Колкер Борис Григорий улы
Борис Григорий улы Колкер (1939 йылдың 15 июлендә тыуған) – совет эсперантологы, телдәр уҡытыусыһы һәм тәржемәсе. Бер нисә эсперанто теле дәреслектәренең авторы. 1993 йылдан Кливлендта (Огайо штаты, АҠШ) йәшәй.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1962 йылда Кишинев университетын, «рус теле, әҙәбиәт һәм француз теле» бүлеген тамамлай. 1985 СССР Фәндәр Академияһының Тел белеме Институтында эсперанто темаһына дөйөм тел белеме буйынса кандидат диссертацияһын яҡлай.
1965 йылдан 1993 йылға тиклем Борис Колкер Башҡортостанда йәшәй. Ул Бирск педагогика институты, Өфө педагогика институты һәм Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә сит ил белгестәре менән тәржемәсе булып эшләй. 20 йыл дауамында Бөтә Рәсәй нефть геофизикаһы ғилми тикшеренеү институтында тәржемә бюроһы етәксеһе вазифаһын биләй. Уның мәҡәләләре Совет Башҡортостаны һәм Ҡыҙыл таң гәзиттәре менән бер рәттән, бөтә Өфө гәзиттәрендә баҫыла. 1973 йылда Ленинец гәзитендә уның эсперанто дәрестәре баҫылып сыға, был дәрестәр рус телендәге иң киң билдәле эсперанто дәреслектәренең нигеҙе булып тора һәм күп мәртәбә яңыртыла. Вечерняя Уфа гәзитендә эсперанто тураһында даими рубрика алып бара.
1957 йылдан эсперанто хәрәкәтенә ҡушыла. Төрлө кимәлдәге өс эсперанто теле дәреслектәренең, халыҡ-ара тел ғилеменән мәҡәләләр һәм баһаламалар авторы. Эсперанто Aкадемияһының ағзаһы, Бөтә донъя эсперантистары берләшмәһенең (Universala Esperanto Asocio, UEA) ағзаһы, эсперанто телендәге Monato (Ай) журналы мөхәррирҙәренең береһе. Ике тиҫтә йыл дауамында Рәсәйҙә эсперанто телен ситтән тороп уҡыу курстарын алып бара, был курстарҙы 900-гә яҡын кеше тамамлай. Әлеге мәлдә интернет аша көсәйтелгән курстар (Internacia Perfektiga Koresponda Kurso, IPKK) алып бара.
Төрлө ваҡыттарҙа Борис Колкер Совет эсперанто йәштәре хәрәкәте (Sovetia Esperantista Junulara Movado, SEJM), Өфө эсперанто клубы, Совет эсперантистары берләшмәһе (Asocio de Sovetiaj Esperantistoj, ASE), Совет республикалары эсперантистары союзы (Sovetrespublikara Esperantista Unio, SEU), Рәсәй эсперантистары союзының (Rusia Esperantista Unio, REU) нигеҙ һалыусыларының һәм етәкселәренең береһе була, СССРҙа һәм Рәсәйҙә эсперанто телен өйрәтеү буйынса вәкил, Бөтә донъя эсперантист йәштәр ойошмаһы (Tutmonda Esperantista Junulara Organizo, TEJO) комитетының ағзаһы, Бөтә донъя эсперантистары берләшмәһенең (Universala Esperanto Asocio, UEA) ағзаһы һәм СССРҙа төп вәкиле, Эсперанто телендә яҙыусылар ойошмаһының (Esperantlingva Verkista Asocio, EVA) нигеҙ һалыусыһы һәм ағзаһы. Бөтә донъя эсперантистары конгрестарында 1963 йылда София ҡалаһында үткән 48-се конгрестан алып докладтар менән сығыш яһай, 2000 йылда Тель-Авивта үткән 85-се Конгрестың темаһын билдәләй.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кандидат диссертацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эсперанто теленең яһалыуында һәм үҫешендә рус теленең өлөшө. Мәскәү: СССР Фәндәр Академияһы, Тел белеме институты, 1985. – 23 бит. Диссертацияға автореферат
Эсперанто теленән дәреслектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эсперанто халыҡ-ара теле. Тулы дәреслек.
- Vojaĝo en Esperanto-lando 2007 йыл 16 октябрь архивланған.. Эсперанто теленән тәрәнәйтелгән курс һәм эсперанто мәҙәниәтенә юл күрһәткес.
- Эсперанто теленән дәреслек. Төп курс.
- Эсперанто 16 көн эсендә. Тиҙләтелгән курс.
Һүҙлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эсперанто-русса һүҙлек. 3000 тирәһе һүҙ. – Мәскәү: Импэто, 1993. – 53 бит. ISBN 5-7161-0002-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Колкер тураһында:
- "Известия-Башкирия" гәзитендә интервью, 2008 йыл, 5 март. Интервьюны Лилиә Ғабдрафиҡова алып бара. PDF форматында. (рус.)
- "Молдавские ведомости" гәзитендә интервью, 2008 йыл, 24 октябрь.(недоступная ссылка) Интервьюны Игорь Мельник алып бара. (рус.)
- Шәхси бит 2004 йыл 16 декабрь архивланған. (рус.)
- Биографик белешмә 2011 йыл 10 август архивланған. (рус.)
- E-Mail: b_kolker-@-yahoo.com