Букмекерҙар рейтингы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Букмекерҙар рейтингы
Нигеҙләү датаһы 1 март 2012
Логотип
Нигеҙләүсе Шахбазян Паруйр[d]
Генераль директор Тхалиджоков Аскер Сафудинович[d]
Дәүләт  Рәсәй
Хужаһы Шахбазян Паруйр[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, Рәсәй
Төп тема спорт һәм новости[d]
Әҫәрҙең теле урыҫ теле, инглизсә, Испан теле, украин теле, Әрмән теле, Болгар теле һәм Серб теле
Рәсми сайт bookmaker-ratings.ru
Главный редактор Бодров Андрей Константинович[d]
Ранг Alexa 76 664[1]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 21 440 һәм 293 000 ± 999[2]
 Букмекерҙар рейтингы Викимилектә

«Букмекерҙар рейтингы» (ҡыҫҡартылған БР) ― спорт ставкаһында уйнауға арналған интернет-портал. 2012 йылдың 1 мартынан эшләй. Биш: инглиз, әрмән, испан, урыҫ, украин телдәрендә версияһы бар.

Паруйр Шахбазян Букмекерҙар рейтингы офисында

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нигеҙ һалыусы һәм хужаһы ― Паруйр Шахбазян.

Ресурс букмекер конторалары рейтингын баҫтыра, букмекерҙар тураһында ялыуҙар ҡабул итә, уларҙың клиенттар менән бәхәстәрендә арбитр ролен башҡара, яңылыҡтар, бизнес-аналитика, әңгәмәләр һәм спорт фараздарын баҫтыра.

«Букмекерҙар рейтингы» белгестәре араһында «Матч ТВ»-ның футбол комментаторы Константин Генич, Алексей Андронов, «Евроспорт» комментаторы Анна Чакветадзе, Мәскәүҙең «Спартак» футбол клубының элекке баш тренеры Валерий Карпин, «Спартак»-тың элекке капитаны Егор Титов, WBA версияһы буйынса ҙур ауырлыҡ категорияһында элекке Донъя чемпионы һәм VI ― VII саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Николай Валуев бар.

Эшмәкәрлек күрһәткестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Порталға нигеҙ һалыусы Паруйр Шахбазян Forbes Russia журналына биргән интервьюһында әйтеүенсә, 2015 йылға ҡарата "Букмекерҙар рейтингы"ның йыллыҡ килеме 1,5 миллион АҠШ доллары булған, сайтҡа 350 мең уникаль кеше ай һайын 1,2 миллион тапҡыр кергән.

«Медиалогия» үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, букмекерҙар рейтингы 2020 йылда спорт тармағында иң күп өҙөмтә эшләнгән 20 киң мәғлүмәт саралары араһында 7-се урында тора[3].

Рәсәйҙең букмекер баҙарын аналитик тикшереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылда «Букмекерҙар рейтингы» спортҡа ставкалар индустрияһының үҙ маркетинг тикшеренеүен баҫтырып сығара. Ул Рәсәйҙең букмекер тармағы, унда ҡутнашыусылар — компаниялар һәм клиенттар, шулай уҡ индустрияның тенденциялары һәм проблемалары анализын үҙ эсенә ала. Отчет өсөн портал ике ― «Юрий Левада Аналитик үҙәгенә» һәм Ромир тикшеренеү холдингына социологик тикшеренеүгә заказ бирә[4].

Отчет түбәндәге мәғлүмәтте тәҡдим итә:

  • Рәсәй букмекер индустрияһы күләме һәм уның донъялағы өлөшө;
  • букмекер компанияларының килеме;
  • Рәсәй уйынсылары һаны;
  • букмекер тармағының легаль һәм легаль булмаған сегменттары өлөшө;
  • Рәсәйҙә ставкаларҙы ҡабул итеү пункттары һаны.

Отчетҡа ярашлы, 2017 йылға Рәсәйҙә спортҡа ставкалар индустрияһы йылына 677 миллиард һум (10,1 миллиард доллар) күләмендә була. Букмекерҙарҙың Рәсәй баҙарынан килеме йылына 47 миллиард һум (0,7 миллиард доллар) йәки донъя букмекер тармағы керемдәренең 1,2 процентын тәшкил итә. Алдағы 5 йыл дауамында букмекерҙарҙың Рәсәй индустрияһы күләменең, шул иҫәптән, легаль булмаған бизнесты ла индереп, 1,4 триллион һумға тиклем үҫеше фаразлана[5].

Роскомнадзор тыйыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәте, лицензияһы булмаған рәсәйҙәрҙән ставкалар ҡабул иткән онлайн-букмекерҙарға һылтанмалар булғанлыҡтан, 2016 йылда «Букмекерҙар рейтингы» Роскомнадзорҙың тыйылған сайттары реестрына ике тапҡыр индерелә[6]. 2016 йылдың көҙөндә сайт реестрҙан һәм блоклауҙан алына.

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рунет 2018 премияһы
  • Betting Awards 2015 ― «Букмекерлыҡ тураһында иң яҡшы интернет-портал» номинацияһында еңеүсе[7]
  • Betting Awards 2016 ― «Букмекерлыҡ тураһында иң яҡшы интернет-портал» номинацияһында еңеүсе[8]
  • iGB Affiliate Awards 2017 ― «Сит телдә иң яҡшы аффилиат-сайт» номинацияһының шорт-лисында ҡатнашыусы[9]
  • «Рунет 2017» премияһы ― «Сәләмәтлек һәм ял» номинацияһының шорт-лисында ҡатнашыусы[10]
  • «Рунет 2018» премияһы ― «Медиа һәм ял» категорияһында еңеүсе[11]
  • «Алтын сайт 2018» премияһы ― «Ҡулланыусылар өсөн иң яҡшы сайт (b2c)» категорияһында махсус приз[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]