Бибиһәйбәт мәсете
Бибиһәйбәт мәсете | |
әзерб. Bibiheybət məscidi | |
Нигеҙләү датаһы | 1281 |
---|---|
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ-территориаль берәмек | Баҡы һәм Бибиһәйбәт |
Архитектор | Mahmud ibn Sa'd[d] |
Архитектура стиле | Мосолман архитектураһы һәм Ширван-Апшерон архитектура мәктәбе[d][1] |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Ҡулланыу статусы | закрыто навсегда[d] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of the Bibi-Eybat mosque[d] |
Бибиһәйбәт мәсете Викимилектә |
Бибиһәйбәт мәсете (әзерб. Bibiheybət məscidi) — шиғыйҙар мәсете, Әзербайжандың Баҡы бухтаһындағы Шихов ҡасабаһында урынлашҡан. Мәсетте XIII быуат уртаһында ширваншаһтарҙан Әбү-л-Фатх Фәррухзад төҙөткән. СССР осоронда 1936 йылдағы дингә ҡаршы көрәш мәлендә мәсетте емерәләр. 1990 йылдарҙа ул яңынан тергеҙелә.
Бибиһәйбәт комплексына мәсеттән тыш хөрмәтле кешеләр ерләнгән кәшәнәләр ҙә инә. Мәсет Әзербайжандағы ислам архитектура ҡомартҡыһы булып һанала. Тәүге осорҙа «Фатима мәсете» тип йөрөтөлгән был мәсет һәр осорҙа сәйәхәтселәрҙең һәм тикшеренеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Заманында бында яҙыусылар Аббаскули-ага-Бакиханов,Хуршудбану Натаван, Александр Дюма, шәрҡиәтселәр Николай Ханыков, Илья Березин, Борис Дорн, Евгений Пахомов булып киткән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет Баҡы ҡалаһына хәлифтәрҙән ҡасып килгән етенсе шиғый имамы Муса-әл-Ҡазимдың ҡыҙының кәшәнәһе өҫтөнә төҙөлә. Укейма ханым Али имам менән Фатима ырыуынан була. Уның сығышы тураһында кәшәнәләге яҙыу һөйләй: «Бында Мөхәммәт пәйғәмбәр нәҫеленән алтынсы имам Джафар ас-Садыҡтың ейәнсәре, етенсе имам Муса әл-Ҡазимдың ҡыҙы, һигеҙенсе имам Али ар-Ризаның ҡыҙ туғаны Укейма ханым ерләнгән». Төрбә уртаһында, ағас рәшәткәле квадрат араһында, Укейма хынымдың Һәйбәт исемле хеҙмәтсеһе ерләнгән. «Бибиһәйбәт» мәсете атамаһы шуның исеменә бәйле.
Датаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсеттең төньяҡ диуарындағы яҙыуҙар нигеҙендә тарихсылар уны XIII быуат аҙағында төҙөлгән, тип фаразлай. Ғәрәп телендәге был яҙманың уҡылышы: «Мәхмүт ибн Саад эше» (ошо уҡ архитектор Баҡы янындағы Нардаран ҡәлғәһен дә төҙөгән).
Слева — картина Вигго Петера Олафа Лангера «Мечеть в Шихове» (1911), справа — мечеть на дореволюционной открытке
|
Мәсет менән йөҙ йылдан ашыу дүрт быуын шәйехтәр идара итә. Улар һалым түләү буйынса өҫтөнлөктәр менән файҙалана: Тахмасиб, Ғәббәс I, Ғәббәс II һәм Хөсәйен указдарына ярашлы, дәүләт чиновниктары был комплексынан һалым алырға тейеш булмағандар. Тахмасиб указында: «Бибиһәйбәт мәсете шейх Бунйад осоронда ваҡыф милкенә эйә була», тиелә.
Мәсет тирәһендә билдәле дин әһелдәре һаналған шәйехтәр урынлаша башлағас, был урынды «Шых» тип атай башлайҙар. Ҡасаба атамаһы ошо һүҙгә бәйле бөгөн Шыхово тип йөрөтөлә. Мәсет янында ерләнергә теләп васыят ҡалдырыусы мосолмандар араһында Баҡыға суфыйсылыҡ таратырға килгән шәйех Шәриф хажи ла була. Ул ҡалған бөтә ғүмерен ошо ҡорамда үткәрә һәм ошонда уҡ ерләнгән.
Мәсет ғибәҙәт ҡылыу урыны ла була[2]. Александр Дюма бында 1850 йылдарҙа булып киткәндән һуң үҙенең «Кавказ» китабында «мәсеткә түлһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар йәйәүләп килеп доға ҡыла һәм шул йылда уҡ балаға уҙа…», тип яҙа[3].
Яҙыусы билдәләүенсә, был мәсеткә шағирә Хуршудбану Натаван да килә (Дюма уны кенәз ҡатыны Хасар Уцмиева тип атай). Бер йылдан һуң уның улы тыуа һәм шуның хөрмәтенә Баҡынан алып мәсеткә тиклем юл төҙөтә.
Мәсет тураһында Илья Березин, Борис Дорн, Николай Ханыков, Аббаскули-ага Бакиханов, Евгений Пахомов кеүек эҙәрмәндәр һәм сәйәхәтселәр билдәләй. Әзербайжан тарихсыһы Г. Садиги 1925 йылда мәсеткә арнаған мәҡәләһендә былай тип яҙа:
В 5 верстах к юго-западу от Баку, за Баиловским мысом находится Шихова деревня, расположенная на скате горного отрога и на небольшой береговой полосе. Достопримечательностью её является старинная красивая мечеть. От моря до мечети около полуверсты; со стороны моря, с востока, идет лестница, с южной и северной стороны моря находятся ворота. Около мечети высокий минарет, а также усыпальницы — мавзолеи, склепы и могилы.[4]
Мәсетте емереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжанда совет власы урынлашҡандан һуң 1920 йылда большевиктарҙың дин менән көрәше башлана. Мосолмандар өсөн ҙур әһәмиәте булған Бибиһәйбәт мәсете яңы хөкүмәттең тәүге дошманына әйләнә.
1935 йылдың сентябрендә Әзербайжан үҙәк башҡарма комитеты менән Баҡы советы президиумы «хеҙмәтсәндәр талабы буйынса» мәсеттәге дини йолалар үткәреүҙе тыйыусы ҡарар сығара: «Сталин исемендәге нефть промыслаһының 300 эшсеһе теләген хәл итеп, Шихов ауылындағы „Биби“ ғибәҙәт йортон ябырға». 1936 йылда ӘКП (б) Үҙәк Комитетының 1-се секретары Мир Джафар Багиров ҡушыуы буйынса мәсет шартлатыла. Комплекстың күп биналары шунда уҡ емерелә, мәсет манараһы иһә өсөнсө шартлатыуҙан һуң ғына ауа. Укейма ханымдың кәшәнәһе лә емертелә.
Мәсетте емергәндән һуң шул уҡ йылда Мәскәүҙә «Тарихи әһәмиәтле ҡомартҡыларҙы һаҡлау тураһында» ҡарар сыға. Емереү эштәрен башҡарған «Азкомстарис» рәйесе Саламов 20 йыл буйы себер лагерында ултыра.
Һуңыраҡ мәсет торған урын аша юлы һалына[5].
Яңы төҙөлөш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР тарҡалғандан һуң Әзербайжанда ла юғалтылған ғибәҙәт йорттарын тергеҙеү башлана. 1994 йылда республика президенты Гейдар Әлиев Бибиһәйбәт мәсетенең элекке урынында яңыһын төҙөү тураһында күрһәтмә бирә.
Мәсетте ғилми тергеҙеү планы совет осоронда 1980 йылдарҙа уҡ төҙөлә. Был эштә элекке фотографиялар, сәйәхәтселәрҙең һүрәтләмәләре, бигерәк тә Г. Сагидиҙың 1920 йылдар уртаһында мәсет комплексы тураһында яҙған мәҡәләһе ярҙам итә. Әммә мәсет күпкә ҙур күләмле итеп архитектор Санан Солтанов проекты буйынса төҙөлә.
60 лет назад воздвигнутая на этом священном месте мечеть была взорвана, варварски разрушена. Нашей духовности, нашим нравственно-духовным ценностям, исламской религии был нанесён большой ущерб. <…> Мечеть, этот великий памятник, который вы видите сегодня, радует нас. Вместе с тем, считаю, что это — первый этап работы. Это строительство должно полностью завершиться по проекту. Сегодня я заявляю, что беру под своё покровительство полное завершение строительства комплекса мечети по проекту и создам все возможности для его осуществления, окажу необходимую для этого помощь[6].
Мәсет 1999 йылдың майында тантаналы асыла. Сираттағы асыу тантанаһы 2008 йылдың 14 июлендә үтә. Унда Әлиевтың улы президент Илһам Әлиев, Кавказ мосолмандары идаралығы башлығы Аллаһшөкөр Паша-заде, Баҡы һәм Каспий яны епископы Александр, тау йәһүдтәре ойошмаһы башлығы Семён Ихиилов, республика католиктары башлығы Ян Чапла ҡатнаша[7].
Тарихи комплексҡа ҡарағанда бөгөнгөһө майҙаны буйынса ҙурыраҡ. Бында ширваншах Фаррухзаде һәм Гейдару Әлиевҡа һәйкәлдәр ҡуйылған[5]. Ихатала бер нисә мең кеше өсөн йәмәғәт намаҙы майҙансығы төҙөү ҡаралған[2].
Бында Мөхәммәт пәйғәмбәр нәҫеленең дүрт вәкиле ерләнеү сәбәпле, мәсет изге ҡәберҙәр һаны буйынса ислам донъяһында өсөнсө урында тора[5].
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Комплекс алты этапта төҙөлә. Уның һәр береһе XIII быуат осоронан XX быуат башына тиклем төрлө архитекторҙар тарафынан төҙөлгән бина менән билдәләнә[8].
Иң боронғо бина — кәшәнәнең уң яҡ өлөшөндәге куб һынлы боронғо мәсет һәм диуарына «Мәхмүд ибн Саад эше» тип яҙылған 1305—1313 йылдарҙағы манара[9].
Архитектура яғынан манара ширван архитектураһы мәктәбе һыҙаттарын сағылдыра һәм Ширван ҡоролмалары үҫешен өйрәнеү яғынан мөһим[4].
Төп ҡоролмаларҙан тыш комплексҡа һуңғы ваҡытта көньяҡ һәм төньяҡ ҡапҡалар, кәшәнә-мавзолейҙар, бассейндар, хужалыҡ-хеҙмәт биналары ла индерелә.
Манара менән мәсеткә терәлеп торған кәшәнәләге яҙыуҙы ғалим Борис Дорн таба һәм тәржемә итә[8]. Яҙманан күренеүенсә, мавзолейҙы 1619 йылда шәйех Шәриф бен Шәйех Абид төҙөй һәм ул ошонда уҡ ерләнелгән[8].
1911 йылда кәшәнәнән төньяҡтараҡ Баҡы меценаты Алескер ага Дадашев биргән аҡсаға архитектор Гаджи Наджаф яңы мәсет төҙөй, иҫке мәсет менән кәшәнәгә ремонт яһала.
Бөгөнгө мәсет архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсеттең бөгөнгө бинаһы архитектор Санан Солтанов проекты буйынса төҙөлә һәм ул классик ширван архитектураһы мәктәбе өлгөһө булып тора[2]. Комплекстың һул яғындар ирҙәр өсөн, төньяғында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн намаҙ уҡыу урындары ҡаралған, уларҙың уртаһында мавзолей урынлашҡан.
Мәсеттең интерьерын архитектор Фахраддин Миралай биҙәй.
Мәсеттәге биҙәктәрҙе алтынлау оҫтаһы Гасан Мостафаев әйтеүенсә, «ҡомартҡыны тергеҙеү бик нескә эш талап итә, сөнки был мәсет бик изге урын».
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Усыпальница Укеймы-ханум
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://irs-az.com/new/pdf/1275844048892042186.pdf
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Шахла Нуризаде. Биби-Эйбат. Здесь возносят молитвы, здесь обретают исцеление . irs-az.com (2007). Архивировано 9 июнь 2012 года.
- ↑ Александр Дюма. Глава XXIII // Кавказ / Под. ред. профессора Т. П. Буачидзе. — Тбилиси: Мерани, 1988. — С. 118.
- ↑ 4,0 4,1 Г. Садиги. Деревня Шихово (Биби-Эйбат). Изв. Азербайджанского археологического комитета. — вып.I. — Баку, 1925. — С. 30.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 В Баку закончилась реконструкция средневековой мечети Биби-Эйбат. Межгосударственная телерадиокомпания «Мир» (23 июль 2008). 2012 йыл 18 июль архивланған.
- ↑ Речь Президента Азербайджанской Республики Гейдара Алиева на церемонии открытия комплекса Биби-Эйбатской мечети-святилища . aliyev-heritage.org (12 июль 1998). Архивировано 14 август 2011 года. 2010 йыл 21 октябрь архивланған.
- ↑ Ильхам Алиев открыл только что восстановленную знаменитую мечеть. ИНТЕРФАКС (14 июль 2008). Архивировано 14 август 2011 года. 2011 йыл 14 август архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Ризван Байрамов, архитектор. Утерянная реликвия. Архитектурный комплекс «Биби-Эйбат» . irs-az.com (2007). Архивировано 9 июнь 2012 года.
- ↑ Министерство культуры и туризма Азербайджанской Республики. Развитие архитектуры в средние века . mct.gov.az. Архивировано 14 август 2011 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1. Садиги Г. Шихова деревня (Биби-Эйбат). — вып.1. — ИААК (Известия Азербайджанского археологического комитета), 1925.
- 2. Бретаницкий Л. С. Зодчество Азербайджана XII–XV вв. и его место в архитектуре Переднего Востока. — М., 1966.
- 3. Ашурбейли С. Государство Ширваншахов (VI - XVI вв.). — Баку, 1983.
- 4. Мусеви Т. М. Средневековые документы по истории Баку. — Баку, 1967.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шахла Нурузаде, кандидат исторических наук. Биби-Эйбат. Здесь возносят молитвы, здесь обретают исцеление
- Речь Президента Азербайджанской Республики Гейдара Алиева на церемонии открытия комплекса Биби-Эйбатской мечети-святилища — 12 июля 1998 года 2010 йыл 21 октябрь архивланған.
- Ламия Везирова. В предновогодние дни мусульмане Азербайджана отправились на паломничество к могилам святых(недоступная ссылка). МТРК Мир.
- Bibi-heybat mosque, фотографии (инг.)(инг.)