Бурводстрой (Ишембай)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бурводстрой

БурводстройИшембай[1] ҡалаһы микрорайоны, уның төньяҡ өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Унан аша ИшембайСтәрлетамаҡ юлы үтә.

Бындағы Сикүл шишмәһе Ишембай районы менән Ишембай ҡалаһы араһында тәбиғи сик булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай ҡалаһы билмәһендәге Бурводстрой биҫтәһенең тарихы «Башҡортостан сода компанияһы» эшмәкәрлегенә бәйле. 1949 йылда Яр Бишҡаҙаҡ ауылы янында Рассолпромысел цехы төҙөлә башлай. 1955 йылда СССР Министрҙар Советы Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Каустик» заводын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ил сәнәғәтенә, бигерәк тә быяла эшләү производствоһына химик сеймал кәрәк була. Ишембай районы Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы янында табылған бер ниндәй ҡатнашмаһыҙ тиерлек аш тоҙо— каустик сода эшләп сығарыу өсөн төп сеймал булып тора. Ер аҫтынан тоҙ иретмәһе юғары баҫым аҫтында ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм торбалар аша ҡулланыусыға ебәрелә. Иремәй торған матдәләр иретеү камераһының төбөнә ултыра. 1964 йылдың 8 авгусында Стәрлетамаҡ химия заводының беренсе сиратын эксплуатацияға ҡабул итеү тураһында акт төҙөлә. Компанияла каустик сода, хлор, дихлорэтан, хлористый водород һәм тоҙ кислотаһы заводтары, дөйөм тәғәйенләнештәге объекттар бар. Башҡортостан сода компанияһы— Европалағы иң ҙур кальцийланған соданы экспортҡа сығарыусы компания[2].

Яр Бишҡаҙаҡ тоҙ ятҡылығы Ағиҙелдең ике яҡ ярында урынлашҡан, улар Уң яҡ һәм Һул яҡ участкалар тип йөрөтөлә. Уң яҡ ярҙағы участкалағы тоҙҙо «Сода» ААЙ эшкәртә. Һул яҡ ярҙағы участка ер аҫтының бүлеп бирелмәгән фондында ҡала.

Тикшерелгән ер аҫты тоҙ запасы 4 миллиард тонна, натрий хлориды (NaCL) ер ҡатламының 65— 98 % тәшкил итә. 2009 йылда Роснедра федераль агентлығы был ятҡылыҡты 1 млрд 293 млн һумға һатыуға ҡуя. Ул саҡта был ниәт тормошҡа ашмай ҡала.

«Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһы муниципаль берәмеге сиген билдәләү тураһында» 2002 йылдың 25 декабрендәге 425-з номерлы Закон ҡала сиген билдәләне:

Ишембай ҡалаһының «Төньяҡ» муниципаль берәмегенең төньяҡ сиге Ағиҙел йылғаһы буйлап, унан һуң 2150 м оҙонлоҡта Сикүл шишмәһе буйынса уҙа һәм көньякҡа борола;

көнығыш сиге Сикүл шишмәһенән Ишембай ҡалаһының «Бурводстрой» баҡсасылыҡ йәмғиәте сиге буйлап Ишембай — Петровское автомобиль юлына тиклем бара

Закон Республики Башкортостан от 25 декабря 2002 года № 425-з «Об описании границы муниципального образования Север города Ишимбая Республики Башкортостан» (недоступная ссылка). Региональное законодательство. Башкортостан. Дата обращения: 28 октября 2011. Архивировано 16 июля 2012 года.

Ишембай ҡалаһының Төньяҡ һәм Көньяҡ муниципаль берәмектәре 2009 йылда юҡҡа сығарыла.

Ишембай ҡалаһы Бурводстрой биҫтәһе янында ҡала халҡының бер нисә баҡсасылар йәмғиәте бар. Унан алыҫ түгел Торатау геопаркы һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы урынлашҡан.

Урамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бурводстрой урамы

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡала автобус маршруты - № 6

Тағы ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Ишембай

- Сикүл

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]