Бункер Рой
Бункер Рой | |
Bunker Roy | |
Исеме |
Санджит Рой |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны |
Бунпур, Төньяҡ Бенгал |
Ил | |
Эшмәкәрлеге |
социаль эшҡыуар, менеджер, йәмәғәт эшмәкәре, педагог, спортсмен |
Тормош иптәше | |
Бункер Рой Викимилектә | |
Санджит Рой (ингл. Sanjit Roy), Бункер Рой булараҡ күберәк билдәле[2] (ингл. Bunker Roy; 2 август 1945 йыл) — Һиндостан социаль эшҡыуары, менеджер, йәмәғәт эшмәкәре һәм педагог; Barefoot College ойоштороусы[3][4]; спортсы, сквош буйынса 1965, 1968 һәм 1971 йылдарҙағы милли чемпионаттарҙа ҡатнашыусы[3][4][5][6].
2008 йылда профессор Ройҙы The Guardian планетаны ҡотҡара алған 50 эколог исемлегенә индерә[3]. 2012 «Time» журналы Бункер Ройҙы планетаның 100 иң йоғонтоло кешеһе исемлегенә керетә[3][7].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Санжит Рой 1945 йылдың 2 авгусында бөгөнгө Төньяҡ Бенг штатында урынлашҡан[8] Бунпур ҡалаһында бай ғаиләлә тыуа[6][9].
1956—1962 йылдарҙа Һиндостандың баш ҡалаһындағы The Doon School[3][4] мәктәбендә уҡый, ә 1962 йылдан башлап 1967 йылға тиклем Дели универститетында булған St. Stephen’s College колледжендә белем ала[3][4][5].
1967 йылда престиж белем алғас Һиндостандағы бер провинцияның йәшәүселәренә ҡойо төҙөү менән булыша башлай[3][4][9].
Ҡоролоҡҡа дусар булған 100 районда һыу сығанаҡтарын тикшергәс, 1972 йылда Тилонияла, һинд Раджастан сүллектәре араһында, The Social Work and Research Centre (SWRC) компанияһын Бункер Рой ойоштора, әле был компания Barefoot College (ингл. «ялан аяҡлылар өсөн колледж») исеме аҫтында билдәле[6][9][10].
Оҙаҡламай компания маҡсатын үҙгәрә, һәм төп акцент ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеүҙән ауыл общиналарының мәсьәләләрен хәл итеүгә күсә, ауылдарҙы тотороҡло һәм үҙ аллы етешле эшләү[9][10]. Компания шул ерҙәрҙә йәшәгән кешеләрҙе табибтар, уҡытыусылар, инженерҙар, дизайнерҙар, архитекторҙар һәм теш табибтары профессияларына өйрәтә башлай[9][10].
1983 йылда Рой Раджастан штатына истец булып сығыш яһай, шул буйынса Юғары суд социаль эшселәргә түләгәндә ҡатын-ҡыҙҙар дискриманацияһын юҡҡа сығара[11].
1984 йылда Һиндостандың яңы премьер-министры Раджив Ганди Бункер Ройҙы планлаштырыу комиссияһына консультант итеп саҡыра, уға дәүләттеке булмаған ойошмалар өсөн "тәртиптәр кодексы"н барлыҡҡа килтерергә кәңәш итә[12]. Ул шулай уҡ хөкүмәт, айырым чиновниктар йә политик партиялар ярҙам иткән өҫтөнлөклө төркөмдәрҙе алға алып барыу өсөн ҡулланған инициативаларға ҡаршы сығыш яһай һәм уларҙы ҡәнәғәтләндермәгән ойошмаларҙы баҫтырырға[12].
2010 йылда Time Ройҙы 3 миллиондан артыҡ кешеләрҙе ҡояш энергетикаһы өлкәһендәге инженерҙар, уҡытыусылар, акушерҙар, туҡыусылар һәм табибтар профессияларына уҡытҡан кеше кеүек тәҡдим итә[7].
2011 йылда Бункер Рой TED конференцияһында «Ялан аяҡ йөрөүҙән файҙа алыу»(ингл. Learning from a barefoot movement) лекцияһы менән киң билдәлек ала[13].
Бункер Рой Barefoot College тәжрибәһен пропагандалай һәм донъя буйлап, Рәсәй ҙә һанал, оҡшаш проектарға инвестицияларҙы йәлеп итеүҙә ярҙам итәң[14].
Наградалары и премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бункер Рой күп наградалар һәм премиялар лауреаты, шулар араһында:
- 1985 — Джамналал Баджадж премияһы (ингл. Jamnalal Bajaj Award)[15].
- 2003 — Тирә-яҡты һаҡлау өсөн Изге Андрей премияһы (ингл. ]St Andrews Prize for the Environment).
- 2003 — Социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә Шваба Фондының премияһы (ингл. Schwab Foundation for Social Entrepreneurship)[16].
- 2009 — Роберт Хилл премияһы (ингл. Robert Hill Award)[17].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1970 йылда Аруна (ингл. Aruna Roy, тыуғанда Джаяарам — ингл. Jayaram; 26 июня 1946 йылдың года) исемле ҡатынға өйләнә[5].
Уҡығанда Рабиндранат Тагорға өҫтөнлөк бирә[4].
Уның баҡсаһындағы сыйырсыҡтарҙың йырлағанын, Джоан Баэз һәм Раджастандың традицион йырҙарын тыңларға ярата[4].
Уның Facebook, Twitter һәм башҡа социаль селтәрҙәрендә аккаунттары юҡ[4].
Ул кәнфит, туңдырма һәм бөтә татлы нәмәне ярата[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.nytimes.com/2011/04/18/business/global/18iht-rbog-barefoot-18.html
- ↑ См., например, «Норвегия перечисляет ЮНЕСКО около 20 млн долларов и организует дискуссию по проблемам женщин». В некоторых источниках также Банкер Рой.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Sanjit 'Bunker' Roy (ингл.). ООН. Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Kate Murphy. Sanjit (Bunker) Roy (ингл.). The New York Times (5 апрель 2014). Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 bunker Roy. Tomorrow's India: Another Tryst with Destiny / Verghese, B. G.. — Penguin Books India. — P. 347–. — ISBN 9780670058631.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 The Power of Unreasonable People: How Social Entrepreneurs Create Markets That Change the World. — Harvard Business Press. — P. 52–. — ISBN 9781422104064.
- ↑ 7,0 7,1 Mortenson, Greg. (29 April 2010) Sanjit 'Bunker' Roy The 2010 TIME 100 2013 йыл 17 август архивланған.. TIME. Retrieved on 2 June 2012.
- ↑ Bunker Roy (ингл.). TheGreenInterview.com. Дата обращения: 1 май 2015. 2016 йыл 3 март архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Флориан Годовитц. Интервью. Чему забыли обучить наши университеты . Великая Эпоха (The Epoch Times) (2 октябрь 2009). Дата обращения: 29 апрель 2015.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 John Mary. Children's Rights and Power: Charging Up for a New Century. — Jessica Kingsley Publishers, 2003. — P. 232–. — ISBN 9781853026584.
- ↑ Epp Charles R. The Rights Revolution: Lawyers, Activists, and Supreme Courts in Comparative Perspective. — University of Chicago Press. — P. 253–. — ISBN 9780226211619.
- ↑ 12,0 12,1 The Role of Civil Society // The State of India's Democracy / Sumit Ganguly, Larry Diamond, Marc F. Plattner. — Johns Hopkins University Press. — P. 157–. — ISBN 9780801887918.
- ↑ Bunker Roy Bunker Roy: Learning from a barefoot movement . TED. Дата обращения: 23 ноябрь 2012. 2012 йыл 22 ноябрь архивланған.
- ↑ Новые технологии – оленеводам Нижней Колымы . Государственное Собрание Республики Саха (6 август 2013). Дата обращения: 29 апрель 2015. 2017 йыл 4 август архивланған.
- ↑ Archives – 1985 Science and Technology . Jamnalal Bajaj Foundation. Дата обращения: 23 ноябрь 2012.
- ↑ Swiss award for Bunker Roy, The Hindu (22 September 2002). 23 ноябрь 2012 тикшерелгән. 2014 йыл 27 апрель архивланған.
- ↑ Memorable Points – National // Pratiyogita Darpan. — Pratiyogita Darpan. — P. 34–.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бункер Рой Викимилектә |
- Лекция на TED: Learning from a barefoot movement (профиль).
- Интервью: Флориан Годовитц. Интервью. Чему забыли обучить наши университеты . Великая Эпоха (The Epoch Times) (2 октябрь 2009). Дата обращения: 29 апрель 2015.