Бендзин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бендзин
пол. Będzin
ФлагГерб
POL Będzin flag 1.svgPOL Będzin COA.svg
Рәсем
Рәсми атамаһы Będzin
Дәүләт Flag of Poland.svg Польша
Административ үҙәге Бендинский уезд[d] һәм Бендзинский повят[d]
Административ-территориаль берәмек Бендзинский повят[d]
Халыҡ һаны 55 695 кеше (31 март 2021)[1]
Ир-егеттәр 26 447[2]
Ҡатын-ҡыҙҙар 29 248[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 176 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Туғандаш ҡала Татабанья һәм Ижевск[4]
Сиктәш Челядзь[d], Псары[d], Сосновец[d], Войковице[d] һәм Домброва-Гурнича[d]
Майҙаны 37,37 км²
Почта индексы 42-500
Рәсми сайт bedzin.pl
Урынлашыу картаһы
Карта
Commons-logo.svg Бендзин Викимилектә

Бендзин (пол. Będzin [ˈbɛnd͡ʑin]) — ҡала. Польшаның Силезия воеводствоһы, Бендзин повяногына ҡараған ҡалаһы. Ҡала гмина статусына эйә. 37,08 км² майҙанды биләй. Халҡы — 65 231 кеше (2004 йылға ҡарата).

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Замок (һулда) һәм синагога. Бендзин, боронғо фотоһүрәттәр

Икенсе бөтә донъя һуғышына тиклем Бендзин типик йәһүд ултырағы була, уның халҡы составында 1921 йылда 17 298 йәһүд милләтле кеше иҫәпләнә (барлыҡ ҡала халҡының 62,1 %)[5]. Гитлер ғәскәрҙәре Польшаны оккупациялағандан һуң, 1942 йылдың майында бында Бендзин геттоһы булдырыла. Халыҡтың күп өлөшө Освенцим үлем лагерына депортацияланғанға тиклем немецтарҙың хәрби заводында эшләргә мәжбүр ителә, депортацияланғас, улар юҡ ителә. Һуңғы күп һанлы гетто кешеләрен депортациялау мәлендә, 1943 йылдың 3 авгусында урындағы хәрби йәһүд ойошмаһы ағзалары ихтилал күтәрә[6]. Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Бендзиндың элек синагога торған майҙаны геттоның шул ихтилалда ҡатнашыусылары исеме менән атала. 2005 йылда был майҙанда 1939 йылдың 8 сентябренән 9 сентябренә ҡараған төндә немецтар тарафынан үлтерелгән йәһүдтәр иҫтәлегенә обелиск ҡуйыла[7].

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хәҙер ҡалала әүҙем Бендзин тимер юл станцияһы һәм тимер юлдың Бендзин-Място менән Бендзин Ксавера туҡталыштары (платформалары) бар. Башҡа ике станциялары ябыҡ.
  • Ҡалала 5 трамвай линияһы, улар «Силезский Трамвай» системаһына ингән һәм Силезия воеводствоһының 13 ҡалаһын үҙ эсенә ала. Ҡала территорияһында 50 ҡала-ара һәм ҡала эсе маршруттарында 50 трасса эшләй.

Иҫтәлекле урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бендзин замогы

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Беери, Иссера (1901—1958) — Израиль хәрби разведкаһына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге етәксеһе
  • Гетингер, Людвик Рох (1904—1941) — Рим-католик сиркәүенең хыялыйы
  • Заводский, Александр (1899—1964) — Польша халыҡ республикаһы Дәүләт советы башлығы
  • Хорембальский, Винсент (1890—1960) — поляк скульпторы
  • Шнайдер, Рафал (1971—2014) — поляк ҡылыссыһы, фехтование буйынса донъя чемпионаты призеры

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/012415001011-0937899?var-id=1639616&format=jsonapi
  2. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/012415001011-0937899?var-id=1639617&format=jsonapi
  3. https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/012415001011-0937899?var-id=1639618&format=jsonapi
  4. https://www.izh.ru/i/info/16265.html
  5. BĘDZIN (билдәһеҙ). Jewish Historical Institute Education. Дата обращения: 27 февраль 2012. Архивировано 4 июнь 2012 года. 2012 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған.
  6. Бендзин — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  7. Monument to the memory of Będzin Jews (Bohaterów Getta Sq.) (билдәһеҙ). Virtual Shtetl. Дата обращения: 27 февраль 2012. Архивировано 4 июнь 2012 года. 2012 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]