Борченко Мария Яковлевна
Борченко Мария Яковлевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 сентябрь 1927 |
Тыуған урыны |
Алтай крайы, РСФСР, СССР РСФСР, СССР СССР |
Вафат булған көнө | 2008 |
Вафат булған урыны |
Барнаул, Рәсәй Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Борченко Мария Яковлевна (20 сентябрь 1927 йыл — июль 2008 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Яковлевна Борченко 1927 йылдың 20 сентябрендә Алтай крайының Новоегорьевское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Һигеҙ класты тамамлағандан һуң, 1943 йылдан урындағы И. В. Сталин исемендәге колхозға ябай колхозсы булып эшкә инә, ә 1946 йылдан — ошо уҡ колхозда иген культураларын үҫтереү буйынса звено етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
1948 йылда эш һөҙөмтәләре буйынса М. Я. Борченко звеноһы Егорьевский районында «Альбидум 3700» сортлы яҙғы бойҙайҙан колхозда иң юғары уңышты ала — егерме гектар майҙанда 29,1 центнер[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 20 майындағы Указы менән «1948 йылда арыш һәм бойҙайҙан юғары уңыш алғаны өсөн» Борченко Мария Яковлевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1950 йылдан 1953 йылға тиклем Барнаул крайы ауыл хужалығы мәктәбендә колхоз етәксеһе кадрҙарын әҙерләү буйынса уҡый, уны тамамлағандан һуң агроном һөнәре ала. 1953 йылдан Ҡалман машина-трактор станцияһында агроном булып эшләй, һуңынан Егорьевский машина-трактор станцияһында эшселәр комитеттың рәйесе була. 1965 йылда Егорьевский район Советы башҡарма комитетының ауыл хужалығы идаралығына инженер итеп тәғәйенләнә.
Төп эшмәкәрлегенән тыш хеҙмәтсәндәр депутаттарының Алтай край Советы депутаты итеп һайлана.
1986 йылдан пенсияға сыҡҡандан һуң, Барнаул ҡалаһында йәшәй. 2008 йылдың июлендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (20.05.1949)
- Ленин ордены (20.05.1949)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Трудовая слава Алтая / В. М. Самотохин. — Барнаул : Алт. кн. изд-во, 1985 г. — 223 с
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия Алтайского края : В 2 т. / [Редкол.: В. Т. Мищенко (гл. ред.) и др.]. — Барнаул : Пикет, 1997 г. — Т. 1. — 366 c. — ISBN 5-89637-001-6
- Трудовая слава Алтая / В. М. Самотохин. — Барнаул : Алт. кн. изд-во, 1985 г. — 223 с.
- 20 сентябрҙә тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- Алтай крайында тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр