Эстәлеккә күсергә

Батталов Булат Фәсхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Булат Фәсхетдин улы Батталов битенән йүнәлтелде)
Батталов Булат Фәсхетдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 апрель 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Асҡар, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 июль 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Силәбе, Рәсәй
Һөнәр төрө шағир, инженер, дин әһеле

Батталов Булат Фәсхетдин улы (шулай уҡ Булат Баттал булараҡ билдәле[1]; 19 апрель 1928 йыл — 21 июль 2011 йыл) — инженер-металлург, шағир һәм дини хеҙмәткәр. Силәбе өлкәһе башҡорт һәм татар яҙыусыларының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе ағзаһы.

Булат Фәсхетдин улы Батталов 1928 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған.

Асҡар урта мәктәбенең туғыҙ класын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда эшләй.

1946—1952 йылдарҙа — Магнитогорск тау-металлургия институты студенты. Уҡыуын тамамлағандан һуң Түбәнге Тагил ҡалаһында эшләй. 1957 йылдан алып пенсияға сыҡҡанға тиклем Силәбе металлургия заводында инженер була.

1980 йылдар аҙағында һәм 1990 йылдар башында Силәбе ҡалаһы янындағы Мейәс утарында мәҙрәсәлә уҡый. 1994 йылда Өфөлә Европа һәм Себер мосолмандарының Диниә назаратында уңышлы имтихан тота һәм имам-хатиб дәрәжәһе ала. 1990-сы йылдарҙа Силәбе ҡалаһының Металлургия районындағы мәсет мәҙрәсәһендә уҡыта.

Тәүге шиғри өлгөләре «Солнце на ладони» коллектив йыйынтыҡта урыҫ теленә тәржемәләп баҫыла (1970). Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫтырып сығарылған «Тау һуҡмағы» исемле тәүге шиғри китабы «Осенее полноводье» коллектив йыйынтығына индерелгән (1997). Икенсе «Һағыш» исемле шиғри йыйынтығы 2008 йылда Өфөлә баҫтырыла. Булат Батталовтың шиғырҙары «Силәбе шишмәләре» (Силәбе, 2002), «Мировая антология тюркоязычных народов» (Анкара, 2005), «Гәүһәрҙәрҙе йыйыр ваҡыт» (Учалы, 2006), «Мелодии Челябинска» (Ҡаҙан, 2006), «Силәбе башҡорттарының әҙәби антологияһы» (Өфө, 2011) кеүек әҙәби йыйынтыҡтарға ингән.

2011 йылдың 21 июлендә Силәбе ҡалаһы мосолмандары Зәйнулла Ишан Рәсүлевтың бүләһен, имам-хатиб һәм шағир Булат Батталовты һуңғы юлға оҙата.

Булат Батталов билдәле ишан Зәйнулла Рәсүлевтың ейәне. Уның атаһы Фәсхетдин бин Исмәғил Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә белем алған һәм унда мөғәллим булған, ә совет власы йылдарында Әбйәлил районында уҡытыусы булып эшләгән һәм Ленин ордены менән бүләкләнгән.

  • Һағыш. — Өфө : Китап, 2008. — 70, [2] с. : ил.; 16 см; ISBN 978-5-295-04403-8
  • «Тау һуҡмағы», Батталов, Булат.
  • Камса Муртазин, Руководитель Челябинского областного литобъединения имени Акмуллы. Башкирский поэт и имам-хатыб// газ. ХИЛЯЛ, №o 8 (63), 2011. С.8
  • Журнал «Ҡазан утлары», № 6, 1966.