Бенгалияла аслыҡ (1769—1773)
Бенгалияла аслыҡ | |
Урын | Бенгал[d] |
---|---|
Башланыу датаһы | 1767 |
Тамамланыу датаһы | 1773 |
Һәләк булғандар һаны | 7 000 000 һәм 10 000 000 |
Британия Бенгалияһында 1769—1770 йылдарҙағы (йәки 1769-1773 йылдар; бенг. ৭৬-এর মন্বন্তর, Chhiattōrer monnōntór; һүҙмә-һүҙ Аслыҡ 76[1]) бөйөк аслыҡ — Һиндостан субконтинентында Британия экспансияһы сиктәрендә Бенгалияны Британ Ост-Һинд компанияһы баҫып алыу эҙемтәһе булған аслыҡ. Һинд-Ганг тигеҙлегенең Бихарҙан Бенгал төбәгенә тиклем түбәнге өлөшөнә ҡағыла. Баһалауҙар буйынса, дөйөм алғанда аслыҡ 10 миллионға тиклем кешенең үлеменә килтерә[2][3][4][5]. Бенгал президентлығы башлығы (ә һуңынан Һиндостандың генерал-губернаторы) Уоррен Гастингстың 1772 йылдағы отчетында иҫәпләнеүенсә, зыян күргән төбәктәрҙә халыҡтың өстән бер өлөшө аслыҡтан һәләк булған[6].
Тарих башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Плесси янындағы алыштар (23 июнь 1757) һөҙөмтәһендә Һиндостандың Бенгалия наваблығы Британ Ост-һинд компанияһы власы ҡарамағына күсә.
XVIII быуат уртаһында наваблыҡта 20-30 миллион самаһы кеше йәшәй, ул һиндостандың башҡа өлкәләрен бөлгөнлөккә төшөргән феодаль һуғыштарҙан бөтөнләй тиерлек зыян күрмәгән бай һинд дәүләте була[7]. Компания Бенгалия ҡаҙнаһынан 5,26 миллион фунт стерлинг суммаһына ҡиммәттәр ала. Роберт Клайв, компания ғәскәрҙәре командующийы, 200 мең фунт стерлингтан ашыу ҡиммәттәрҙе баҫып ала. Компания Бенгалияның бөтә ҡаҙна аппаратын да үҙләштерә. Рента-һалым яҡынса ике тапҡырға арттырыла. Һалым йыйыу компания хеҙмәткәрҙәренә һәм уларҙың урындағы агенттарына (баньяндарға) йәки урындағы ростовщиктарға (шроффтарға) ҡыҫҡа ваҡытҡа бирелә. Замандаштары раҫлауынса: «улар (откупщиктар) бәхетһеҙ крәҫтиәндәрҙән һуңғы фартингҡа тиклем бөтәһен дә тартып алған; һуңғылары, үҙҙәренең иҫке торлаҡтарын ташлап китергә теләмәйенсә, үтәй алмаҫлыҡ талаптарға буйһонған». Һалым йыйғанда язалауҙар, шул иҫәптән үлемесле язалар (мәҫәлән, ҡамсы менән һуҡтырып үлтереү) ҡулланылған, хатта балалар ҙа уларҙың ҡорбаны булған[7].
Урындағы сауҙагәрҙәргә тышҡы сауҙа менән шөғөлләнеү тыйыла. Инглиздәр эске таможнялар индерә, эске Бенгал сауҙаһының мөһим тармаҡтарын монополиялаштыра. Йөҙҙәрсә мең бенгал һөнәрселәре компания факторияларына мәжбүри рәүештә беркетеләләр, улар үҙ продукцияһын минималь хаҡтар буйынса уларға тапшырырға тейеш булғандар, йыш ҡына уларға бер нәмә лә түләмәйҙәр. Шаһит раҫлауынса: «Коммерция резиденты (фактория начальнигы) уларҙың барыһына ла (һөнәрселәргә-туҡыусыларға) билдәле бер эш тәғәйенләй, ҙур булмаған аванс өсөн уларҙың хеҙмәтен үҙләштерә, үҙ һөнәрен үҙенең отошо өсөн файҙаланыу хоҡуғынан мәхрүм итә». «Компания агенттары алыныусы тауарҙар өсөн бик аҙ хаҡ түләй йәки бөтөнләй түләмәй», — тип хәбәр итә Калькуттаға 1762 йылда компания хеҙмәткәре. «Баҙарҙар, пристандәр, күмәртә баҙарҙары һәм иген һаҡлағыстар тулыһынса емерелгән. Был көс ҡулланыу һөҙөмтәһендә үҙ кешеләре менән сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр һәм райаттар (крәҫтиәндәр) һәм башҡалар ҡасалар», тиелә Бирбум округы хакимының номиналь власты һаҡлап ҡалған навабҡа белдереүендә[7].
1762 йылда Клайв һәм башҡа юғары хеҙмәткәрҙәр Бенгалияла, Бихарҙа һәм Орисста тоҙ, бетель (борос төрөнә ҡараған мәңге йәшел күп йыллыҡ үҫемлек) һәм тәмәке менән монополиялы сауҙа итеү өсөн йәмғиәт ойошторалар. Заминдарҙар (ер хужалары) һәм туранан-тура етештереүселәр был йәмғиәткә тауарҙарҙы мәжбүри рәүештә арзан хаҡҡа тапшырырға тейеш булалар. Был һинд ер биләүселәрен дә, һөнәрселәр менән крәҫтиәндәрҙе лә бөлгөнлөккә төшөрә, әммә компанияны тиҙ байыта. 1765 йылда уның таҙа килеме 14946 мең рупий, ә 1767 йылда — 21177 мең рупий була[7].
Генерал-губернатор Чарльз Корнуоллис һуңынан былай тип хәбәр итә: «Бер нисә йыл дауамында ауыл хужалығы һәм сауҙа бөлгөнлөккә төшә, һәм хәҙерге ваҡытта был провинцияларҙың (Бенгалия, Бихар, Орисса) халҡы, шроффтар һәм баньяндарҙан тыш, тиҙ арала дөйөм фәҡирлеккә һәм бөлөүгә табан бара». Ост-Һинд компанияһына буйһонған кенәзлектәргә «субсидиар ғәскәр» тотоу һәм кабалалы займдарҙы хеҙмәтләндереү ауыр йөк булып төшә. Карнатака крәҫтиәндәре меңәрләп үҙ ерҙәрен ташлап китәләр[8].
Аслыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡты талау 1769—1770 йылдарҙа аслыҡҡа килтерә, уның барышында 7 миллиондан 10 миллионға тиклем бенгал һәләк була[9]. Аслыҡ солғаған төбәктәр хәҙерге Һиндостандың Бихар һәм Көнбайыш Бенгалия штаттарына ҡағыла, аслыҡ шулай уҡ Одишаға (Орисса) һәм Джаркхандҡа, шулай уҡ хәҙерге Бангладеш республикаһы ерҙәренә тарала. Иң ныҡ зыян күргән райондар араһында Бенгалияла Бирбхум һәм Мөршидабад, шулай уҡ Бихарҙа Тирхут, Чампара һәм Беттиах була.
Бынан тыш, Муршидабадта сәсәк эпидемияһы ҡуба, ул 63 мең кешенең, шул иҫәптән ике навабтың — Нәжәбута Әли хан һәм уның ағаһы Ашрафтың (тәхеткә ултырғандан һуң 2 аҙна үткәс) ғүмерен алып китә.
Ниндәйҙер ғәҙәти булмаған тип иҫәпләнмәгән уңыш етешмәүе 1768 йылда уҡ һиҙелә, әммә киләһе йыл аҙағына, 1769 йылдың сентябрендә йыл һайынғы көньяҡ-көнсығыш муссоны уңышһыҙлыҡҡа осрап ҡаты ҡоролоҡ булғандан һуң, һиҙелерлек ҡатмарлаша. Әммә ауыл еренән килгән хәүефле хәбәрҙәрҙе Ост-Һинд компанияһы хеҙмәткәрҙәре иғтибарға алмайҙар. Унан да бигерәк, 1770 йылдың апрелендә аслыҡ үҙенең иң юғары нөктәһенә яҡынлашҡас, Компания киләһе йылға ер һалымы тағы ла 10 процентҡа арттырылырға тейеш тип иғлан итә — был уның хакимлығының тәүге йылдарында уҡ Бенгалияла ер һалымынан дөйөм килем икеләтә арттырылыуын иҫәпкә алғанда. Һөҙөмтәлә, 1770 йылдың башына аслыҡты раҫларға тура килә, ул йыл уртаһына һәләкәтле масштаб ала.
1770 йыл аҙағында яуым-төшөмдөң күп булыуы яҡшы уңышҡа килтерһә лә, аслыҡ туҡтамай, әммә аслыҡ көсһөҙләнә. Артабанғы йылдарҙа аҙыҡ-түлек етмәүҙән үлем осраҡтары 1773 йылға тиклем дауам итә.
1780—1790 йылдарҙа Бенгалияла яңынан аслыҡ башлана, бер нисә миллион кеше һәләк була[9]. Аслыҡ шулай уҡ Бенарес, Джамму, Бомбей һәм Мадрасты солғай.
Эҙемтәләре һәм баһалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аслыҡ һөҙөмтәһендә ҙур райондар бөлгөнлөккә төшә, эшкәртелгән ерҙәр ташлана һәм тиҫтәләгән йылдарға яңынан джунглиға әүерелә, сөнки иҫән ҡалғандар аҙыҡ эҙләп уларҙы ташлап китәләр. Был территориялар иҫәбендә Бирбхумдың ҙур өлөшө була, ул оҙаҡ ваҡыт дауамында үтмәҫлек тиерлек булып ҡала. 1772 йылдан Бенгалияны юлбаҫарҙар һәм туги бандалары ҡурҡыу аҫтында тоталар, улар 1790-сы йылдарға ғына яза биреү ғәмәлдәре менән туҡтатылалар.
1769—1770 йылдарҙағы аслыҡ, ваҡыты-ваҡыты менән эпидемиялар менән тулыланыусы, XVIII һәм XIX быуаттарҙа төбәкте бөлгөнлөккә төшөрөүсе артабанғы аслыҡ осорона ҡарата пролог була[10][11]. Ғәҙәттә был төрлө сәбәптәрҙең ярашыуы менән аңлатыла, әммә Британ Ост-Һинд компанияһының Һинд туҡыу производствоһының төп үҙәге булараҡ Бенгалияны бөлгөнлөккә төшөргән сәйәсәте иң мөһиме булып ҡала.
Аслыҡтың башланыуын 1769 йылдың, бөтә ерҙә ҡоролоҡ һәм ике бер-бер артлы уңышһыҙ дөгө уңышын тыуҙырған, көсһөҙ муссоны менән бәйләйҙәр. Үҫешмәгән инфраструктура, һуғыш арҡаһында бөлгөнлөк һәм Британия Ост-Һинд компанияһының урындағы халыҡты талау сигендә һалым керемдәрен арттырыу сәйәсәте 1765 йылдан һуң ауыл ерендә йәшәүселәрҙең иҡтисади ресурстарының кәмеүенә килтерә[12]. Һинд тарихсыһы Сушил Чаудхури яҙыуынса, Компания аңлы рәүештә Бенгалияла опий мәген экспортҡа үҫтереү урынын бушатыу өсөн аҙыҡ-түлек культураларын юҡ иткән, был аҙыҡ-түлек алыу мөмкинлеген кәметә һәм аслыҡҡа булышлыҡ итә[13]. Компания фермерҙарға дөгө урынына индиго үҫтерергә ҡушҡаны, шулай уҡ иген «туплауҙы» тыйғаны өсөн тәнҡит утына тотола.
Һинд иҡтисадсыһы һәм Нобель премияһы лауреаты Сен Амартия был хәлде яһалма аслыҡ тип тасуирлай, быға тиклем XVIII быуат Һиндостанында әллә ни аслыҡ булмауын билдәләй[14]. Уға америка йәмғиәт белгесе-марксист Майк Дэвис ҡушыла:
Элекке кеүек үк, беҙҙең ҡарамаҡта Һиндостандың ауыл райондарының, Көнсығыш Һиндостан кампанияһы заманында 1770 йылғы Бенгалиялағы фажиғәгә, йәки 1875 һәм 1920 йылдар араһындағы халыҡтың үҫешен нулгә тиклем тиерлек кәметкән оҙайлы һәм ғазаплы ауырыуҙар һәм аслыҡ осорона оҡшаш, ябай средстволар етешмәүе арҡаһында килеп тыуған көрсөктәр кисереүе тураһында дәлилдәр күп түгел… Һинд Моголдары 1770-се йылдарға тиклем аслыҡ менән осрашмағандар. Улай ғына түгел, Британға тиклемге Һиндостанда, тимер юлдар системаһы менән уратып алынған милли иген баҙары ойошторолғанға тиклем, аҙыҡ-түлек запастары күп булған, етешлеккә булышлыҡ итеүҙең нәҫел системаһы киң таралған, ә артыҡ иген булған төбәктәрҙә игенгә хаҡтар спекуляциянан яҡшы һаҡланған булыуы тураһында дәлилдәр бар[15].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Британия һиндостанында аслыҡ
- Бенгалиялағы аслыҡ (1943)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1769 был 1176-м годом в бенгальском календаре
- ↑ Amartya Sen. Poverty and Famines: An Essay on Entitlement and Deprivation. — Oxford University Press, 1981. — С. 39. — ISBN 978-0-19-828463-5.
- ↑ Антонова К. А., Бонгард-Левин Г. М., Котовский Г. Г. История Индии. — М., 1979. — С. 283.
- ↑ Гхош Ч. К. Голод в Бенгалии. — М.: Издательство иностранной литературы, 1951. — С. 20.
- ↑ Бошам Д. Английский империализм в Индии. — М., 1935. — С. 17.
- ↑ Fredrik Albritton Jonsson. Enlightenment's Frontier: The Scottish Highlands and the Origins of Environmentalism. — Yale University Press, 2013. — С. 167—170. — ISBN 978-0-300-16374-2.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Всемирная история: В 24 т. Т. 14. Период английского завоевания Индии / А. Н. Бадак, И. Е. Войнич, Н. М. Волчек и др. — Минск: Современный литератор, 1999. — 512 с. — С. 303—309.
- ↑ Всемирная история. Период английского завоевания. М., 2007
- ↑ 9,0 9,1 Тарасов А. Н. Г-н Фергюсон, пламенный фальсификатор // Скепсис. Научно-просветительский журнал. — 2008. — № 5. — С. 146—153. — ISSN 1683-5573.
- ↑ Murton Brian. The Cambridge world history of food. 2 / Kenneth F. Kiple. — Cambridge University Press, 2001. — С. 1411—1427. — ISBN 978-0-521-40215-6.
- ↑ Amartya Sen. Poverty and Famines: An Essay on Entitlement and Deprivation. — Oxford University Press, 1981. — С. 195—212. — ISBN 978-0-19-828463-5.
- ↑ The East India Company: The original corporate raiders (4 март 2015). 6 июнь 2015 тикшерелгән.
- ↑ Chaudhury, Sushil (1999). From Prosperity to Decline: Eighteenth Century Bengal. Manohar Publishers and Distributors.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 27 сентябрь 2017. - ↑ Майк Дэвис. Поздневикторианские холокосты 2017 йыл 27 сентябрь архивланған. // «Сентябрь», 17.07.2017