Башҡортостан комсомолы (энциклопедия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан комсомолы (энциклопедия)
Башкирский комсомол: энциклопедия
Автор

авторҙар коллективы

Жанр

энциклопедия

Төп нөхсә теле

русса

Нәшер итеүсе

Башҡорт энциклопедияһы

Сығарылыш

2016

Биттәр

608

Носитель

ҡағыҙ

ISBN

978-5-88185-291-7

Башҡортостан комсомолы — «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы сығарған фәнни-белешмә баҫма[1]. Был Рәсәйҙә комсомол тарихына бағышланған беренсе региональ тематик баҫма. Энциклопедияға Башҡортостан комсомолы үҫеше тарихы, ҡала һәм район ойошмалары тураһында һәм комсомол лидерҙары тураһында монографик мәҡәләләр тупланған. Ҡушымтала биографиялар, хәтирәләр, комсомол йырҙары, наградалар, мисәттәр, плакаттар бирелә[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың 24 октябрендә  Башҡортостан комсомол ветерандары, Башҡортостан йәштәр һәм спорт министырлығы вәкилдәре, тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министырлығы вәкилдәре ҡатнашлығында «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы ултырышы үтә.

Ғилми-нәшриәт комплексының генераль директоры Уилдан Ғилман улы Сәитов комсомолдың 95 йыллығы алдынан энциклопедик баҫманың актуаллеге һәм әһәмиәте тураһында бәйән итте һәм ултырышта ҡатнашыусыларҙы баҫманың концепцияһы, төҙөлөшө, мәҡәләләр һайлап алыу талаптары менән таныштырҙы[3]..

Комсомол тарихы — Рәсәй һәм Советтар Союзы тарихы менән бәйләнгән. Комсомол иҫке төҙөлөш менән көрөш, революция һәм утлы Граждандар һуғышы йылдарында барлыҡҡа килә. Энциклопедияла  республиканың үҫеше һәм комсомол ойошмаларының тарихта өлөшө бирелә.

Энциклопедияла беренсе комсомол ойошмаларының барлыҡҡа килеүе, индустриализация һәм коллективизация осоронда, Бөйөк Ватан һуғышы, халыҡ хужалығын тергеҙеү йылдарында комсомол ойошмалары эшмәкәрлеге тарихы  20 быуат башынан 1990 йылдарға тиклем бәйән ителә. Комсомолецтарҙың йәмәғәт тормошонда һәм уларҙың  удар комсомол төҙөлөштәрендә һәм студент отрядтарында актив ҡатнашыуына иғтибар бирелә.

Биографик мәҡәләләрҙә беренсе секретарҙар, бүлек мөдирҙәре, ВЛКСМ Өлкә комитеты инструкторҙары, ҡала һәм район ойошмалары етәкселәре тураһында мәғлүмәт бирелә. Комсомолда эшләгән етәкселәр хәҙер республика йәштәр, балалар, үҫмерҙәр баҫмаларында, радио һәм телевидениела, эре предприятиеларҙа етәкселәр булып, район һәм ҡалаларҙа хакимиәт башлыҡтары булып эшләй.

Редакцион коллегия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баш мөхәррире У. Ғ. Сәйетов. Директоры урынбаҫары К. И. Аглиуллин.

М. Т. Әбдеев, Т. Г. Әйүпов, У. Н. Бакиров һәм башҡалар.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]