Буксгевден Отто Оттович
Буксгевден Отто Оттович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Титул | барон[d] |
Тыуған көнө | 5 декабрь 1839[1] |
Тыуған урыны | Курессааре, Эзельский уезд[d], Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 12 (25) июнь 1907[2] (67 йәш) или 8 июнь 1907[1] (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Үлем төрө | һомицид[d] |
Ерләнгән урыны | Смоленское лютеранское кладбище[d] |
Атаһы | Отто Магнус Буксгевден[d] |
Әсәһе | Жанетта Вильгельмина фон Гойнинген-Гюне[d] |
Нәҫеле | Буксгевдены[d] |
Һөнәр төрө | бағыусы, хоҡуҡ белгесе |
Уҡыу йорто | Император хоҡуҡ белеме училищеһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гражданский чин | йәшерен кәңәшсе[d] |
Барон Отто Оттович (Отто Бальтазар) Буксгевден (1839—1907) — хоҡуҡ белгесе; тайный советник.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буксгевден Отто Оттович 1839 йылдың 5 декабрендә Моон утрауында I округтың приход судьяһы Отто Матиас һәм уның ҡатыны Жанетта Вильгельмина[3] ғаиләһендә тыуған.
1861 йылда Санкт-Петербургтағы Император хоҡуҡ белеме училищеһын тамамлай, һәм артабан Лейпциг ҡалаһында уҡый[4]. Хәрби-диңгеҙ прокуроры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.
1881 йылда Андреевск приход попечительдәр советы уны, Иоанн Кронштадтский нигеҙләгән, Кронштадт егәрлелек йортон ойоштороуға йүнәлтелгән иғәнә йыйыу комиссияһының рәйесе итеп һайлайҙар. 1886 йылда Буксгевден лютеран сауҙәгәрҙәренең аҡсаларына Санкт-Петербургта Оло Сампсониевск урамының 97-се һанлы йортында Инжил егәрлелек йортона нигеҙ һала. Һәм Ярлы һәм ауырыу балаларҙы бағыу йәмғиәте янында крәҫтиән ғаиләләрендә балаларҙы урынлаштырыу буйынса комитет ойоштора. Был комитет үҙенең эшмәкәрлеген 1891 йылда башлай, һәм уның булышлығында 1892 йылда — 20, ә 1893 йылда 38 бала урынлаштырыла. Айырым йылдарҙа колонияларҙа — Батша Ауылы эргәһендәге Мәскәү Славянкаһында, Павловск янындаға Фёдоровскта һәм Петергоф өйәҙенең Кипен немец колонияһында урынлаштырылған балаларҙың һаны 60-ҡа барып еткән.
Барона Буксгевден ҡатнашлығында 1892 йылдың 23 декабрендә Санкт-Петербургта Фурштат урамы 20-се һанлы йортта «Ҡырмыҫҡа» («Муравей») йәмғиәте ойошторола. Был йәмғиәт 1891 йылдың 5 декабрендә нигеҙләнгән «Societe des fourmis» француз ойошмаһы миҫалы буйынса эшләгән.
1896 йылда ул Германияның унлаған егәрлелек йорттарының эшмәкәрлеге менән таныша, ә 1901 йылда Дрезден ҡалаһының тәрбиә-холоҡ төҙәтеү йортона бара.
1896 йылда Буксгевден Оло Охталағы егәрлелек йортоноң[5], 1897 йылда — Галера Гаванендағы үҫмер-балалар өсөн егәрлелек йортоноң[6], ә 1898 йылда Сена майҙаны һәм Фонтанка балалары өсөн балалар приютының ойоштороусыһы булған.
1897 һәм 1899 йылдарҙа Отто Буксгевден ике бөтөнләй яңы типтағы егәрлелек йорттарына нигеҙ һала: Белемле ҡатын-ҡыҙҙар өсөн егәрлелек йорто (Санкт-Петербург ҡалаһы Знаменский, хәҙерге — Ихтилал урамы, 28)[7] һәм Белемле ир-егеттәр өсөн егәрлелек йорто (Санкт-Петербург ҡалаһы Надеждинский, хәҙерге — Маяковский урамы, 17)[8].
1901 йылда ул Италияның холоҡ төҙәтеү йорттары менән, шул иҫәптән Генуя карап-мәктәбе менән таныша. 1902 йылда Буксгевден Түбәнге Новгород ҡалаһында төрлө һөнәргә уҡытыуға мөмкинлек биргән махсус балалар приютын асырға тәҡдим иткән[9]. 1903 йылда карап-мәктәп ойоштороу һәм уларға иғәнә йыйыу маҡсатында Рәсәй империяһының порттары булған ҡалалары буйлап йөрөй. Һөҙөмтәлә Отто Буксгевден йыйған аҡсаларына Таганрог ҡалаһында балалар карап-приюты ойошторола, ә 1911 йылдың 14 ноябрендә Кронштадта Изге Стефан приют-карабы асыла.
1907 йылдың 8 июнендә уны үҙенең психик ауырыу улы Эдгар үлтерелгән. Уның 380 данаһы булған китапханаһы Санкт-Петербург университетына тапшырыла[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Otto Balthasar Baron von Buxhoeveden // BBLD - Baltisches biografisches Lexikon digital (нем.) — 2012.
- ↑ Петербургский некрополь (урыҫ) / под ред. В. И. Саитов — СПб.: Михаил Матвеевич Стасюлевич, 1912.
- ↑ Ҡыҙ фамилияһы — фон Гюне.
- ↑ Список бывшим воспитанникам…
- ↑ Санкт-Петербург ҡалаһы Оло Охта проспектының 52-се һанлы йортта урынлашҡан.
- ↑ 1899 йылдан алып Санкт-Петербург ҡалаһы Васильевский утрауының 13-сө һыҙығындағы 8-се һанлы йортта урынлашҡан.
- ↑ Дом трудолюбия для образованных женщин
- ↑ «Энциклопедия благотворительности» 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Назарьевский приют 2015 йыл 25 июль архивланған.
- ↑ Николаев Н. И. Список важнейших книжных коллекций… 2015 йыл 2 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гринштейн О. М.Европейские традиции в Петербургской благотворительной деятельности барона О. О. Буксгевдена
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия благотворительности. Санкт-Петербург 2016 йыл 4 март архивланған.
- 5 декабрҙә тыуғандар
- 1839 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 25 июндә вафат булғандар
- 1907 йылда вафат булғандар
- 8 июндә вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- II дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ
- Социаль эшҡыуарҙар
- Рәсәй меценаттары