Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы
Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 29 ноябрь 1920 |
Тыуған урыны | Совет Рәсәйе, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Раевка |
Вафат булған көнө | 10 декабрь 2008 (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы (29 ноябрь 1920 йыл — 10 декабрь 2008 йыл, Өфө) — иҡтисадсы, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының почетлы академигы (1996), профессор (1973), иҡтисад фәндәре докторы (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы[1] 1920 йылдың 29 ноябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Әлшәй ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылы) тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[2]. Һуғыштан һуң, 1953 йылда, Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай.
1953 йылдан ул СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында иҡтисади тикшеренеү бүлегендә эшләй (1987 йылдан алып СССР Фәндәр академияһы Урал бүлегенең Башҡортостан ғилми үҙәге): өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире; 1990 йылдан малсылыҡ һәм аҙыҡ производствоһының Башҡортостан ғилми-тикшеренеү һәм проект-технология институтында: баш ғилми хеҙмәткәр; 1995 йылдан Башҡорт дәүләт авиация университетында: кафедра профессоры, 1995-1998 йылдарҙа лаборатория мөдире.
Ғөбәйҙуллиндың ғилми йүнәлештәре: ауыл хужалығы иҡтисады, төбәк агросәнәғәт комплексы үҫеше проблемалары һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу.
Ул шулай уҡ төбәк агросәнәғәт комплексы үҫеше һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлегенең фәнни-методологик нигеҙҙәрен эшләүгә ҙур өлөш индергән.Уның тарафынан ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеген арттырыу, малсылыҡты махсуслаштырыу, хужалыҡ-ара кооперативлаштырыу һәм интеграция үҫеше, фермер хужалыҡтарын үҫтереү проблемаларын хәл итеүҙең методологик нигеҙҙәре эшләнә.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһендә тора. Иҡтисад фәндәре докторы (1978), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 25 китап һәм монография.
- Фәнни-техник прогресс шарттарында малсылыҡ үҫешенең иҡтисади проблемалары. М.: Наука, 1978.
- Башҡортостанда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын ойоштороу. Өфө, 1992.
- Агросәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының әйләнештәге аҡсалары. Өфө, 2005
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Губайдуллин Мансур Садыкович — Милләттәшләр. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 ғинуар 2013. 8 ғинуар 2013 тикшерелгән.
- ↑ Память народа
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Татар энциклопедияһы: 5 т. т. 2: Г.-Й. Ҡазан: ТР ФА татар энциклопедияһы Институты , 2005.
- Башҡортостан энциклопедияһы: 7 т. т. 2:В-Ж. Өфө: башҡорт энциклопедияһы, 2006.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 29 ноябрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- 10 декабрҙә вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Иҡтисад фәндәре докторҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышы сәйәси эшмәкәрҙәре
- Әлшәй районында тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар