Эстәлеккә күсергә

Блэк-Хилс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Блэк-Хилс
Рәсем
Тау һырты Ҡаялы тауҙар
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Көньяҡ Дакота, Вайоминг һәм Лоуренс[d][1]
Иң юғары нөктә Пик Харни[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 7242 фут
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Ултырма тау тоҡомдары, глинистый сланец[d], ҡомташ[d], эзбизташ, аспидный сланец[d], кварцит[d] һәм гранит[d]
Эра докембрий[d], палеозой[d], Мезозой, Кайнозой һәм третичный период[d]
Майҙан 5000 миль²
Карта
 Блэк-Хилс Викимилектә

Блэк-Хилс (ингл. Black Hills  — «ҡара ҡалҡыулыҡтар») — АҠШ-тың Урта Көнбайышында Бөйөк тигеҙлектәрҙең төньяҡ өлөшөндә, Көньяҡ Дакота штатының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә һәм Вайоминг штатының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан тауҙар[2][3] (һырт). Массивтың иң бейек нөктәһе Харни-Пик тауы (2208 м).

Блэк-Хилс исемен лакота индеецтары биргән, уларҙың телендә Паха-Сапа — ҡара ҡалҡыулыҡ (уба). Лакота һәм шайен индеец ҡәбиләләре өсөн изге урын булып тора.

1874 йылда Джордж Армстронг Кастер етәкселегендәге экспедиция тарафынан алтын табыла. АҠШ хөкүмәте бында йәшәгән индеецтарҙың 1876 йылдың 1 февраленә тиклем махсус агентлыҡтарға килеүен талап итеп ультиматум сығара, артабан улар резервацияға ебәрелә. Был талап килешеүгә нигеҙләнгән, ул Ларами фортындағы килешеү (1868) Ҡара ҡалҡыулыҡтар (Блэк-Хилс) индеецтар резервацияһының бер өлөшө булып китә һәм тик индеецтарға файҙаланыуға тапшырыла. Был ваҡиғалар Ҡара ҡалҡыулыҡтар өсөн һуғышҡа килтергән.

Блэк-Хилс тауҙарында Рашмор тауы һәм Ярһыу Ат Мемориалы урынлашҡан. Шулай уҡ Блэк-Хилс районында йыл һайын бөтә донъя мотоциклсыларының йәйге раллиһы үтә, ул Стурджиста мотоцикл раллиһы булараҡ билдәле[4].

  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 52.
  3. Топокарты Генштаба. Дата обращения: 10 июнь 2022. Архивировано 21 апрель 2022 года.
  4. Joe Berk. Riding the Black Hills. Дата обращения: 26 октябрь 2010. Архивировано 23 июль 2012 года.