Эстәлеккә күсергә

Британ энциклопедияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Британника энциклопедияһы битенән йүнәлтелде)
Реклама плакаттары 11-сы баҫма «Әүҙемләшкән». Журнал National Geographic, 1913 йылдың майында

«Британ энциклопедияһы»[1] (лат. Encyclopædia Britannica), йәки «Британника»[1], — британ-американ универсаль энциклопедияһы, инглиз телле иң әүәлге универсаль энциклопедия.

Шотланд мәғрифәтселәре — гравёр Эндрю Белл (1726—1809) һәм китап һатыусы һәм китап баҫмасы Колин Макфаркар (1745—1793) тарафынан башлап төҙөлә, беренсе сығарылышы Эдинбургта 1768—1771 йылдарҙа Уильям Смелли (1740—1795) редакцияһында донъя күрә. 1901 йылдан «Британника» АҠШ-та нәшер ителә (үҙәк офисы Чикагола), төп консультанттары булып эре Америка университеттары тора. Хәҙерге Британниканың мәҡәләләре башлыса бөтә донъяның инглиз телле авторҙары тарафынан яҙылған.

XIX быуат сығарылыштары

«Британ энциклопедияһы»ның  тарихы — уның сығарылыштар тарихы, хәҙергеһе  ун бишенсе сығарылыш булып тора (1985 йылда сыҡҡан). Энциклопедик һүҙлек нигеҙендә 1768—1771 йылдарҙа баҫылған беренсе сығарылыш өс томдан торған. Һигеҙенсе сығарылышҡа тиклем «Британника» Эдинбургта нәшер ителә. 1870 йылда нәшриәт The Times гәзите ҡарамағына күсә һәм Лондонда сыға башлай, унда туғыҙынсы һәм унынсы сығарылыштар донъя күрә. Университет мөхитендә ҙур абруй яулаған туғыҙынсы сығарылыш «The scholar’s encyclopaedia» тигән рәсми булмаған атама ала. Хью Чисхолм редакцияһындағы унынсы сығарылышта тәүләп картографик том һәм предметлы күрһәткес барлыҡҡа килә.

Ун беренсе («Кембридж») сығарылышта энциклопедия ғәмәлдә хәҙерге ҡиәфәтен ала. Уны Кембридж университеты 1500 эксперт ярҙамында әҙерләй. Статьялар һаны 17 000-дән 40 000-гә етеп арта, ә күләме 35 томдан 29-ға ҡалып кәмей. 1911 йылғы сығарылыш статья авторҙары араһында күп ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан (34 кеше) сығарылыш була[2]. Ун беренсе сығарылышта томдарҙы әҙерләүҙең ҡәҙимге форматы үҙгәрә: быға тиклем томдар мәҡәләләр әҙерләнеүенә ҡарап баҫмаға әҙерләнһә, хәҙер том баҫмаға бер юлы әҙерләнә.

1922 йылда һуңғы йылдарҙа булған ваҡиғаларҙы, шул иҫәптән Беренсе донъя һуғышын яҡтыртҡан мәҡәләләр менән тағы ҡс том баҫыла. Улар ҡабат нәшерләнгән ун беренсе сығарылыш менән «Британника»ның ун икенсе сығарылышын тәшкил итә. Ун өсөнсө том да ун икенсенә тағы өс том өҫтәп ҡабат баҫтырыуҙан ғибәрәт була. Ул 1926 йылда баҫыла. 1929 йылда баҫылған ун дүртенсе сығарылыш һиҙелерлек яңыртылған була, күп статьялар йә үҙгәртелә, йә ҡыҫҡартыла. Шулай итеп, яңы темаларға урын яһала. Шуға ҡарамаҫтан, ун беренсе сығарылыш 1974 йылға тиклемге сығарылыштарҙың һәр береһенә нигеҙ булып хеҙмәт итә.

Чикагола «Британ энциклопедияһы»ның төп офисы

Ошо осорҙа «Британника» АҠШ-ҡа күсә — 1901 йылда Чикагонан Гораций Эверетт Хупер уның яңы милексеһенә әйләнә. Ул беренсе булып китапты почта аша һатыу системаһын ҡуллана. 1920-се йылдар башында , «Британника» етди финанс кризисы кисергәндә, уға милек хоҡуғын й «Sheers, Roobeck & Co» тигән Америка фирмаһы һатып ала ул 1941 йылда «Британ энциклопедияһы»на милек хоҡуғын түләүһеҙ Чикаго университетына тапшыра.

1974 йылда ағымдағы ун бишенсе сығарылыш донъя күрә («Яңы Британ энциклопедияһы» ингл. New Encyclopædia Britannica тигән атама менән, рәсми булмаған атамаһы — «Britannica 3»), ул 1985 йылда ҡайтанан эшкәртелә. Унда ХХ быуаттың күренекле ғалимдарының һәм энциклопедистарының береһе булған Мортимер Адлер йоғонтоһо аҫтында энциклопедия «Микропедия»ға (10 том, 1985 йылдан — 12 том) һәм «Макропедия»ға (19 том, 1985 йылдан — 17 том) бүленә, улар мәғлүмәттәрҙе биреү тәрәнлеге менән айырыла. Энциклопедия «Пропедия» менән асыла башлай, унда сығарылыштың структураһы тураһында һөйләнелә. Хәҙерге «Британника» ике томлы предметлы күрһәткес менән барып ослана. Ике томлы күрһәткес 2350 биттән тора, унда «Британника»ла яҡтыртылған 228 274 тема һәм ул темалар буйынса бирелгән 474 675 аҫкатегория һанап сығылами [3]. 15-се сығарылыш йыл һайын яңыртып торола. 1994 йылда «Британ энциклопедияһы» беренсе тапҡыр CD-ROM-ға яҙҙырылған электрон версияла нәшерләнә. 1996 йылда «Британника»ны Швейцария миллиардеры Жак Сафра (инг.)баш. «Britannica» сауҙа маркаһына хоҡуҡҡа Encyclopædia Britannica, Inc. компанияһы эйә. 1961 йылдан нәшриәт «Комптон» (инг.)баш..

«Британ энциклопедияһы»ның 15-се сығарылышы. Йәшел төплө беренсе том — «Propædia»; ҡыҙыл төплө томдар — «Micropædia», ҡара төплөләре — «Macropædia»,  һоролары — предметлы күрһәткес

15-се сығарылышта 120 мең статья һәм 44 млн самаһы һүҙ бар. Әле ул баҫма издание рәүешендә (32 том[4], 32 меңләп бит, 65 меңдән ашыу статья, 24 мең фотоһүрәт, карта һәм иллюстрация, хаҡы яҡынса 1400 доллар), интернетта (120 мең статья, тулы тексты йылына 60 доллар түәләгн яҙылыусылар ала), шулай уҡ CD-ROM йәки DVD-ROM (100 меңдән ашыу статья) рәүешендә бар. 2016 йылдан интернет-магазинда Британниканың 1768 йылғы беренсе сығарылышы һатыла.

«Британ энциклопедияһы»ның авторҙары булып донъяның күренекле эксперттары сығыш яһай, улар араһында тиҫтәләрсә Нобель премияһы лауреаты бар. Төрлө ваҡытта «Британника» өсөнЗигмунд Фрейд, Альберт Эйнштейн, Мария Кюри, Генри Форд, Лев Троцкий (106 долларға Ленин тураһында статья яҙа) яҙа. Шуның менән бергә, күп статьялар — хатта бик әһәмиәтле шәхестәр һәм иң әһәмиәтле фәнни терминдар тураһындағылар ҙа — авторһыҙ (редакцияныҡы). «Британ энциклопедияһы»ның хәҙерге версияһы 4000-ләп автор һәи мөхәррир ҡатнашлығында ижад ителгән.

1997 йлыда энциклопедияны ҡағыҙ баҫма менән нәшер итмәҫкә, электрон версияға өҫтөнлөк бирергә ҡарар ителә. Әммә 2002 йылда традицияға кире ҡайтыла. Яңыртылған баҫмаға ген инженерияһы, яһалма интеллект, космосты үҙләштереү, евроны индереү, Талибан хәрәкәте, электрон коммерция, башҡа күп ваҡиғалар һәм факттар тураһында статьялар индерелә..

2012 йылда «Британ энциклопедияһы» «ҡағыҙ» баҫманан баш тарта һәм мультимедиалы форматҡа күсә[5]. Шулай итеп, «Британника» 2010 йылда һуңғы тапҡыр ҡағыҙҙа баҫыла. «Британника»ның 2013 йылғы сығарылышында 40 меңләп статья була[6].

«Британ энциклопедияһы»ның электрон сығарылышы өс редакцияла эшләнә, улар бер-береһенән стилистикаһы һәм ентеклелек кимәле менән айырыла: мәктәп (School Edition), китапхана (Library Edition) һәм академик (Academic Edition, иң тулы) редакциялар. Бөтә версиялар менән дә түләүле нигеҙҙә файҙалынрға мөмкин.

1936 йылдан «Британника»ның статьялары даими ҡайтанан ҡаралып тора, статьяларҙың кәм тигәндә 10 проценты ҡайтанан ҡарала[3]. Веб-сайттар мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы өс йылда статьяларҙың 35 проценттан 46 процентҡа тиклеме ҡайтанан ҡаралған.

  • Ҙур совет энциклопедияһы
  • Ҙәр Рәсәй энциклопедияһы
  • Боркгауз энциклопедияһы
  • Ҙур Ларусс энциклопедияһы
  1. 1,0 1,1 БРЭ, 2006
  2. Thomas Gillian, 1992
  3. 3,0 3,1 Sader, Marian; Lewis, Amy. Encyclopedias, Atlases, and Dictionaries. — New Providence, New Jersey: R. R. Bowker (A Reed Reference Publishing Company), 1995. — ISBN 978-0-8352-3669-0.
  4. Bosman, Julie. After 244 Years, Encyclopædia Britannica Stops the Presses (13 март 2012). 13 март 2012 тикшерелгән.
  5. Bosman, Julie. After 244 Years, Encyclopaedia Britannica Stops the Presses, New York Times (13 март 2012). 13 март 2012 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  6. Britannica Global Edition. Дата обращения: 26 апрель 2019. Архивировано 5 июль 2014 года. 2014 йыл 5 июль архивланған.
  • Артемьева Т. В. Науки о человеке в первых изданиях Британской энциклопедии // Человек. — 2003. — № 6. — С. 70—85.
  • Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • Британская энциклопедия // Большая российская энциклопедия : электронная версия. — 2016. — 9 августа. — Дата обращения: 29.11.2018.
  • Thomas Gillian. A Position to Command Respect: Women and the Eleventh Britannica. — Metuchen, NJ: Scarecrow Press, 1992. — ISBN 0-8108-2567-8.