Эстәлеккә күсергә

Баһадиршаһ Сөйәрғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баһадиршаһ Сөйәрғол улы
Тыуған көнө

яҡынса 1750-се йылдар

Тыуған урыны

Ғәйнә улусы, Ҡажмаҡты ауылы

Вафат булған көнө

1805 һәм 1811 йылдар араһында

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы, Дүртөйлө районы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

дин әһеле, мөфәссир

Баһадиршаһ Сөйәрғол улы (Баһадиршаһ бин Сөйәрғол әл-Ғәйнәүи әл-Ҡажмаҡты) — башҡорт дин әһеле, мөфәссир. Урал-Волга буйында беренсе булып төрки телендә Ҡөрьәндең етенән бер өлөшөнөң тәфсирен яҙа.

Баһадиршаһ Сөйәрғол улы яҡынса 1750-се йылдарҙа тыуған[1]. Шәжәрәһе: Ишбулат → Әбдеррәшит → Сөйәрғол → Баһадиршаһ[2].

Ҡоро Аласыҡ ауылы (Ағиҙелдең уң яҡ яр буйында) имамы Сәйфелмөлөк бин Мортазан бин Сәлимдең (?—1802) мәҙрәсәһендә уҡый һәм бында 1771 йылда «Дөррәтел-нәсихә» китабын тамамлай[2].

Ғәйнә улусы Ҡажмаҡты ауылы мәсетендә имам булып хеҙмәт итә[2].

Урал-Волга буйында тәүгеләрҙән булып төрки телендә Ҡөрьәндең етенән бер өлөшөнөң тәфсирен яҙа һәм уның өҫтөндә эшен 1805 йылда тамамлай. Был китап Ҡазан ҡалаһында 1859 йылда «Китаб-и шәрәф-и мәаб Һәфтийәк тәфсире төрки телендә» исеме аҫтында нәшер ителә[1].

Улдары: Хөррәмшаһ (1777—?), Надиршаһ (1779—?), Ғәҙелшаһ (1784—?)[1].

1805 һәм 1811 йылдар араһында вафат булған[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Саитбатталов И. Р. О трёх одноимённых толкованиях Корана и возможно первом муфассире из башкир // Традиционный Ислам в России и выдающийся башкирский ученый-теолог просветитель мусульманского мира, шейх Зайнулла Расулев: Материалы Международной научной конференции, посвященной 185-летию со дня рождения вы-дающегося башкирского религиозного и общественного деятеля Зайнуллы Расулева (1833–1917). — Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН. — С. 219-223. — 396 с. — ISBN 978-5-91608-164-0.
  2. 2,0 2,1 2,2 Ризаэддин Фахруддин. Асар. — Казань: «Рухият». — Т. 1. — С. 74, 76.