Эстәлеккә күсергә

Бобкова Валентина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бобкова Валентина Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1921
Тыуған урыны Левино[d], Медынский уезд[d], Калуга губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 март 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXV съезы[d] һәм XXIV съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы СССР дәүләт премияһы

Бобкова Валентина Ивановна (1921-1981) — Роза Люксембург исемендәге «Ҡыҙыл Роза» Мәскәү ебәк комбинаты туҡыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), СССР дәүләт премияһы лауреаты (1975).

Валентина Ивановна Бобкова 1921 йылда Левино ауылында (хәҙер — Калуга өлкәһе Медынский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1936 йылда фабрика-завод уҡыу мәктәбен тамамлай һәм Мәскәүҙә Роза Люксембург исемендәге «Ҡыҙыл Роза» ебәк комбинатында туҡыусы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Мәскәү эргәһендәге оборона ҡоролмаларын төҙөүҙә ҡатнаша[1]. 1942 йылда КПСС-ҡа инә.

Валентина Бобкова «Ҡыҙыл Роза» комбинатында 45 йылдан ашыу эшләй, юғары квалификациялы белгес була. Стаханов хәрәкәтендә ҡатнаша, күп станокта эшләй, күп тапҡыр социалистик ярыштарҙа еңеүсе була. 1959 йылда етенсе биш йыллыҡ планды 4 йыл да 3 ай эсендә үтәй. 8-се се биш йыллыҡ планды 22 айға ваҡытынан алда үтәй

10-сы биш йыллыҡта ике биш йыллыҡ планды үтәү буйынса инициатор була, уны уңышлы үтәп сыға[1]. «Туҡыу станоктарын юғары хеҙмәтләндереү зонаһы һәм иң юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге өсөн» хәрәкәтенең башында тора.

9-сы һәм 10-сы биш йыллыҡтарҙың ударнигы була. 20-нән артыҡ туҡыусыны оҫталыҡҡа өйрәтә[1], улар араһында Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР дәүләт премияһы лауреаты Миновалова Нина Федоровна бар[2].

Эшләү ваҡытында 12 станоктан 72 станокҡа күсә.

Бобковаға 1966 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. 1975 йылда ул СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты була[3]. Бынан тыш, ул өс орден һәм күп миҙалдар менән бүләкләнә.

КПСС-тың XXIV һәм XXV съездары делегаты, Мәскәү ҡала советы һәм Фрунзе район советы депутаты итеп һайлана, профсоюздарҙың Мәскәү Федерацияһы ағзаһы була[1].

1981 йылда вафат була[1].

Ире — Альберт Александрович Бобков — «Ҡыҙыл Роза» комбинаты эшсеһе[4].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 История рабочих Москвы: 1945—1970 гг. Наука, 1989. — С. 363.
  2. Идущие впереди // Журнал «Кругозор» 1983., № 3, обл. 2
  3. Охрана труда и социальное страхование, Объемы 19-20. — Профиздат., 1976.
  4. Москва, Выпуски 1-4. Гос. изд-во худож. лит-ры, 1978