Безье
Безье (франц.Béziers, окс.Besièrs) — Францияның көньяғындағы Орб йылға буйында урынлашҡан Эро департаментындағы ҡала, Урта диңгеҙ яры буйынан 12 км алыҫлыҡта ята.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иртә тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Безье — беҙҙең эраға тиклем яҡынса VII быуатта нигеҙләнгән Францияның иң боронғо ҡалаларының береһе. Ҡалала бик күп тарихи ҡомартҡылар бар: антик амфитеатр, изге Назарий соборы, (VIII быуаттан телгә алына), Изге Мадлена сиркәүе (XI быуат), Көньяҡ каналы (XVII быуат). Безье халҡы 70 мең самаһы кеше тәшкил итә.
Альбигой тәре походтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1209 йыл уртаһында 10 000 тирәһе ҡораллы тәре йөрөтөүселәр Лионда йыйыла[10]. Июнь айында Раймунд VI Тулузский, ниндәйҙер насар хәл килеп тыуыуына шикләнеп, католик руханиҙарына катарҙарҙарға ҡаршы хәрби хәрәкәт башларға вәғәҙә бирә. Был вәғәҙәнән һуң күпмелер ваҡыт үткәс уның сиркәүҙән ҡыуылыуы алына[11]. Шул уҡ ваҡытта тәре йөрөтөүселәр Монпельеға яҡынлаша. Катарҙар общинаһы йәшәгән Альби һәм Каркассон тирәләй Раймунд-Рожер Транкавель ерҙәре бөлгөнлөккә төшөү ҡурҡынысы аҫтында була. Раймунд Тулузский кеүек, Раймунд-Рожер ҙа тәре йөрөтөүселәр юлбашсылары менән һөйләшергә маташа, ләкин һөйләшеү килеп сыҡмай, һәм ул ҡаланы оборонаға әҙерләү өсөн, Каркассонға ашыға[12]. Июль айында тәре йөрөтөүселәр ҙур булмаған ауылды яулап ала һәм Безьеға яҡын килә[13]. Улар ҡаланан бөтә католиктарҙың сығыуын талап итә. Католиктар баш тарта, һәм Безье ҡалаһын алғандан һуң уның бөтә халҡы юҡ ителә. Хәҙерге сығанаҡтар һәләк булған халыҡтың һанын ете һәм егерме мең араһындағы диапазонда билдәләй. Һуңғы иҫәп саманан тыш арттырылған тип папа легаты Арнольд Амальрик отчетында күренә[14].
Мәғарифы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡалала 6 колледж (шуларҙың өсәүһе шәхси), унда уҡыусылар дөйөм урта белем ала, шулай уҡ 5 лицей, шул иҫәптән уны тамамлағандан һуң бакалавр дәрәжәһе алалар, ул юғары уҡыу йортона инеү хоҡуғын бирә.
Хәҙерге ваҡытта Безье ҡалаһында ике юғары уҡыу йорто асылған: Поль Валери исемендәге университет (Монпелье III) һәм Технология институты.
Шулай уҡ сәнғәт консерваторияһы һәм өлкәндәрҙең профессиональ белемен күтәреү үҙәге бар.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бик боронғо Chappaz ҡунаҡханаһы Безье ҡалаһында тыуған билдәле француз скульпторы Жан-Антуан Энжальбер тарафынан төҙөлгән.
Шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пьер- Поль Рике— инженер, эшҡыуар, Лангедок йәки Көньяҡ каналының инициаторы һәм төҙөүсеһе
Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хайльбронн (Германия, 1965 йыл)
Стокпорт (Бөйөк Британия, 1972 йыл)
Ставрополь (Рәсәй, 1982 йыл)
Чиклан-де-ла-Фронтера (Испания, 1993 йыл)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 COMMUNE DE BEZIERS // https://annuaire-entreprises.data.gouv.fr/entreprise/213400328 (фр.)
- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ 3,0 3,1 3,2 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Populations légales 2020 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2022.
- ↑ 5,0 5,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ http://ставрополь.рф/english/intermunicipal_cooperation/Information_about_Beziers.php
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 https://lannuaire.service-public.fr/occitanie/herault/mairie-34032-01
- ↑ VC § 84
- ↑ PL §XIII
- ↑ VC § 88
- ↑ VC § 89
- ↑ Бер хәбәрҙәр буйынса, яҙыусы, Христос легаты ҡасан папа янына ғәскәр етәкселәренең береһе һораны Арнольд Амальрика тураһында һөйләне, нисек кафырҙан айырып тороусы католик, яуап шул: «Caedite eos! Enim eius Dominus Novit sunt qui» — «бөтә Үлтерергә! Раббы үҙе белә!».
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт города (фр.)
- Official tourist office website for visting Béziers 2007 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған. (инг.) (фр.) (нем.) (исп.)
- Official Portal for visting Béziers (фр.)
- The Old Cemetery of Béziers-Art Photos 2016 йылдың 1 февраль көнөндә архивланған. (фр.)