Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан (радио)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан радиоһы
Рәсәй-Башҡортостан радиоһы
Ҡала

Өфө

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,
Башҡортостан Башҡортостан

Слоган

Өфө һөйләй!!!

Тапшырыуҙар теле

башҡортса, урыҫса

Йышлыҡ

68,24 Өфө, радио селтәр

Тапшырыу ваҡыты

дш.-йм. - 200 минут, шб. — 150 минут, йк. — 210 минут

Тапшырыу зонаһы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,
Башҡортостан Башҡортостан,
Ырымбур өлкәһе Ырымбур өлкәһе,
Силәбе өлкәһе Силәбе өлкәһе

Эшләй башлаған ваҡыт

7 ноябрь 1927

ГУП ТРК «Башҡортостан»

Етәксеһе

Сәрүәрова Римма Фәйзи ҡыҙы

Сайт

http://ufa.rfn.ru/

Башҡортостан радиоһы, Рәсәй-Башҡортостан радиоһы — «Башҡортостан» Бөтә Рәсәй дәүләт телеведение һәм радио кампанияһы ҡарамағындағы радиоканал. 1927 йылдың 7 ноябренән башлап эфирға сыға. Тапшырыуҙар һәр ваҡыт «Өфө һөйләй» тигән һүҙҙәр менән башлана, башҡорт һәм урыҫ телендә алып барыла. Эш көндәрендә 200 минут, шәмбе 150 минут, ял көнөндә 210 минут дауамында бара. Радиотапшырыуҙар 68,24 МГц үтә ҡыҫҡа тулҡындарҙа һәм республиканың радио селтәре аша алып барыла. Программалар ижтимағи-сәйәсәт, иғтисад, социаль, мәҙәни-ағартыу мәсьәләләренә ҡағыла. Радиотапшырыуҙарҙы Башҡортостан Республикаһында һәм күрше төбәктәрҙең сиктәш райондарында тыңлайҙар[1].

Ғәмәлдәге тапшырыуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә

  • Республика иртәһе
  • Майҙан
  • Кесәрткән
  • Шәжәрә

Урыҫ телендә

  • Иҙел һәм Урал араһында (Между Волгой и Уралом)

Элекке тапшырыуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брянцева Людмила Ивановна фольклорсы, филология фәндәре кандидаты фәнни эшмәкәрлеген урыҫ халҡының йыр фольклорын өйрәнеүгә бағышлай. Башҡортостан радиоһында урыҫ фольклорына арналған «Малахит ҡумта» тип аталған махсус тапшырыуҙар циклын әҙерләү авторҙашы. «Башҡортостандың Архангел районындағы урыҫ йыр традицияһы» йыйынтығының (2006) йыр текстары һәм нота эшкәртмәләре авторы. 19972006 йылдарҙа Рәсәй халыҡтары фольклоры буйынса йыйынтыҡ әҙерләүҙә әүҙем эшләгән яуаплы мөхәррир була. «Таусень» урыҫ халыҡ фольклор ансамбленең ғилми консультанты[2].

Әлеге ваҡытта эшләгәндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Алсынбаев Нияз Зәбих улы — «Майҙан» — аналитик программа, «Кесәрткән» — радиофельетондар, «Шәжәрә» — тарихи тапшырыуҙарҙы алып барыусы. Башҡорт дәүләт педогогика университетының ингили тарихы факультетытын тамамлаған. 1989 йылдан журналист булып эшләй. Ике китап авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре.
  • Ғәлиев Фирҙәт Ғәзиз улы — Башҡортостан студияһының программалырын алып барыусы диктор. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Шәйхзада Бабич исемле республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. «Тамыр» исемле балалар өсөн телетапшырыуҙа оҙаҡ йылдар алып барған. Унда уйнаған роле аша халыҡ ярытыуын яулаған һәм «Тыр-тыр ағайыбыҙ» ҡушаматы йәбешеп ҡалған.
  • Һәм башҡалар- яҙылып бөтмәгән.
  • Яҙыла башламаған