Башҡорт өлкә бюроһы
Башҡорт өлкә бюроһы (Башҡорт халҡы союзы бюроһы) — Башҡорт милли хәрәкәтенә етәкселек итеү органы.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1917 йылдың 10 майында Мәскәүҙә 1-се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезының башҡорт делегацияһы тарафынан ойошторола. Башҡорт өлкә бюроһы Башҡорт милли хәрәкәтенә етәкселек итеү өсөн булдырыла.
1917 йылдың 26 июнендә исеме Башҡорт халҡы союзы бюроһы тип үҙгәртелә. 1917 йылдың май айы урталарында штаб-фатиры Ырымбурҙа урынлашҡан була. Июль айында 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайына делегаттарҙы һайлау үткәрелә. 20 июлдә Башҡорт мәркәз шураһы һайланғандан һуң эшмәкәрлеге туҡтатыла.
Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт өлкә бюроһы ағзалары[1]:
Башҡорт халҡы союзы бюроһы ағзалары:
- Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы
- Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы
- Вәлидов Әхмәт-Зәки
- Дәүләтшин Абдулла Сибәғәтулла улы
- Игликов Х.
- Иҙелбаев Сәфәрғәли
- Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы
- Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы
- Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы
- Мутин Ғариф Ибраһим улы
- Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы
Башҡалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баҫма органы «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» («Башҡорт өлкә бюроһының хәбәрҙәре») тип атала.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Ҡасимов С. Ф. Башҡорт өлкә бюроһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.