипрогор» институтының Мәскәү бүлексәһе)
- Ишембай - 1938-1939 йылдар, архитекторҙар А. И. Филонов, Б Г. Кәлимуллин, П. И. Тришин, П. П. Дохтуров һәм башҡалар.
- Стәрлетамаҡ - 1939 йылдар, архитекторҙар С. Г. Кәлимуллин, Б Г. Кәлимуллин һәм башҡалар.
- Белорет - 1945 йылдар, архитекторҙар С. Г. Кәлимуллин, Б Г. Кәлимуллин һәм башҡалар.
- Бөрө - архитектор А. И. Филонов.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында архитекторҙар СССР-ҙың үҙәк райондарынан эвакуацияланған предприятиеларҙы республикала урынлаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнәләр.
Һуғыштан һуң илдә Н. С. Хрущев башлаған саманан тыш биҙәкләү менән көрәш буйынса кампания бара. Архитектура деталдәрен ҡуйыу, улар эшләнгән һәм төҙөлөш майҙанында урынлаштырылған осраҡта ғына рөхсәт ителгән. Архитектура проекттарын, биҙәктәрҙе ябайлаштырыу һәм схемалаштырыу маҡсатында, яңынан эшләргә тура килә.
1970 йылда Башҡортостан бүлексәһе СССР архитекторҙар союзының Башҡортостан ойошмаһы тип атала башлай, ә 1982 йылда, ойошма РСФСР архитекторҙар Союзы ҡарамағына күсеү менән бәйле, - РСФСР архитекторҙар Союзының Башҡортостан ойошмаһы тип атала.
Дөйөм йыйылыш ҡарары менән Башҡортостан ойошмаһы, үҙ ирке менән РСФСР архитекторҙар Союзы составына ингән Башҡорт АССР-ы архитекторҙар Союзы тип үҙгәртелә.
2004 йылда ойошма яңы исем ала - «Рәсәй архитекторҙар Союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы архитекторҙар Союзы төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
2000-се йылдарҙа союз ағзалары яңы мәҙәниәт объекттарын төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә – Хәрби Дан музейы (2000 йыл, арх. Д .А. Винкельман), М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры (2002 йыл, арх. К. А. Донгузов, Д. Ю. Мирсаяпов), «Өфө уттары» күңел асыу комплексы (2003 йыл, арх. Р. Х. Әхмәҙиев, С. Э. Мигранов, А. У. Байрамғәлина), яңы хакимиәт, сауҙа һәм ғибәҙәт биналары – Рәсәй Федерацияһы Пенсия Фондының Башҡортостан бүлексәһе (2005 йыл, О. А. Томилов, П. В. Скулимовская), Богородица раштыуаһы Кафедраль соборы храмы (2004 йыл, К. А. Донгузов, Е. А. Фаворская, Д. А. Павлов), «Мир» Сауҙа һәм күңел асыу үҙәге (2004 йыл, О. А. Байдин), «Ирәмәл» сауҙа үҙәге (2005 йыл, арх. Р. М. Маскулов), «Европа» сауҙа үҙәге (2007 йыл, арх. Д. А. Винкельман).
Хәҙерге ваҡытта хәҙерге Башҡортостан архитектура төҙөлөшөндә төҙөлөш сифатын күтәреүгә, бизнес-үҙәк, банк биналары, ҡаланың айырым йорттары, элиталы торлаҡ комплекстары, ҡунаҡханалар кеүек объекттар төҙөүгә күп иғтибар бүленә.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы архитекторҙар Союзының төп бурысы булып тора: профессиональ-ижади ҡыҙыҡһыныуҙарының дөйөмлөгө нигеҙендә, Башҡортостан Республикаһы архитектураһы үҫеше өсөн уларҙың тырышлығын һәм мөмкинлектәрен берләштереү маҡсатында, архитекторҙарҙы берләштереү, профессиональ һәм социаль аспекттарҙа үҙ-ара ярҙам ойоштороу; Башҡортостан территорияһында бөтә проект ойошмаларының эшмәкәрлегенә профессиональ йәмәғәт контролен тормошҡа ашырыу; проекттарға уларҙы тормошҡа ашырғанға тиклем һәм ашырғандан һуң йәмәғәт тикшереүе үткәреү, Башҡортостан Республикаһы архитекторҙарының төрлө мәсьәләләр буйынса ижади дискуссияларын үткәреү; күргәҙмәләр ойоштороу, иң яҡшы ижади проекттар һәм төҙөлгән объекттар конкурсы үткәреү; йәш архитекторҙарҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеү; Башҡортостан Республикаһы архитектура-төҙөлөш ҡаҙаныштарын пропагандалау.
50-се йылдарҙан башлап БАССР-ҙа сәнәғәт объекттарын, торлаҡ, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм белем биреү объекттарын күпләп төҙөү бара. Ошоноң менән бәйле, республикала төҙөлөштө архитектура һәм ҡала төҙөлөшө документтары менән тәьмин итеү буйынса ҙур бурыстар барлыҡҡа килә. Был мәсьәләләр Союзда хәл ителә.
Башҡортостан Республикаһы архитектураһы үҫешенә, Рәсәй һәм Башҡортостандың почетлы исемдәре бирелгән архитектура Союзы ағзалары ҙур өлөш индерә: Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторҙары – Ф. И. Рехмуков, Р. И. Кирайдт, А. Ф. Козлов, Б. Г. Калимуллин, И. И. Мироненко, И. Н. Сабитов; С. Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт премияһы лауреаттары – А. В. Клемент, Л. В. Хихлуха, С. А. Голдобин, С. Б. Голдобина, А. В. Давыденко, В. В. Дәүләтшин; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүселәре – М. П. Мазин, Ю. А. Пацков, И. Ф. Минкин, А. С. Дмитриенко, Н. М. Мөхәмәҙиев, О. В. Новиков, Ф. Б. Кәлимуллин, П. С. Колосов, Р.Х. Әхмәҙиев; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторҙары – Р. Р. Авсахов, Г. П. Ғарипов, Л. Ш. Дубинский, С. А. Голдобин, В. Ф. Сәфәрова, М. Н. Сәхәүтдинова, О. С. Тадиашвили, М. Р. Батырова, П. П. Петров, Д. Ф. Әхмәтшин, З. З. Баһаутдинов, Д. А. Винкельман, Р. Г. Саҙрисламов, А. М. Сәрүәров, О. А. Томилова, В. С. Фирсов, С.А. Харичков, Р. Т. Хәйруллин, У. Г. Ураскин, Р. М. Маскулов, А. А. Андрианов, К. А. Донгузов, Т. В. Мелякова, Д. Д. Хәлитов, Р. И. Хәлиуллин
Союз бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда,архитекторҙар Союзы идараһы һәм архитектура проекты коллективы ҡарары менән, атҡаҙанған архитектура эшмәкәре, «Архпроект» институтының элекке директоры Сергей Голдобин исемендәге стипендия булдырыла.
Башҡортостан архитекторҙар Союзы рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө ваҡыттарҙа архитекторҙар Союзы рәйесе булалар:
- Бай Борис Иванович — 1935 й.
- Кәлимуллин Барый Ғибәт улы — 1935 — 1943йй; 1944-1965 йй.
- Сәхәүтдинова Мәстүрә Низам ҡыҙы[2] -1938 -1943 йй
- Звартау Эд. — 1943 -1944йй
- Мироненко Иван Иванович — 1966 -1968 йй
- Рехмуков Фарид Измайлович[3] — 1969 — 1977 йылдарҙа
- Минкин Искәндәр Фәйзрәхман улы −1978 −1985 йй
- Исламов Рим Шәрәфислам улы— 1985 -1987 йй
- Авсахов Рудоль Рәис улы — 1987 — 1994 йылдар, 1997 — 2000 йй.
- Клемент Александр Васильевич[4] -1994 — 1997 йылдар
- Челышев Борис Александрович -2001 — 2003 йй.
- Ураҡсин Урал Ғәзиз улы[5] 2003 −2015 йылдарҙа
Адресы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы 450005, Өфө ҡалаһы, Пархоменко урамы, 101/1, тел. (3472) 273-72-69.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998;
- Ж-л "Архитектура, строительство, дизайн в Республике Башкортостан". №1 (10) декабрь 2007 - январь 2008г. Ст. Союз архитекторов Республики Башкортостан. Листая страницы истории[6].
- Строители Башкортостана. Уфа, 2001.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://sarb02.ru/ 2014 йыл 13 декабрь архивланған.
- http://gosstroy.bashkortostan.ru/about/organ_detail.php?ID=432(недоступная ссылка)
- http://www.gorodufa.ru/?p=news&id=281 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://www.gorod-ufa.com/ufa/community/35192-soyuzu-arhitektorov-bashkortostana-75-let.html 2016 йыл 5 март архивланған.
- Башҡорт энциклопедияһы. 2016 йыл 25 июнь архивланған. Ст. 2016 йыл 25 июнь архивланған. Союз архитекторов республики башкортостан 2016 йыл 25 июнь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [1] 2016 йыл 25 июнь архивланған. Вагин Георгий Дмитриевич
- ↑ Энциклопедия Башкирии → САХАУТДИНОВА Мастюра Низамовна
- ↑ Энциклопедия Башкирии → РЕХМУКОВ Фарид Измайлович
- ↑ Клемент Александр Васильевич
- ↑ Ураксин Урал Газизович
- ↑ http://tenisheva.nethouse.ru/static/doc/0000/0000/0029/29830.rn4za2q6kz.pdf