Булинский Александр Вадимович
Булинский Александр Вадимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 ноябрь 1952 (72 йәш) или 1952[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР[2] |
Һөнәр төрө | математик |
Эшмәкәрлек төрө | Ихтималлыҡ теорияһы |
Эш урыны | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
Уҡыу йорто |
МДУ-ның механика-математика факультеты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[3] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Колмогоров Андрей Николаевич |
Аспиранттар | Микушева, Анна Евгеньевна[d][3], Yuri Bakhtin[d][3], Mikhail Alexandrovich Vronski[d][3], Alexey Pavlovich Shashkin[d][3], Denis Vladimirovich Poryvay[d][3], Stepan Valerievich Dilman[d][3], Nikolay Vladimirovich Millionshchikov[d][3], Nataliya Yurievna Kryzhanovskaya[d][3], Maxim Maratovich Musin[d][3], Pavel Andreevich Yaskov[d][3], Iliya Sergeevich Tyurin[d][3], Maxim Evgenievich Zhukovskii[d][3] һәм Oleg Alexandrovich Butkovsky[d][3] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Булинский Александр Вадимович (5 ноябрь 1952 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй математигы, А. Н. Колмогоров исемендәге премия лауреаты (2021).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Булинский Вадим Александровичтың (24.01.1911—2006) улы, Александр Людвигович Булинскийҙың (11.05.1880—10.09.1966) ейәне[4].
Мәскәү университетының механика-математика факультетын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай (1974), шунда уҡ аспирантураны ла тамамлай (1977), А. Н. Колмогоровтың уҡыусыһы. Фән кандидаты (1977), диссертацияһының темаһы «Некоторые предельные теоремы для случайных процессов и полей с перемешиванием»[5].
1977 йылдан МДУ-ның механика-математика факультетында эшләй, 1996 йылдан — ихтималлыҡ теорияһы кафедраһы профессоры. 1990 йылда «Предельные теоремы для случайных процессов и полей и их статистические приложения» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[6].
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осраҡлы процестар һәм уларҙың ҡушымталары өлкәһендә фундаменталь һөҙөмтәләргә өлгәшә. Үҙәк сикке теоремала; осраҡлы башланғыс мәғлүмәттәр булғанда Бюргерстың күп үлсәмле тигеҙләмәләрен тикшереүҙә; Ньюмен проблемаһында; ҡабатланған логарифмдың функциональ законында яңы һөҙөмтәләр ала; Колмогоров-Петровский-Эрдеш-Феллер интеграль критерийының функциональ аналогын, Штрассен шарына йыйылыусанлыҡ тиҙлеген; тығыҙлыҡты ядро баһалауҙың асимптотик үҙсәнлектәрен һ. б. таба.
«Предельные теоремы для случайных процессов и полей» махсус семинар етәксеһе.
«Фундаменталь һәм ғәмәли математика» журналы редколлегияһында хеҙмәттәшлек итә.
Халыҡ-ара Бернулли Йәмғиәтенең ихтималлыҡ теорияһы һәм математик статистика буйынса Европа Комитеты ағзаһы. Америка математика йәмғиәте ағзаһы. Мәскәү математика йәмғиәте идараһы ағзаһы. Сорос профессоры (2000).
8 фән кандидаты әҙерләй. 110-дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РФА-ның А. Н. Колмогоров исемендәге премияһы (2021) — «Предельные теоремы и их приложения» эштәр циклы өсөн
- II дәрәжә фәнни эшмәкәрлек өсөн М. В. Ломоносов исемендәге премия (2009) (А. П. Шашкин менән бергә) «Предельные теоремы для ассоциированных случайных полей и родственных систем» монографияһы өсөн[7]
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Предельные теоремы для случайных процессов и полей» (1981)
- «Предельные теоремы в условиях слабой зависимости» (1989) ISBN 5-211-01334-4
- «Теория вероятностей» (1994) (учебное пособие)
- «Теория случайных процессов» (2003) (учебник, в соавт. с А. Н. Ширяевым)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ http://www.mathnet.ru/php/seminars.phtml?option_lang=rus&presentid=27993
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Положение о Герольдии 2012 йыл 8 март архивланған.
- ↑ Каталог РНБ
- ↑ Каталог РНБ
- ↑ МГУ. Премии и награды 2009