Борис Йосопов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Борис Николаевич Юсупов
Тыуған көнө

9 (20) июль 1794({{padleft:1794|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Вафат булған көнө

25 октябрь (6 ноябрь) 1849({{padleft:1849|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (55 йәш)

Ил

 Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

гофмейстер

Атаһы

Йосопов Николай Борисович (1750—1831)

Әсәһе

Энгельгардт Татьяна Васильевна (Потёмкина) (1769—1841)

Балалары

улы Йосопов Николай Борисович (кесе) (1827—1891)

Наградалары һәм премиялары
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Станислав ордены
I дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Владимир ордены
III дәрәжә Изге Владимир ордены
Ҡалып:Орден Святого Иоанна Иерусалимского (Россия)
 Борис Йосопов Викимилектә

Кенәз Борис Николаевич Йосопов (1794 йылдың 9 июле — 1849 йылдың 25 октябре[1]) — рәсәй ер хужаһы һәм хәйриәсе, Йосоповтар ғаиләһенән сыҡҡан гофмейстер. Кенәз Н. Б. Йосоповтоң берҙән-бер улы һәм вариҫы. Иң бай утар имение хужаһы һәм Ракитный милеген ойоштороусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борис Йосопов Купидон образында, 1797

Кенәз Николай Борисович Йосопов һәм кенәз Потёмкиндың бер туғанының ҡыҙы һәм вариҫы Татьяна Васильевна ғаиләһендә тыуа. Суҡындырылғанда бөйөк кенәз Павел Петрович уны ҡулына ала йәки крёстныйы була. Ғаиләлә уны Боренька тип йөрөткәндәр, сабый Мальта орденын ала һәм уға атаһынан Иерусалим Изге Яхъя орденының мираҫ булып нәҫел командорлыҡ хоҡуғы күсә. Уның энеһе сабый саҡта үлә (яҡынса 1796 йылда).

Тәүге тәрбиәне ул атай-әсәй йортонда әсәй күҙәтеүе аҫтында ала, һәм һуңынан бер нисә йыл Санкт-Петербургта таныла, һуңғараҡ Одессалағы Ришелье лицейы директоры була, аббат Карл Николь етәкселегендәге модалы француз пансионында уҡый,[2] . Санкт-Петербург педагогик институтында имтихан тапшырғандан һуң, 1815 йылдың авгусынан кенәз Йосопов Сит ил эштәре министрлығында хеҙмәт итә башлай. 1817 йылда уға һарай яны камергер исеме бирелә.

Хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сикһеҙ ҙур байлыҡ Йосоповто бойондороҡһоҙ итә; уға ике йөҙлөләнеү кәрәкмәй; ул мөһим кешеләр менән даими бәхәскә инә[3]. Граф Модест Андреевич Корф кенәз Йосопов тураһында былай тип яҙған[4]:

« … Чәер һәм чикләнгән акылга ия кеше дигән репутацияле... фикерен һәм төшенчәләрне аңлатканда бик оялып тормый, югары җәмгыятьтә дә, гали җәнәпләре белән сөйләшкәндә дә үзенең фикерен ачык әйтә, һәм бу тәртип күп кешегә гафу ителмәс иде. »

… Ғәжәйеп сәйерлектәре һәм аҡылы теүәл түгел тигән репутацияһы… үҙ фекерҙәрен һәм төшөнсәләрен аңлатҡанда бик оялып тормай, хатта юғары йәмғиәт алдында ла, хакимлыҡ итеүсе ғали йәнәптәре менән һөйләшкәндә лә, үҙенең фекерен асыҡ әйтә, һәм бындай тәртип башҡа берәүгә лә рөхсәт ителмәҫ ине.

1822 йылда граф Каподистрияның, Йосоповтоң туранан-тура начальнигының, отставкаға китеүе уның хеҙмәтенең ҡыҙыҡлығын бер аҙ кәметә төшә; тағы ла эҙләмәй-һорамай оҡшамаған ҡыҙ ҡоҙалап уңышһыҙлыҡҡа осрағаны өсөн, атаһы менән бәхәскә инеүе лә, барыһы да Борис Николаевичты 1824 йылда ял һорарға мәжбүр итә.

Ул йыл ярым Европа буйлап оҙайлы сәйәхәт итә. Ҡайтҡас, ул Белёвтан Санкт-Петербургка һәләк булған королева Елизавета Алексеевнаның кәүҙәһен оҙатыусы итеп билдәләнә. Бер аҙҙан Йосопов тантаналар оҫтаһы дәрәжәһенә күтәрелә (1826) һәм император Николай I иң уңышлы комиссияһы ағзаһы итеп билдәләнә. 1829 йылда Йосопов III дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләнә, Финанс министрлығында хеҙмәт итә. 1833 йылда ул тулы хоҡуҡлы дәүләт кәңәшсеһе (действительный статский) дәрәжәһенә күтәрелә. 1837 йылда, үҙенең үтенесе буйынса, ул хеҙмәттән азат ителә, ләкин бер аҙҙан ҡабат ҡайта.

1839 йылдан Йосопов Петербург тол ҡатындар, Тәрбиәләү йортоноң етемдәре һәм тәрбиәләнеүселәре менән идара итеп, маҡтаулы хәстәләүчесебағымсыһы була. Шул уҡ йылда Санкт-Петербург дворяндары уны дворяндар маршалы — Петербургта үҙ вәкиле итеп һайлайҙар. Йосопов бер нисә йыл намыҫлы хеҙмәттә тырышлыҡ менән айырылып тороу билдәһе һәм Изге Анна ордены экспедициялары менән идара итә, Финанс министрлығы ҡарамағындағы мануфактура етештереү советы ағзаһы һәм Кәрт йыйымы экспедицияһы идарасыһы була, уйын кәрттәрен етештереүҙе һәм һатыуы әҙерләү менән шөғөлләнә.

1840 йылда ул һарай яны "гофмейстер вазифаһы"на билдәләнә. 1841 йылдан ул Һөнәрселәр буйынса комиссия ағзаһы .

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

A. Ж. Гро. Борис Йосопов 15 йәшендә.

1831 йылдың йәйендә атаһы вабанан сире менән ауырып үлгәндән һуң, Борис Николаевичҡа ҙур мираҫ — 250 мең дисәтинә ер, Россияның төрлө губерналарында 40 меңдән артыҡ крәҫтиән, һәм шул уҡ ваҡытта 2 миллион һум оло бурысы ҡала. Кенәз Йосопов, йәш сағында күңел-саф ҡороуға аҡса сарыф итеүҙе яратһа ла, һуңғараҡ иҫәпсел кешегә әйләнә. Ул атаһы кеүек кеше менән аралашыусан булмай, һәм барлыҡ мауығыуҙарҙы аҡсаны елгә осороу һәм байҙарға хас мәғәнәһеҙлек тип һанай.

Петербургта даими йәшәгәнлектән, Йосопов атаһы яратҡан Архангельское ауылына килмәгән тиерлек. Бурыстарынан ҡотолоу маҡсатында, быуаларынан балыҡ тотоуҙы рөхсәт итә, Мәскәү университетына ботаника баҡсаһын һата, һәм усадьбаһындағы ҡиммәтле коллекцияны Петербургтағы Мойка һарайына күсерә башлай, ә Архангельскиҙың сәскә атҡан осорон иҫендә тотҡан император Николай Павлович кенәзгә Архангельское ауылын емермә, тип әйтмәй.

Хужалыҡты яҡшы ойоштороусы булараҡ, Йосопов үҙенең крепостнойҙарына ирек бирә һәм башҡаларға аңлашылмаған ошо аҙымы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә атаһының да, үҙенең дә бурыстарын ҡаплай. Бынан тыш, ул йәшерен ростовщик була һәм, Донбасс заводтарын һәм шахталарын һатып алып, ғаилә хәлен унлата яҡшырта. Кенәз Йосоповтоң ун ете биләмәлә милеге булған, һәм улар уның етәкселеге аҫтында сәскә атҡан. Үҙенең алпауыт биләмәләрендә ул дауаханалар асҡан, уларҙы дарыуҙар менән тәьмин иткән, табиптар һәм фармацевттар тотҡан. Курск өлкәһендә ваба ауырыуы йыш осрай торған ваҡытта ул эпидемия таралған Ракитное ауылынана килергә ҡурҡмай. 1834—1835 йылдарҙа Рәсәйҙә ҡот осҡос ҡоролоҡ була, ябай арыш хаҡы һигеҙ тапҡырға ҡиммәтерәк һатылғанда, Йосопов, хөкүмәт ташламаларын ҡулланмайса, үҙ аҡсаһына 70 000 кешене ашатҡан. Губернаторҙарҙың береһенә яҙған хатында кенәз былай тигән:

Ҡатыны Зинаида Ивановна

Крәҫтиәндәр яҡшы хәлдә булғанда ла, йәрәбәләрен фатихалағанда ла, мин үҙемдең байлығымды крәҫтиәндәрем мәнфәғәтенә ҡуям, тигән уйымды белергә тейешһегеҙ.


Кенәз Йосопов һәр таңын хеҙмәт һәм хужалыҡ эштәренә бағышлай, көндөҙ дуҫтарын һәм таныштарын ҡабул итә, кистәрен театрҙа була. Ғәмәли кеше булараҡ, Борис Николаевич тормошонда зиннәтле өйҙәрҙә йәшәргә яратмай, уның был үҙенсәлеген замандаштарының күбеһе билдәләп үтә. Юғары ҡатлам йәмғиәте унан көлә. Кенәз А. М. Мещерский Йосоповты үҙенсәлекле характерлы һәм иҫәпсел кеше тип атай[5] .

Йосопов биргән бейеү-күңел асыу кисәләре иҫ киткес була ти яҙыусы В. А. Соллогуб.

Петербургтағы йәмәғәт ойошмаһы хәйриә учреждениеларының Попечителдәр (бағымсылар) ҡала Советына хәйриә йорттары өсөн 73 300 һум бүләк итә .

Һуңғы йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1845 йылда кенәз Йосопов грофмейстер дәрәжәһенә лайыҡ була. 1849 йылдың йәйендә ул Петербург сәнәғәт эштәре күргәҙмәһенең баш директоры итеп билдәләнә. Күргәҙмәне асыу ваҡыты ҡыҫҡа була, уға күргәҙмәгә урын әҙерләү, уны ойоштороу һәм асыу өсөн бөтә заказдар тураһында ҡайғыртырға тура килә. Эште тиҙләтергә ҙур теләк менән, Борис Николаевичҡа көнө буйы эшселәр төркеме араһында ҙур залдарҙа йөрөргә, уларға күргәҙмәнең бөтә өлөштәре буйынса бойороҡтар бирергә тура килә. Йоғошло ауырыу сиренән көсһөҙләнгән сәләмәтлеге был юлы дымлылыҡҡа һәм һалҡынға түҙә алмай. Ауырыу билдәләренә иғтибар итмәйенсә, Йосопов күргәҙмә аҙағына ҡәҙәр эш менән идара итеүҙе туҡтатмай, һәм уның күп ашҡыныуы ҡарамыҡ (тиф) биҙгәгенә килтерә.

Кенәз Йосопов 1849 йылдың 25 октябрендә Петербургта һалҡын тейеүҙән аҙып киткән подагранан үлә, уның кәүҙәһе Мәскәү янындағы Спасское-Котово ауылына килтерелә, һәм васыяты буйынса Ҡотҡарыусы сиркәүендә атаһы яҡында ерләнә. Уның ҡәберендә үҙе иҫән саҡта яҙған һүҙҙәре: «Бында урыҫ дворяны кенәз Борис, кенәз Николаев, Йосопов улы ята улы», тыуған һәм вафат көнө, һәм улар аҫтында француз телендә уның яратҡан һүҙҙәре: «Хөрмәт барынан дә өҫтөн».[6]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Прасковья Павловна (1812)
Зинаида Ивановна (1840-сы йылдар)

Беренсе-ҡыҙы[7] — кенәз ҡыҙы Прасковья Павловна Щербатова (06.07.1795—17.10.1820[8]), сенатор Щербатов Павел Петровичтың ҡыҙы. Константин Яковлевич Булгаков 1820 йылда Мәскәүҙәәге ағаһына былай тип яҙған:

Өсөнсө көн элгәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш Йосопова, кенәз ҡыҙы Щербатова, Бореньканың ҡатыны, якты донья менән хушлашты. Бала тыуҙырған саҡта күп ҡан юғалтты… Барыһы ла уны ярата ине: бик йәл! Ашығыс ҡыланғандар… Баланы тартып сығарып маташҡандар, әллә нимәһелер өҙөлөп киткәндер, үҙе тапһа, бәлки, яҡшыраҡ булыр ине. Хәҙер төрлөсә һөйләйҙәр. Тик шуныһы, йәш һылыу ҡатын иртә китте.

А. Я. Булгаков яуап итеп: «Бахыр Йосопованың үлеме миңә ныҡ тәьҫир итә! Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ сәләмәт, йәш, бай ҡыҙ-ҡатын — береһе лә ярҙам итмәне! Меҫкен Йосопова, 4-5 тапҡыр йөклө булһа ла, бер тапҡыр ҙа тыуҙыра алманы. Бәлки, акушерҙар ысынлап та ла ғәйепле булғандарҙыр»[9] . Изге Исхаҡ соборында ерләгәндән һуң, Йосопова өйәҙе Мәскәү өйәҙе Котово ауылындағы Ҡотҡарыусы сиркәүендә ғаилә мәғәрәһендә ерләнде. Ҡыҙы:

  • Марфа Борисовна (15.10.1820[10] 21.10.1820), 21 октябрьҙа Изге Исхаҡ соборында суҡындырыла, крестныйы граф А. И. Рибопьер. Ул Ҡотҡарыусы сиркәүендә әсәһе янына күмелә.

Икенсе ҡатыны (1827 йылдан) —Зинаида Ивановна Нарышкина (02.02.1809—16.10.1893) фрейлина, таылған һылыуҡай, майор И. Д. Нарышкиндың ҡыҙы, И. Н. Римский-Корсаковтың һәм граф Э. П. Строгановтың ейәнсәре; граф де Шево менән икенсе никахта. Балалары:

  • Николай Борисович (10.12.1827-1891), Йосоповтар ғәиләһенең һуңғы ир-ат вәкиле. Ул бер нисә хәйриә вазифаһына эйә була һәм арҙаҡлы йәмәғәт судьяһы булып эшләй. Ике туған һеңлеһе фрейлина Татьяна Александровна Рибопьерға өйләнгән (1828—1879); уларҙың ҡыҙы Зинаида граф Ф. Ф. Сумароков-Эстонға кейәүгә сыға.
  • Анастасия Борисовна (1829 йылда бала тыуҙырғанда үлә).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кн. Юсупов Борис Николаевич // Список гражданским чинам первых IV классов. Исправлен по 20-е октября 1849 г. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1849. — С. 184.
  • Малиновский К. В. История коллекционирования живописи в Санкт-Петербурге в XVIII веке. — СПб.: Крига, 2012. — С. 536. — 600 экз. — ISBN 978-901805-49-7.
  • Н. Редько. Юсупов, Борис Николаевич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  1. ЦГИА СПб. ф.19. оп.124. д.715. с. 427. Метрические книги Морского собора.
  2. Русские портреты 18-19 столетий. Т.5.Вып.4. № 216.
  3. О роде князей Юсуповых, собрание жизниописаний их. Ч.1.-СПб, 1867.
  4. М. А. Корф. Записки.— М.: Захаров, 2003. — 720 с.
  5. Воспоминания князя А. В. Мещерского.-М.,1901.-С.137.
  6. Храм Спаса Нерукотворного
  7. ЦГИА СПб. ф.19. оп.111. д.177. с. 97. Метрические книги Исаакиевского собора.
  8. ЦГИА СПб. ф.19. оп.111. д.198. с. 35. Метрические книги Исаакиевского собора.
  9. Братья Булгаковы. Переписка. В З-х Т. — М.: Захаров, 2010
  10. ЦГИА СПб. ф.19. оп.111. д.198. с. 16. Метрические книги Исаакиевского собора.