Ғафаров Булат Баҡый улы
Уҡыу көйләүҙәре
(Булат Баҡый улы Ғафаров битенән йүнәлтелде)
Ғафаров Булат Баҡый улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил |
СССР, Россия |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
педагогия фәндәре кандидаты (1978) |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары | |
Ғафаров Булат Баҡый улы (27 август 1938 йыл — 26 ғинуар 2003 йыл) — башҡорт педагог-методисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1978), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Булат Баҡый улы Ғафаров 1938 йылдың 27 авгусында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Өмбәт ауылында тыуған.
- Ете йыллыҡ мәктәпте тыуған ауылында уҡып, Абзан урта мәктәбен тамамлай.
- 1957—1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый.
- 1962—1970 йылдарҙа Баймаҡ районының Түбә ауылының 2-се урта мәктәбендә уҡыта.
- 1970 йылдан алып Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында: 1982 йылдан башлап филология факультеты, 1997 йылдан башлап башҡорт филология факультеты деканы.
- 2003 йылдың 26 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Булат Ғафаровтың фәнни тикшеренеүҙәре мәктәптәрҙә һәм вуздарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына арналған. 120-нән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәр авторы.
Маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996);
- БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984);
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979);
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
- Рәсәй Федерацияһының Махсус педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
- Махсус урта һәм юғары белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Теоретические и методические основы изучения башкирской литературы в школе. — Уфа, 2001.
- Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙе өйрәнеү. - Өфө, 1992.
- Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә лексик-стилистик күнегеүҙәр башҡарыу. - Өфө, 1994.
- Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү. - Өфө, 1996.
- Әҙәбиәттән яҙма эштәр. - 1994, 1999.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғафаров Булат Баҡый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ф. Аҡҡужина. Даны һәм эше ҡалды... // Ағиҙел, 2013, 8-се һан.
Категориялар:
- 27 августа тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ейәнсура районында тыуғандар
- 26 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- Стәрлетамаҡта вафат булғандар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусылары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡортостан ғалимдары
- Педагогия фәндәре кандидаттары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусылары
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары