Башҡорттарҙың хәрби тарихы (энциклопедия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡорттарҙың хәрби тарихы
Рәсем
Жанр энциклопедия
Әҫәрҙең теле рус теле
Нәшер ителеү ваҡыты 2013

«Башҡорттарҙың хәрби тарихы» энциклопедияһыбашҡорттарҙың һәм Башҡортостан халыҡтарының хәрби тарихына бағышланған фәнни-популяр баҫма.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Энциклопедияла XVII-XIX быуаттағы башҡорт ҡораллы формированиелары, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоро, Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында материалдар йыйылған. Шулай уҡ башҡорт хәрби формированиелары ҡатнашҡан хәрби операциялар, ҡораллы конфликттар һәм һуғыштар тураһында, башҡа хәрби формированиелар һәм частар составында хеҙмәт иткән башҡорттар тураһында материал тупланған. Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте, хәрби званиелар, титулдар һәм наградалар, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоро матбуғаты менән бәйле хәрби учреждениелар тараһында документтар тәҡдим ителә. Китап хәрби байраҡтар, маҡтау ҡағыҙҙары, хәрби кейем формалары һүрәтләнгән фотоматериалдар менән тасуирланған.

Китап ике өлештән тора. Китаптың беренсе өлөшө башҡорт хәрби тарихының Рәсәй дәүләте составына ингәнсе һәм унан һуң осорҙарҙы тасуирлай торҡан очерктарҙан тора.

Китаптың икенсе өлөшө алфавит тертибендә төҙөлгән очерктарҙан тора. Икенсе өлөштә: Советтар Союзы геройҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙары, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары; крайҙа тыуып башҡорт частарында хеҙмәт итеүселәр, башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусылар (Башҡорт хәрби шураһы, Башревком ағзалары, командирҙар һәм комиссарҙар, ҡораллы формированиеларҙың полк һәм дивизия муллалары, хәрби учреждениелар етәкселәре һәм башҡалар); Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар, Аҡтар хәрәкәте эшмәкәрҙәре һәм ҡыҙылармеецтар, башҡорт дворяндарынан контон начальниктары, XVII-XVIII быуатта башҡорт ихтилалдарында, 1773-1775 йылдарҙығы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусылар, Ырымбур хәрби һәм генерал-нубернаторҙар; XVI быуаттың икенсе яртыһында — XX быуат башында Рәсәй һуғыштарында һәм хәрби походтарында ҡатнашыусылар; Изге Гергий, Изге Владимир, Изге Анна һәи Изге Станислав ордендары кавалерһары, шулай уҡ Георгий Тәреһе ордены билдәһе менән бүләклкнгәндәр.

Наградалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2014 йылдың октябрендә Мәғариф өлкәһендә инновацион технологиялар төбәк-ара үҙәге, А. И. Герцен исемендәге дәүләт универсаль өлкә фәнни китапханаһының Вятка дәүләт гуманитар университеты ойошторған Бөтә Рәсәй «Тарих; археология; этнография» конкурсында «этнография» номинацияһында «Гуманитар өлкәлә иң яҡшы фәнни китап тип танылды.[1].


Ғилми редакция коллегияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баш мөхәррир — Ә. З. Әсфәндияров.

Редакторҙар — К. И. Әһлиуллина, И. Ғ. Аҡманов, Р. Ғ. Буканова һәм башҡалар.

Баҫманы «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы хәҙмәткәрҙәре әҙерләне.

Директор — У. Ғ. Сәйетов. Энциклопедия 2013 йылда баҫылды.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]