Бискра (ҡала)
Бискра | |
Дәүләт | Алжир |
---|---|
Административ үҙәге | Бискра[d] |
Административ-территориаль берәмек | Бискра[d] һәм Constantine Department[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Халыҡ һаны | 204 661 кеше (2008)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 87 метр |
Туғандаш ҡала | Мобёж[d] һәм Махачҡала |
Сиктәш | Branis[d] |
Майҙан | 127,55 км² |
Почта индексы | 07000 |
Бискра Викимилектә |
Бискра (ғәр. بسكرة ; бербер.: Tibeskert, шулай уҡ 1981 й. алып — Бескра[2]) — Алжирҙың төньяғындағы ҡала, шул уҡ исемле төп административ-территориаль берәмектең (вилайет) һәм округтың адиминистратив үҙәге. Алжирҙан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 400 саҡрым, Баина ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 115 км, Туггурт ҡалаһынан төньяҡҡа ҡарай 222 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы — 190 000 кеше (2005 йылға)[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IX быуатта ҡала урынлашҡан ерҙәрҙе ғәрәптәр яулай. Бискра XII быуат башында Заб ярым бойондороҡло дәүләттең баш ҡалаһы булып китә[2][3]. Әммә XIII быуатта был ерҙәр Ифрикия дәүләте менән идара иткән Хәфсидтәр династияһы хакимлығы аҫтына эләгә. 1552 йылда Бискраны Ғосман империяһы баҫып ала[2][3]. Төрөк хакимлығы XIX быуаттың беренсе яртыһына тиклем дауам итә; 1844 йылда Бискраны француз ғәскәрҙәре баҫып ала[4]. 1849 йылдан алып 1851 йылға тиклем осорҙа ҡалала цитадель төҙөлә[2][3]. 1849 йылдан алып 1871 йылдарға тиклем Бискра француздар менән урындағы күсмә ҡәбиләләр араһындағы һуғыш аренаһы була.
1962 йылда Бискра бойондороҡһоҙ Алжирҙың өлөшө була.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бискра климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 16,6 | 18,8 | 21,8 | 25,6 | 30,7 | 36,2 | 39,7 | 38,9 | 33,8 | 27,3 | 21,1 | 17,1 | 27,3 |
Уртаса температура, °C | 11,8 | 13,7 | 16,4 | 19,9 | 24,8 | 29,9 | 33,2 | 32,8 | 28,2 | 22,3 | 16,3 | 12,5 | 21,8 |
Уртаса минимум, °C | 6,9 | 8,6 | 10,9 | 14,2 | 18,8 | 23,6 | 26,6 | 26,5 | 22,6 | 17,1 | 11,4 | 7,8 | 16,2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 12 | 8 | 12 | 10 | 12 | 5 | 1 | 6 | 23 | 16 | 18 | 7 | 130 |
Сығанаҡ: World Climate |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урындағы төп иҡтисадтың нигеҙен ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү тора. Ауыл хужалығы культураларын үҫтереү һуғарыу системаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла[3]. Беренсе сиратта, бындай культура булып - финик емеше тора. Шулай уҡ бойҙай, арпа, инжир, гранат, өрөк һәм зәйтүн үҫтерелә[3].
Урындағы бюджеттың мөһим килеме булып туризм тора. Туристарҙы, тәү сиратта, ҡышҡы ваҡытта урындағы йомшаҡ климат, шулай уҡ ревматизм һәм инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы дауалау маҡсаттарында ҡулланылған көкөрт сығанаҡтары йәлеп итә[3].
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала транспорт үҙәге булып тора, унан аша автомобиль һәм тимер юлдары үтә. Бискрала шулай уҡ аэропорт бар.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.citypopulation.de/en/algeria/cities/
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «looklex» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Рынок, Бискра, Алжир (1899). Дата обращения: 25 сентябрь 2013.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 populstat.info 2016 йыл 3 март архивланған.