Бондаревский Игорь Борисович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Игорь Бондаревский
Исеме:

Игорь Борисович Бондаревский

Тыуған көнө:

6 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (63 йәш)

Тыуған урыны:

Дондағы Ростов

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

XX-XXI быуаттар шағиры

Йүнәлеше:

«Заозёрная школа» шиғриәт төркөмө

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Дебют:

«…Словно непобежденные мельницы ветряные» шиғырҙар йыйынтығы (1989 йыл)

И́горь Бори́сович Бондаре́вский (1956 йылдың 6 ғинуарында Дондағы Ростов ҡалаһында тыуған) — Рәсәй шағиры, Дондағы Ростов ҡалаһындағы "Заозёрная школа"шиғриәт төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бондаревский Игорь белеме буйынса — психолог[1]. Университетты тамамлағас, байтаҡ ваҡыт химия заводында инженер-социолог булып эшләй. «Заозёрная школа» шиғриәт төркөмөнә Виталий Калашников, Владимир Ершов, Александр Бруньколар менән бергә нигеҙ һалыусы була. Хәҙерге ваҡытта нәфис әҙәби әҫәрҙәр ижад итеү һәм китаптарҙы биҙәү менән шөғөлләнә.

Замандаштарының фекере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Жуков менән Калашников, „автор йыры“ түңәрәгенә берләшеп, бер нисә йыл буйына Мәскәү сәхнәләрендә яҡты йондоҙ булып балҡыйҙар, ил буйлап концерттар ҡуйып йөрөйҙәр. Игорь „Искусство или смерть“ сәнғәт ширҡәһенә инергә була, ләкин тиҙҙән был төркөм дә Мәскәүгә китеп бара. 1990-сы йылдарҙың башында Бондаревский Әҙәбиәт институтына инергә имтихандар бирә. Уны „тулыһынса формалашҡан автор“ тип һанап, уға был институтта уҡый бер ни ҙә бирмәйәсәк, тип институтҡа ҡабул итмәйҙәр. Дондағы Ростовҡа әйләнеп ҡайтҡас, шағир бөтөнләйе менән изоляцияла тороп ҡала. Моғайын, уның журналдарҙа ҡайһы бер әҫәрҙәре баҫылып сыҡҡан булғандыр. Ләкин ул бөтөнләй баһаланмай ҡалған шағир ғына түгел, ә бәлки бер кем дә уның тураһында ишетмәгән шағирҙыр» — Анна Бражкина .

Игорь Бондаревскийҙың китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Игорь …Словно непобежденные мельницы ветряные — Ҡалып:Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1989. — 95 б. — ISBN 5-7509-0083-5.
  • Тряхенапуты: Стихи / Игорь (автор); Тимофеев Сергей Анатольевич (музыкант) (художник) — Ҡалып:Ростов н/Д, 1991. — 16 б.
  • Секс во время застоя: Стихи / Игорь (автор); Тимофеев Сергей Анатольевич (художник) — Ҡалып:Ростов н/Д, 1991. — 16 б.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Гайдашова Е. «Заозерная школа» … // Наше время. — 2008. — 24 окт.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]