Борзова Галина Александровна
Борзова Галина Александровна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 9 июнь 1926 |
Тыуған урыны | Вологда өлкәһе, Вологодский район[d] |
Вафат булған көнө | 5 август 2009 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Краснодар |
Һөнәр төрө | Туҡыусылыҡ |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Галина Александровна Борзова (1926 йылдың 9 июнендә — 2009 йылдың 5 авгусында) — РСФСР сәнәғәт министрлығыны ҡарамағындағы Краснодар камвол-буҫтау комбинаты туҡыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1926 йылдың 9 июнендә Вологда губернаһы Вологда өйәҙенең (хәҙерге Вологда өлкәһе, Вологда районы) Абрамово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.
Бөйөк Ватан һуғышын санитар дружинница булып үтә.
1952 йылда Иваново туҡыу институтын мамыҡ сифаты техник-технологы һөнәре буйынса тамамлай, һәм тәүге әҙер фабрика-завод өйрәнселеге ФЗУ мәктәбендә дөйөм дисциплиналар уҡытыусыһы булып эшләй.
1956 йылда Г. А. Борзова Кубанға күсеп килә һәм Краснодар камвол-буҫтау комбинатына туҡыусы булып эшкә керә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 9 июнь указы менән, ете йыллыҡ план заданиеларын үтәгәндә һәм туҡыма, трикотаж, аяҡ кейеме, тегелгән әйберҙәр һәм башҡа еңел сәнәғәт әйберҙәре етештереүҙә юғары ҡаҙаныштары һәм күренекле техник-иҡтисади күрһәткестәре өсөн, Борзова Галина Александровнаға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш{{|}}» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1950 йылдар аҙағында Г. А. Борзова, 1981 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем, комбинаттың алыштырғыһыҙ профком рәйесе була.
СССР Юғары Советының 7-се саҡырылыш (1966—1970) депутаты итеп һайлана.
Краснодар ҡалаһында йәшәй, 2009 йылдың 5 авгусында вафат була, Краснодар крайы Краснодар ҡалаһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (09.06.1966);
- Ленин ордены (09.06.1966).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.04.1971).
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970 йылдың 6 апреле)
- һәм башҡа миҙалдар
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Краснодарҙа Кубаньһәм Адыгеяның Социалистик Хеҙмәт Геройҙары исеме яҙылған мемориаль таҡта ҡуйылған
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Заздравных Н. Л. Трудовая слава Кубани — 2-е. — Краснодар: Диапазон-В, 2006. — 220 б. — ISBN 5-91050-023-6.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Заздравных Н. Л. Трудовая слава Кубани — 2-е. — Краснодар: Диапазон-В, 2006. — 220 б. — ISBN 5-91050-023-6.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кузоватов С. Галина Александровна Борзова. «Герои страны» сайты. 15 март 2020 тикшерелгән.
- 9 июндә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Вологда өлкәһендә тыуғандар
- 5 августа вафат булғандар
- 2009 йылда вафат булғандар
- Краснодар крайында вафат булғандар
- ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- В Краснодаре вафат булғандар
- 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Шәхестәр:Краснодар крайы
- «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары