Эстәлеккә күсергә

Башҡорт АССР-ының иҡтисады

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт АССР-ының иҡтисады

Башҡорт АССР-ының иҡтисады — СССР-ҙың Урал иҡтисади төбәгенә ингән Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының  (БАССР) иҡтисады, Өфө, Салауат—Стәрлетамаҡ кеүек эре иҡтисади төйөндәрҙе үҙ эсенә ала.  

Башҡорт АССР-ының  1925—1978 йылдарҙағы гербы

БАССР иҡтисады төбәктәр буйынса төрлө үҙенсәлектәргә эйә була: Урта Ағиҙел буйы  — БАССР-ҙың  иҡтисади йәҙрәһе, халҡының яртыһы, иҡтисад производствоһының 4/5 өлөшө, ауыл хужалығының ҙур өлөшө ошонда тупланған. Урта Ағиҙел буйында эшкәртеү сәнәғәте өҫтөнлөк итә; ауыл хужалығы юғары  интенсивлыҡ менән айырылып тора; транспорт селтәре нығыраҡ үҫешкән. БАССР-ҙың  Көнбайыш төбәгендә  нефть сығарыу һәм бойҙай игеү-малсылыҡ йүнәлешле ауыл хужалығы өҫтөнлөк итә, ауыл еренә юғары халыҡ тығыҙлығы хас. БАССР-ҙың Төньяҡ төбәге  — ауыл хужалығы, урман сәнәғәте һәм нефть сығарыу төбәге.  БАССР-ҙың Таулы төбәге  — тау заводтары сәнәғәте,  таулы һыҙаттың төньяғында эре ағас эшкәртеү предприятиелары, игенселек һәм малсылыҡ тармаҡтары булған әҙ халыҡлы төбәк.

Хәрби коммунизм (1919—1921)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БАССР-ҙа «хәрби  коммунизм»  Башҡортостанды иҡтисади кризистан сығарыуға йүнәлтелә. Идара итеүҙең хәрби-приказ биреү системаһы урынлаштырыла, эре һәм уртаса сәнәғәт национализациялана, хосуси сауҙа бөтөрөлә, продразверстка, ҡала менән ауыл араһында туранан-тура аҙыҡ-түлек алмашыу, аҙыҡ-түлекте дәүләт бүлеүе  (карточкалар системаһы), дөйөм хеҙмәт бурысы, хеҙмәткә түләүҙә тигеҙләү  принцибы индерелә.

1918—1921 йылдарҙа Продразвёрстка крәҫтиәндәрҙең бөтә артҡан игенен (шәхси һәм хужалыҡ ихтыяждарына ҡаралған норманан артығын) һәм башҡа продуктыһын нығытылған хаҡ буйынса дәүләткә мотлаҡ тапшырыуын күҙҙә тота. Уны Аҙыҡ-түлек халыҡ комиссариаты органдары,  продотрядтар урындарҙағы ярлылар комитеттары һәм Советтар менән бергә үткәрә. БАССР-ҙа волость башҡарма комитеттарына һәм ауыл Советтарына аҙыҡ-түлек йыйыу буйынса  ультиматив талаптар ҡуйыла, ауылдарға эске һаҡ отрядтары ебәрелә; иген һатыу тыйыла.  Башревком  граждандар һуғышы барғанда халҡы бер ниһеҙ ҡалған республикала Продразверстканы үткәрттермәҫкә тырышып ҡарай.  1919—1921 йылдарҙа БАССР-ҙа 29 миллион бот самаһы иген һәм башҡа күп аҙыҡ реквизитлана.   

БАССР-ҙа хәрби  коммунизм сәйәсәте халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра.  1920 йылда  крәҫтиәндәрҙең «Ҡара бөркөт» тип аталған ихтилалы тоҡана. 1921 йылда етәкселек тарафынан  «хәрби коммунизм»дың ҡулайһыҙлығы таныла һәм  яңы иҡтисади сәйәсәт индерелә.  

БАССР-ҙа яңы иҡтисади сәйәсәт (рус. новая экономическая политика, НЭП)  продразверстканы аҙыҡ-түлек һалымы менән алмаштырыуҙан башлана. Аҙыҡ-түлек һалымы, урындағы шарттарға һәм крәҫтиән хужалыҡтарының хәленә ҡарап, һәр аҙыҡ-түлек төрө буйынса яҙғы сәсеү башланғанға тиклем тәғәйенләнә.  Башҡортостанда 1921 йылда натуралата һалымдар игенгә, иген фуражына, картуфҡа, иткә, һөт ризыҡтарына, йомортҡаға, балға, ҡош итенә,  бесәнгә,  майлы культураларҙың орлоғона,  йөнгә һәм башҡаларға билдәләнә. 

Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма комитетының һәм РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1922 йыл 17 март декреты менән күп төрлө һалымдар урынына  берҙәм натуралаата һалым билдәләнә, ул арыш һәм бойҙайҙы нисә бот тапшырыу тейешлеген билдәләй һәм иген, майлы культуралар орлоғо, картуф, ит, май менән алына. 1922 йылда Башҡортостан дәүләткә  5 миллион 841 мең бот иген тапшыра. Һуңғараҡ натуралата һалым аҡсалата һалымға алмаштырыла. Ялланма хеҙмәт ҡулланыу, етештереү сараларын арендалау рөхсәт ителә. Сәнәғәт хужалыҡ иҫәбенә күсерелә. Трестар, синдикаттар системаһы индерелә, ул сәнәғәтте баҙар менән  бәйләй. Башҡортостанда «Башпром», «Башорлес», Тау тресы һәм башҡа трестар ойошторола.

Хеҙмәткә натуралата түләү аҡсалата түләүгә алмаштырыла. Хосуси сауҙа рөхсәт ителә. Ваҡ һәм уртаса предприятиеларҙың ҡайһы берҙәре ҡабат шәхси ҡулдарға тапшырыла.  30-сы йылдар башына республикала НЭП бөтөрөлә.

Индустриалләштереү һәм коллективлаштырыу (1929—1941)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БАССР-ҙа коллективлаштырыу  1929 йылдың көҙөнән 30-сы йылдарҙың уртаһына тиклем бара. Кулактар бөтөрөлә, колхоздар ойошторола.  Башҡорт АССР-ында коллективлаштырыуҙың үҙенсәлектәре: башҡорттарҙың күпселеге колхоздарға үҙ ихтыяры менән инә, колхоздар милли-этник яҡтан бер төрлө була, яңғыҙаҡтар ярайһы уҡ ҙур процент тәшкил итә.

Индустриалләштереү өлкәһендә 1929—1932 йылдарҙа  35 яңы завод, фабрикалар, электр станциялары төҙөлә,  Белорет ҡалаһы заводтары юғары сифатлы ҡорос, метиздар етештереү буйынса илдең иң эре  предприятиеларына әүерелә.  Нефть сығарыу сәнәғәтендә  Ишембай  нефть промыслаһы булдырыла, ул  Башҡортостанда нефть сәнәғәтенә башланғыс һала.

1-се биш йыллыҡ аҙағына  БАССР  аграр республиканан  аграр-индустриаль республикаға әүерелә (1932 йылда сәнәғәттең удель ауырлығы халыҡ хужалығының тулайым продукцияһының 50 процентын тәшкил итә).

2-се (1933—1937) һәм 3-сө (1938—1942) биш йыллыҡтарҙа 70-ләп предприятие, Өфө—Ишембай тимер юлы,  Ишембай—Өфө нефть үткәргесе (1936), Ишембай нефть ҡыуыу (1936), Өфө крекингылау (1938) заводтары төҙөлә, авиадвигателдәр һәм  комбайн моторҙары етештереү үҙләштерелә.  Бәләбәй, Белорет, Туймазы, Раевка ит комбинаттары һәм башҡалар төҙөлә.

Күп тармаҡлы  механизацияланған колхоз-совхоз ауыл хужалығы барлыҡҡа килә (1940 йылға крәҫтиән хужалыҡтарының  97,9 проценты коллективлаштырыла). Сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн  БАССР 1935 йылдың 15 мартында Ленин ордены менән наградлана.

Бөйөк Ватан һуғышы осоро  (1941—1945)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941—1945 йылдарҙағы  Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылдарында БАССР-ға илдең көнбайыш райондарынан 90-лап предприятие күсерелә. Республикаға  250 меңләп кеше эвакуациялана.  Тулайым продукция күләме буйынса БАССР сәнәғәте һуғыш йылдарында  2,5 тапҡырҙан ашыуға үҫә.

Һуғыш йылдарында БАССР-ҙың аграр секторында 1479,5 миллион һумлыҡ продукция етештерелә, был Уралда етештерелгәндең яҡынса  сиреген  (23,5 процент) һәм Союз күләменең  2,2 процентын тәшкил итә. Башҡорт ауылы ауыл хужалығын үҙгәртеп ҡороуҙың төп бурыстарын уңышлы үтәй һәм  етерлек аҙыҡ-түлек һәм сеймал етештереүгә өлгәшә. 

БАССР-ҙың хеҙмәтсәндәре   оккупациянан азат ителгән төбәктәрҙе аяҡҡа баҫтырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.  Ворошиловград, Харьков, Сталинград, Ростов, Смоленск һәм башҡа өлкәләргә тракторҙар, автомашиналар, төҙөлөш материалдары, завод  ҡорамалдары, мебель, сәнәғәт тауарҙары, аҙыҡ-түлек оҙатыла.  1943 йылда  «Акъяр», «Әләгүз», «Байрамғол», «Ейәнсура», «Мораптал», «Таналыҡ», «Һәүәнәк» һәм башҡа совхоздарҙан азат ителгән төбәктәргә  250 трактор, 450-нән ашыу  сәскес һәм һабан оҙатыла, 350 тракторсы, 40 механик һәм трактор бригадаһы бригадиры ебәрелә.  Ленинград, Архангельск һәм Калинин өлкәләренә йәшелсә орлоғо ебәрелә[1].

Башҡорт АССР-ы 1945—1965 йылдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Салауат  нефть-химия комбинаты

Һуғыш бөткәс тә  8 сәғәтлек эш көнө һәм эшселәр менән хеҙмәткәрҙәр өсөн  отпуск  тергеҙелә.  1947 йылда  халыҡты аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары менән тәьмин итеүҙә карточка системаһы бөтөрөлә.  

Һуғыштың ауыр эҙемтәләрен бөтөрөү бурысы алға сыға.    Башҡортостандың сәнәғәте тыныс  продукция етештереүгә үҙгәртеп ҡорола. Үҙгәртеп ҡороу  1946 йылда тамамлана. 1947 йылда БАССР Юғары Советы сессияһы 1946—1950 йылдарға Башҡортостан өсөн хужалыҡ төҙөлөшөнөң дүртенсе биш йыллыҡ планы тураһында законды раҫлай.  Закон һуғыш эҙемтәләрен бөтөрөүҙе һәм БАССР халыҡ ужалығын артабан үҫтереүҙе күҙҙә тота.

Һөҙөмтәлә Башҡортостан сәнәғәте  1950 йылда 1940 йылға ҡарағанда 4 тапҡырға күберәк продукция бирә. Нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү арта,  республикала машиналар эшләү, төҫлө   металлургия, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте ҙур тиҙлек менән үҫә. 

Сәнәғәттә тулайым продукция етештереү биш йыл эсендә 2,2 тапҡырға арта. Нефть сығарыу буйынса Башҡортостан Советтар Союзында — икенсе урынды, ә эшкәртеү буйынса беренсе урынды ала.  

Яңы предприятиелар сафҡа инә: Яңы Өфө һәм  Яңы Ишембай  нефть эшкәртеү заводтары, Салауат  нефть-химия комбинаты. Көйөргәҙе районында күмер сәнәғәте барлыҡҡа килә.  Яңы Октябрьский, Күмертау һәм Салауат ҡалалары ҡалҡып сыға.

1950 йылдан Башҡорт АССР-ында  бер-береһенә ҡушыу юлы менән колхоздарҙы эреләтеү башлана. Башҡортостанда  1953 йылда 4340 колхоздан   1661 ҡала.

Башҡорт  АССР-ы 1965—1985 йылдарҙа 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡарман ГРЭС-ы

1965—1985 йылдарҙа республикала иҡтисадтың бөтә өлкәләрендә — сәнәғәттә, төҙөлөштә, транспортта, элемтәлә, ауыл хужалығында —  ҙур үҙгәрештәр була. Дүрт биш йыллыҡ эсендә  республиканың халыҡ хужалығына  33,7 миллиард һум самаһы  капитал һалыуҙар йүнәлтелә, был БАССР йәшәгән бөтә йылдарҙа һалынған инвестицияларҙың  75 проценты күләмен тәшкил итә. Был средстволарҙың 80 проценттан ашыуы сәнәғәтте үҫтереүгә йүнәлтелә.  

Төҙөлөштөң ҡоласлылығы менән  8-се биш йыллыҡ айырылып тора,  был осорҙа БАССР-ҙа 300-ҙән ашыу яңы предприятие, цех һәм производство төҙөлә, улар иҫәбендә — Туймазы  химия һәм нефть машиналары эшләү заводы (1968),  Европалағы иң ҙур Ҡарман  ГРЭС-ы (1968), Бәләбәй  метиздар һәм нормалдәр заводы (1970), Нефтекама  яһалма күн заводы (1970) һ.б.

9-сы биш йыллыҡта 270 яңы предприятие сафҡа индерелә.   10-сы биш йыллыҡта   22 эре сәнәғәт предприятиеһы һәм  240 производство менән цех эшләй башлай.

60-сы йылдар уртаһынан  капитал һалыуҙар ауыл хужалығына йүнәлтелә башлай. Республикала аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ һиҙелә. Магазиндарҙа ит, ит ризыҡтары, балыҡ, ҡош ите,  60-сы йылдар уртаһында аҡ икмәй етмәй.

1982 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты пленумы СССР Аҙыҡ-түлек программаһын тормошҡа ашырыуҙа өлкә партия ойошмаһының бурыстарын ҡарай. Уны тормошҡа ашарыу саралары БАССР Юғары Советы ҡарарҙары менән законлаштырыла.  Республикала агросәнәғәт комплексы (АПК) ойошторола, уға  2 меңләп ауыл хужалығы ойошмаһы һәм предприятиеһы инә. Программаның үтәлеш йомғаҡтары кире була:  1981—1985 йылдарҙа ауыл хужалығының тулайым продукцияһы  1976—1980 йылдар менән сағыштырғанда  72 миллион һумға кәмей, иген культураларының уңышы  БАССР-ҙа 1981—1985 йылдарҙа  1976—1980 йылдарҙағы менән сағыштырғанда гектарынан 2 центнерға кәмей. 

Башҡорт АССР-ы 1985—1992 йылдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙгәртеп ҡороу йылдарында СССР-ҙа  бюджет һәм аҡса  системаларының тиңлеге боҙола, бының һөҙөмтәһендә  республикала иҡтисади хәл киҫкенләшә. 

Халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын етештереү күләме аҡса массаһынан кәмерәк була.  Магазиндарҙа алдағы йылдарҙа ла аҙыҡ-түлек  (ит, май, балыҡ) булмағанлыҡтан,  һатып алыусылар аҡсаһын валюта, алтын һатып алыуға тотона, күп йылға алда аҙыҡ-түлек запасы булдырыу менән мауыға.  Шәкәргә, тәмәкегә, араҡыға карточка булдырыла, аҙыҡ-түлекте республиканан ситкә сығарыу тыйыла.

1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының атамаһы  Башҡортостан Республикаһы тип алмаштырыла. Республика иҡтисадын дәүләттән айырыу, хосусилаштырыу башлана, был процесс халыҡ хужалығының төп тармаҡтары күрһәткестәренең түбәнәйеүенә, тормоштоң бөтә яҡтарының  либералләшеүенә, халыҡтың килемдәр буйынса ҙур айырмалы ҡатламдарға бүленеүенә килтерә. 

Башҡорт АССР-ының иҡтисадсылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Х лет Советской Башкирии. 1919—1929. — Уфа, 1929. 426 с.
  • Башкирия за 50 лет: ст. сб. -Уфа, 1969. — 134 с.
  • Гибадуллин Б. Г. Советская Башкирия в годы Великой Отечественной войны (1941—1945 гг.): исторические очерки. — Уфа, 1971.
  • Городничев Н. П., Дьяков А. Я. Успехи в развитии экономики и культуры Башкирской АССР за 40 лет. — Уфа, 1959.
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. — Уфа, 1997. — 696 с.
  • История Башкортостана. 1917—1945 гг. Т.1. — Уфа, 2004.
  • История Башкортостана (1917—1990-е годы): Учебник / Под ред. Р. З. Янгузина. — Уфа, 1997.
  • Зиязетдинов Р. М. Экономика довоенной Башкирии. — Уфа, 2008.
  • Экономика Башкирской АССР на рубеже 80-х гг. Уфа, 1983.