Эстәлеккә күсергә

Бураҡаева Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева
Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева
Тыуған көнө

7 ғинуар 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (42 йәш)

Тыуған урыны

Өфө

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәре

кинорежиссёр

Наградалары

«Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивале лауреаты

Бураҡаева Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы (7 ғинуар 1982 йыл) — кинорежиссёр, сценарийҙар авторы, рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. 2017 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союздары ағзаһы. «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивале лауреаты (2017).

Белеме — Өфө сәнғәт училищеһының рәсем бүлеге; Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультеты; Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидениеһы институтының экран сәнғәте факультеты («кино һәм телевидениеһы режиссураһы»).

2006—2015 йылдарҙа — «Башҡортостан» киностудияһында кинорежиссёр. Бөгөнгө көндә үҙаллы киноэшмәкәр.

Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева 1982 йылдың 7 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған, билдәле ғалим-геолог, журналист Диҡҡәт Бураҡаев һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, педагог Мәрйәм Бураҡаеваның ғаиләһендә бишенсе бала.

Бала сағынан бик әүҙем була. Биш йәшенән әсәһе ойошторған төрлө ансамблдәрҙә ҡатнаша. Ҡумыҙ сиртә, бейей, шиғыр һөйләй. Музыка мәктәбенә йөрөй. Скрипка, фортепьяно кластарында уҡый.

Бала сағынан һүрәт төшөрөргә ярата. Был шөғөлө уны башта сәнғәт училищеһына, аҙаҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтына алып килә.

Кино сәнғәтенә булған ҡыҙыҡһыныуын күңеленә апаһы Зөһрә һалған. «Һин мотлаҡ кинорежиссёр булаһың!» — тип күңеленә ышаныс бирә.

Уның сценарийҙар яҙыуын күреп, Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы ла ҡәләм сиртеп ҡарай. Икәүләп «Рәхмәт» фильмының сценарийын яҙалар.

Сәнғәт институтын тамамлаған йылында киностудиянан уны төшөрөргә саҡырыу килә. Артабан «Минең йондоҙом» фильмы тулыһынса уға йөкмәтелә.

2009 йылда ситтән тороп Санкт-Петербург ҡалаһының кино һәм телевидение институтына уҡырға инә. Киностудияла эшләгән осор­онда курс һәм диплом эштәре итеп ҡыҫҡа метражлы фильм­дар төшөрә.

Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаевалар Башҡортостан Кинематографистар союзы менән берлектә республика кимәлендә «Йәнһүрәт» балалар анимацияһы фестивален үткәр.

Кино йылы айҡанлы райондарға сығып, кинотаҫмаларын күрһәтәләр, оҫталыҡ дәрестәре бирәләр.

Таңсулпан Бураҡаева «Ике лә генә егет» кинотаҫмаһы өсөн «Башҡортостандың хәҙерге кинематографында яҡшы күршелек идеяһын асҡан өсөн» «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивале лауреаты була.

  1. «Ҡош тәпәйе» (реж. В.Байрамғолов), 2006. «Пилот» студияһы, «Гора самоцветов» серияһынан. Сценарий авторы.
  2. «Рәхмәт», 2007 (реж.Әнүәр Райбаев). «Башҡортостан» Киностудияһы. Сценарий авторы (Зөһрә Бураҡаева менән берлектә)
  3. «Минең йондоҙом», 2010, «Башҡортостан» Киностудияһы. Режиссер.
  4. «Кәләш алам!» 2012, «Башҡортостан» Киностудияһы. Сценарий авторы һәм режиссёр.
  5. «Йәлил Сөләймәнов һәм ҡатындар» 2013, «Башҡортостан» Киностудияһы. Сценарий авторы һәм режиссёр.
  6. «Аңларһыңмы мине?» 2013, «Башҡортостан» Киностудияһы. Сценарий авторы һәм режиссёр.
  7. «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме» 2014, «Башҡортостан» Киностудияһы. Сценарий авторы һәм режиссёр.
  8. «Ике лә генә егет» 2015, «Башҡортостан» Киностудияһы. Сценарий авторы һәм режиссёр.
  9. «Ҡабатлай күрмәгеҙ!» 2017, «БашФем» төркөмө. Сценарий авторы һәм режиссёр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивале лауреаты (2017)