Эстәлеккә күсергә

Бестужев курстары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бестужев курстары
Нигеҙләү датаһы 20 сентябрь (2 октябрь) 1878
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Константин Николаевич Бестужев-Рюмин[d][1]
Етәксе Константин Николаевич Бестужев-Рюмин[d][1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Василеостровский районы[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата сентябрь 1918
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q50531627?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][2]
Указания, как добраться 10-я линия Васильевского острова, 31, 33, 35, 39
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Бестужевских курсов[d]
Карта
 Бестужев курстары Викимилектә

Бестужев курстары — рус. Бестужевские курсы — Санкт-Петербургтағы юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары (1878—1918). Рәсәйҙә тәүге ҡатын-ҡыҙ юғары уҡыу йорттарының береһе[3]

1870-се йылдарҙа Рәсәй хөкүмәте рус ҡатын-ҡыҙҙары сит илгә уҡырға китмәһен өсөн һөҙөмтәле саралар кәрәклеген аңлай башлай.

Бестужев курстарын ойоштороу буйынса тәүге эшмәкәрҙәрҙең төркөмө:: (һулдан уңға баҫып торалар) О. А. Мордвинова, А. Н. Бекетов, А. П. Философова, П. С. Стасова;; (ултыралар) . Н. А. Белозерская, В. П. Тарновская, Н. В. Стасова, М. А. Менжинская

1870 йылда Санкт-Петербургта уртаҡ (йәғни, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн) лекциялар ойошторола. Улар 1870 йылдың 2 (14) ғинуар 18702 ғинуарында асыла, тәүҙә Эске эштәр министрлығы бинаһында, һуңынан Владимир өйәҙ училищеһы бинаһында үтә һәм «Владимир курстары» исемен ала. Әммә 1875 йылда курстар үҙ эшмәкәрлеген туҡтата.

1873 йылда статс-секретарь И. Д. Делянов рәйеслегендә хөкүмәт комиссияһы ойошторола, ул ҡатын-ҡыҙҙар өсөн юғары педагогик уҡыу йорто проектын тәҡдим итә. 9 (21) апрель 18761876 йылдың 9 апрелендә министрға университет ҡалаларында Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарын асырға рөхсәт ителә.

Шуның менән файҙаланып, Владимир ҡатын-ҡыҙҙар курстарын ойоштороусылар (Н. В. Стасова, М. В. Трубникова, А. П. Философова, В. П. Тарновская)А. Н. Бекетов етәкселегендә 1878 йылда Санкт-Петербургта Юғары ҡатын-ҡыҙ курстарын асырға рөхсәт алыуға өлгәшә. Курстарға рәсми рәүештә «Бестужев» исеме бирелә, ә тыңлаусылар «бестужевкалар» тип атала башлай[4] — сөнки уны ойоштороусы һәм беренсе директор, профессор К. Н. Бестужев-Рюмин була.

«Курсистка», Н. Ярошенко А. картинаһы(1880). Бестужевка Анна Дитерихс

Курстарҙы асыу тантанаһы үтте 20 сентябрь (2 октябрь1878 йылда була.

468 даими тыңлаусы уҡырға инә, 346 ирекле тыңлаусы була.

Курстарҙың эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге ваҡытта курстарға урта белемле 21 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар ҡабул ителгән, һуңынан — гимназия тамамлаусылар йәш сикләүҙәрһеҙ алынған. Курсҡа инергә теләгәндәр ғариза бирергә, уға метрик таныҡлыҡ, белем тураһында аттестат һәм сәйәси ышаныслылыҡ тураһында таныҡлыҡ һалырға тейеш була (әгәр уҡыу йортон тамамламаған йылда уҡ инмәһә). Вакансиялар һаны артһа, аттестаттар конкурсы буйынса ҡабул ителгәндәр. Ҡабул итеү имтихандары тапшырылмаған.

Уҡыу түләүле була. Курс эшмәкәрлегенә "Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарына матди ярҙам йәмғиәте " булышлыҡ иткән, Халыҡ мәғарифы министрлығынан, Санкт-Петербург ҡала думаһынан, шулай уҡ лекциялар тыңлаған өсөн түләүҙәрҙән, ирекле иғәнәләр һәм ағзалыҡ взностары түләүҙән матди ярҙам булған. Күп уҡытыусылар бушлай эшләгән.

Бестужев курстары химик лабораторияһы
Бестужев курстарының ятаҡ бүлмәһендә

Башта өс йылға иҫәпләнгән курстар 1881 йылда уҡ дүрт йыллыҡ булып эшләй башлай. Курстың өс бүлексәһе була: тел-тарих, физика-математика һәм махсус-математика, ә юридик бүлеге 1906 йылда асыла.

1906 йылда, беренсе рус революцияһы йоғонтоһонда, курстар системаһы күберәк үҙаллылыҡ биреү яғына үҙгәрә. Профессорҙар советына үҙ мөхитенән директор һайларға рөхсәт ителә. Тыңлаусылар теләк буйынса лекция курстарын һайларға, ә уҡытыусыларға практик дәрестәр һәм курстар системаһын киңәйтергә мөмкинлек биргән яңы уҡытыу системаһы индерелә.

Дәүләт имтихандарын тапшырыуға хоҡуҡтарҙың булмауы, курстар юғары уҡыу йорттарына ҡарамауын аңлата. Был хәл 1910 йылдың 30 майында ғына (12 июнь) үҙгәртелә. Дәүләт Советы юғары уҡыу йортонда уҡытыу күләме, университет менән тиң юғары уҡыу йорто тип таный. Курстарҙы тамамлау тураһындағы таныҡлыҡтар университеттың дипломдарға тиңләштерелә.

Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Бестужев курстарының финас хәле ҡапыл насарая, шуға күрә дөйөм ятаҡтар табышлы йорттарға бирелә.

1918 йылда Бестужев курстары Өсөнсө Петроград университеты итеп үҙгәртелгән, 1919 йылдың сентябрендә Петроград дәүләт университеты составына индерелгән.

Статистика мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1911-1912 йылдарҙа слушательница курс Билет Бестужевский

Бөтәһе 32 сығарылыш (тәүге сығарылыш 1882 йылда була, ә 32-сеһе — 1916-ла) Бестужев курстарын 7000 самаһы кеше тамамлаған, ә дөйөм күрһәткес — төрлө сәбәптәр арҡаһында уҡыуҙы тамамлай алмаған уҡыусылар һаны менән — 10 меңдән ашыу булған.

  1. 1,0 1,1 «Тюремная автобиография» Николая Александровича Максимова, The “Prison Autobiography” by Nikolay Alexandrovich Maximov (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2016. — Т. 8, вып. 4. — С. 69—89. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
  2. Закон Санкт-Петербурга № 174-27 от 05.07.1999
  3. Бестужевские курсы — первое высшее женское учебное заведение в России, если включать в их историю предшествовавшие им Владимирские курсы, открытые в 1870 году и закрывшиеся через несколько лет. Другой кандидат на это звание — Московские высшие женские курсы, открывшиеся в 1872 году, закрытые в 1888 году и вновь открытые 12 лет спустя.
  4. М. И. Михельсон. Бестужевка // Русская мысль и речь. Свое и чужое. Опыт русской фразеологии. Сборник образных слов и иносказаний. Т.Т. 1—2. Ходячие и меткие слова. Сборник русских и иностранных цитат, пословиц, поговорок, пословичных выражений и отдельных слов. СПб., тип. Ак. наук.. — 1896—1912.
  • Бестужевки в рядах строителей социализма. — М., 1969.
  • Бестужевские курсы / Вахромеева О. Б. // «Банкетная кампания» 1904 — Большой Иргиз [Электронный ресурс]. — 2005. — С. 428. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 3). — ISBN 5-85270-331-1.
  • Женское образование до 1917 года. История женского образования в России //Галенин Б. Г. Царская школа. Государь Николай II и имперское русское образование. — М., 2014. — С. 303.
  • Зинченко Н. Женское образование в России: Исторический очерк. — СПб., 1901. — с. 26-30.
  • Открытие нового здания высших женских курсов в Москве // Искры. — 1908. — № 45. — С. 360 (фото).
  • Санкт-Петербургские высшие женские курсы за 25 лет, 1878—1903: Очерки и материалы. СПб., 1903
  • Санкт-Петербургские высшие женские (Бестужевские) курсы, 1878—1918: Сб. ст. 2-е изд., испр. и доп. Л., 1973
  • Курсистски // Первушина Е. В. Петербургские женщины XIX века. — М.-СПб., 2013. — с. 605—615.
  • Бестужевские курсы // Стайс Р. Женское освободительное движение в России. Феминизм, нигилизм и большевизм. 1860—1930. — М., 2004. — С. 128,129, 237—240, 243, 245, 246, 248, 249, 286, 331, 340, 373, 400, 411.
  • Триумвират. Открытие Бестужевских курсов //Перова Н. И. Смолянки, мариинки, павлушки…бестужевки…- СПб., 2007. — С. 238—280.
  • Федосова Э. П. Бестужевские курсы — первый женский университет в России (1878—1918 гг.). М., 1980.
  • Яновский А. Е. Женское образование // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) — Т. 22, с. 864—873.