Эстәлеккә күсергә

Баһауетдинов Абдулхаҡ Хәйретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баһауетдинов Абдулхаҡ Хәйретдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Бийск, Томск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Вафат булған урыны Озёрки (Тербун районы), Тербун районы, Липецк өлкәһе
Ерләнгән урыны Икенсе Тербуны
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Баһауетдинов Абдулхаҡ Хәйретдин улы (рус. Багаутдинов Абдулхак Хайретдинович) (1915 йыл — 12 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының саперҙар взводы командиры[1].

Абдулхаҡ Хәйретдин улы Баһауетдинов 1915 йылда Алтай крайы Бийск ҡалаһында[2] тыуған. Алтай крайы Бийск районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, 313-сө кавалерия полкының саперҙар взводы командиры була. Курск өлкәһендәге 1942 йылдың йәйге ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була һәм Озерки ауылынан төньяҡтараҡ ятҡан ағаслыҡта[3] ерләнә, һуңғараҡ Икенсе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегенә күсерелә[4]. Ҡатыны — Якунина Прасковья (Бийск ҡалаһы)[3].

  • 1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[5]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды, А. Х. Баһауетдинов исеме өҫтәмә исемлеккә индерелде[5].
  • Баһауетдинов Абдулхаҡ Хәйретдин улының исеме Алтай крайының Хәтер китабына индерелгән[6]